Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Август 2025, 06:50

ҠАЛАҒА БҮЛӘККӘ – КИТАПТАР

“Сауҙагәр 2.0” фестивале үткән көндәрҙә, 9 августа ҡәләмдәшебеҙ Фаяз Йомағужин ҡалабыҙҙың Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһына (һәр китапханаға берәр дана) үҙенең “яңы ғына мейестән сыҡҡан” “Донбастың аҡ ҡояшы” тип аталған 13 китабын бүләк итте.

ҠАЛАҒА БҮЛӘККӘ – КИТАПТАРҠАЛАҒА БҮЛӘККӘ – КИТАПТАР
ҠАЛАҒА БҮЛӘККӘ – КИТАПТАР

 Был уның беҙҙең ҡала кешеләре – махсус хәрби операция геройҙары тураһында очерктар һәм хикәйәләрҙән торған икенсе йыйынтығы. Тәүгеһе “Тыуған ил ҡушыуы буйынса” тип атала, 300 дана ғына тираж менән нәшер ителгән китапты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүсе йәмәғәт, ирекмәндәр ойошмалары тиҙ арала алып бөткән. Әлеге баҫма алдағыһынан өс тапҡырға күләмлерәк. Китап баҫылғандан һуң бер нисә аҙна эсендә йәмәғәт ойошмалары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар алып бөткән. Ҡалғаны һатыуға сығарыласаҡ. Китапты һатыуҙан килгән аҡса МХО-ға ярҙам фондына китәсәк.

Р.САФИНА.

Фото Фаяз ЙОМАҒУЖИНдың шәхси архивынан алынды.

ҠАЛАҒА БҮЛӘККӘ – КИТАПТАР
ҠАЛАҒА БҮЛӘККӘ – КИТАПТАР
Автор:Роза Сафина
Читайте нас