

Был аҙнала “Сәләмәтлек поездары” республиканың һигеҙ районына – Өфө, Нуриман, Көйөргәҙе, Ҡариҙел, Фёдоровка, Ҡыйғы, Миәкә һәм Хәйбулла райондарына барасаҡ. Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, табиптар яҙ башынан уҡ ҙур профилактик кампания уҙғарған да инде. 21 апрелдән белгестәр 266 ауылға барып, унда 140 меңдән ашыу кешене ҡараған. Төрлө тарафтарға сығып, 32 мең рентгенологик тикшеренеү уҙғарғандар.
Мобиль бригадаларҙың эше арҡаһында 3 404 кешенең етди сирле булыуы иртә стадияһында асыҡланған. Улар араһында – онкология, шәкәр диабеты, туберкулёз һәм йөрәк ауырыуҙары. Бөтә пациенттар ҙа профилле медицина учреждениеларына өҫтәмә диагностикаға ебәрелгән.
Властар проекттың төп маҡсаты – ауыл ерендә йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге һәм яман ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Теманы дауам итеп,
Башҡортостанда “Сәләмәтлек поезы” ярҙамында ете кешелә туберкулез сире барлығы асыҡланған.
“Сәләмәтлек поездары” Рәсәй Президентының май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башланғадан алып 2025 йылда табиптар тәүге тапҡыр 10 070 ауырыуҙы асыҡлаған, шул иҫәптән 3 292 социаль әһәмиәтле ауырыуҙар осрағын.
2754 пациенттың ҡан баҫымы күтәрелеүе менән характерланған ауырыуҙар диагностикаланған, 158 -ендә – яман шеш, 485 кешелә – шәкәр диабеты, 7 -әүһендә туберкулез ауырыуы барлығы шик аҫтына алынған. Уларҙың барыһы ла диагнозды аныҡлау өсөн республиканың медицина учреждениеларына тикшереүгә ебәрелгән, һәммәһенә лә дауалау тәғәйенләнгән.
Бынан тыш, 2659 граждандың ҡанында глюкоза кимәленең юғары булыуы, 4106 кешелә холестерин кимәле, 5589 кешелә ҡан баҫымы юғары булыуы асыҡланған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре бөтәһе 140958 кешене ҡабул иткән, 31898 тикшереү үткәргән, шул иҫәптән – 20422 флюорография, 11476 маммография.
“Сәләмәтлек поездары” хәрәкәтенең ентекле графигын Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында ҡарарға мөмкин.
Роза САФИНА.