Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Август 2025, 06:55

Уғрылар тоҙағына эләгеп ҡуймағыҙ!

Аҡса ҡараҡтары һөжүм итә: Башҡортостан халҡы йөҙҙәрсә мең һум юғалта

Уғрылар тоҙағына эләгеп ҡуймағыҙ!Уғрылар тоҙағына эләгеп ҡуймағыҙ!
Уғрылар тоҙағына эләгеп ҡуймағыҙ!

Һуңғы арала енәйәтселәрҙең хәйләкәр схемалары арҡаһында, бер нисә ҡатын-ҡыҙ ҙур суммаларҙан мәхрүм ҡалған.

26 йәшлек Өфө ҡыҙының яңы мессенджерына “почта хеҙмәткәрҙәре” шылтыратып, заказлы хат алырға тәҡдим итә. Тиҙҙән аҡса ҡараҡтары әкиәтте үҙгәртә: улар үҙҙәрен Үҙәк банк хеҙмәткәре тип таныштырған булып, имеш, уның Дәүләт хеҙмәттәрендәге аккаунтын ватыуҙары тураһында белдерәләр, һәм “хәүефһеҙ иҫәп”кә 300 мең һум күсерергә күндерә.

 Стәрлетамаҡта йәшәүсе  34 йәшлек ҡатын да ошондай уҡ схемаға тап була. Тик был юлы зыян суммаһы тағы ла күберәк булып сыға – 450 мең һум.

Октябрьскийҙан 63 йәшлек ҡатынды, “түләнмәгән пенсия иҫәпләүҙәре” вәғәҙә итеп, төп башына ултырталар. Уғрылар,  түләүҙәрҙе рәсмиләштереү һылтауы менән, экранды тоҡандырып күрһәтергә ҡуша һәм СМС-тан килгән кодты әйтергә мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә уның иҫәбенән 760 мең һум аҡса юҡҡа сыға.

Сибайҙа йәшәүсе 68 йәшлек ҡатынға өс көн рәттән аферистарҙан шылтыратыуҙар килә. Тәүҙә улар үҙҙәрен Энергия һатыу (Энергосбыт) хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра һәм счетчикты алмаштырырға тәҡдим итәләр. Шунан уның банк аккаунттарында “мутлыҡ операциялары” тураһында белдерәләр. Алдағы осраҡтарҙағы кеүек, СМС-хәбәр аша килгән код ярҙамында 450 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡтыралар.  

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрығы киҫәтә:

Бер ҡасан да сит кешегә  СМС-тан килгән кодтарҙы, паролдәрегеҙҙе һәм банк карталары мәғлүмәттәрен әйтмәгеҙ!

Таныш булмаған кешеләрҙең үтенесе буйынса экранды күрһәтеүҙе тоҡандырмағыҙ – был уларға һеҙҙең финанстарға инергә мөмкинлек бирә.

 Мәғлүмәтте тикшерегеҙ – уларҙың сайттарындағы номерҙар буйынса рәсми хеҙмәттәргә шылтыратығыҙ (банк, почта, Энергия һатыу).

Паникаға бирелмәгеҙ – аҡса уғрылары һеҙ  ашығыс ҡарарға килһен өсөн, йыш ҡына хис-тойғоларға баҫым яһарға әүәҫ.

Роза САФИНА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас