Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Август 2025, 04:15

ЭШСЕ КАДРҘАР ЕТЕШМӘЙ

Башҡортостанда рәсми статистика буйынса эшһеҙлек 2025 йылдың беренсе яртыһында 1,6 процент тәшкил иткән.

ЭШСЕ  КАДРҘАР ЕТЕШМӘЙЭШСЕ  КАДРҘАР ЕТЕШМӘЙ
ЭШСЕ КАДРҘАР ЕТЕШМӘЙ

Башҡортостан Хөкүмәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһендә торлаҡ коммуналь хужалыҡ, юлдарҙа  һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге оператив хәлдәрҙән тыш, чиновниктар шулай уҡ хеҙмәт баҙарының торошон да  тикшергәне. Министрҙар кабинеты рәйесе Андрей Назаров билдәләүенсә, бөгөн иҡтисадтың был өлкәһе етди проблемаларға юлыҡҡан.

БЕРЕНСЕ ЯРТЫ ЙЫЛЛЫҠ ЙОМҒАҠТАРЫ

Премьер-министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, санкция баҫымы һәм геосәйәси трендтар арҡаһында, бөгөнгө көндә иҡтисадта структур үҙгәрештәр бара. Быларҙың барыһы ла хеҙмәт баҙарына бик ныҡ йоғонто яһай.

– Автоматлаштырыу һәм цифрлаштырыу процестары көсәйә. быларҙың барыһы ла хеҙмәткәрҙәрҙең квалификациялара һәм компетенцияларына талаптарҙы ҡатыландыра. Шул уҡ ваҡытта беҙ дөйөм эшһеҙлекте илдәге иң түбән кимәлдәрҙең береһе  булараҡ һаҡлап ҡала алабыҙ – 1,6 процент. 2025 йылдың апрель - июнь айҙарына бына шундай күрһәткес,  – тип белдерҙе оператив кәңәшмәлә Андрей Назаров.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников быйыл теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 11 процентҡа кәмегән, тип отчет бирҙе. Йәғни, әгәр 2024 йылдың йәйенә уларҙың һаны 10 мең булһа,  2025 йылда – 9 мең кеше эшһеҙ тип теркәлгән. Бынан тыш, республика властары мәғлүмәттәре буйынса әлеге ваҡытта эш биреүселәрҙән вакансиялар һаны эшһеҙҙәр һанынан күберәк. “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәктәренә эш биреүселәр 37 меңдән ашыу вакансиялар тураһында мәғлүмәт белдерҙе, шуларҙың 71 проценты – эшсе һөнәрҙәре, - тип хәбәр итте Юрий Мельников. Чиновник шулай уҡ эшкәртеү сәнәғәте һәм төҙөлөш тармағы предприятиелары айырыуса кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә, тип билдәләне. Унда бер дәғүәсегә 8 һәм 12 вакансия тура килә. Хеҙмәткәрҙәр етешмәү хәлен төҙәтеү өсөн, властар “Кадрҙар” милли проектын тормошҡа ашырырға ниәтләй. Министр урынбаҫарының һүҙҙәренәә ҡарағанда, 2025 йылда ошо милли проект сиктәрендә оборона-сәнәғәт комплексында  (ОПК) эшләү өсөн өҫтәмә рәүештә 3 мең белгесте уҡытыу планлаштырыла. Был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан160 млн һумдан ашыу – башҡа төбәктәргә ҡарағанда күберәк аҡса бүленгән.

–  Әлеге көндә 1765 кеше уҡый башланы ла инде. Уҡыуын тамамлаған 755 тыңлаусы мәшғүллеген һаҡлап ҡалды. Республика буйынса кадрҙарҙы уҡытыуға республиканың 13 эш биреүсеһе менән килешеүҙәр төҙөлдө, – тип белдеҙе министр урынбаҫары кәңәшмәлә.

КАДРҘАР БАРЫҺЫН ДА ХӘЛ ИТӘ

Республика предприятиеларында кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн, Башҡортостан властары мотлаҡ сертификаттар программаһын башлап ебәрҙе. Уларҙы эш эҙләгән  декрет ялындағы ҡатын ҡыҙҙарға,  пенсионерҙарға, МХО-ла ҡаташыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бирәләр.

 – Быйыл республикала йәшәүселәр 700-ҙән дә кәм булмаған сертификат аласаҡ. Беренсе ярты йыллыҡҡа 313 сертификат бирелде, шул иҫәптән 120-һе – МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм 154-е – яугирҙарҙың ғаилә ағзаларына, – тип һөйләне Юрий Мельников.

Башҡортостанда “Кадрҙар”  милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итә, уның ярҙамында республикала йәшәүсе 900  кешегә яңы һөнәр үҙләштереү мөмкинлеге барлыҡҡа килгән.

– Республикала бөтәһе 105 белем биреү программаһы һәм курстар бар. Курстарҙы көндөҙгө һәм дистанцион форматта һайларға була, - тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Башҡортостандағы хеҙмәт баҙары торошо тураһындағы докладтың аҙағында премьер-министр Андрей Назаров профилле чиновниктарға “Кадрҙар” милли проектын тормошҡа ашырыуға яуаплы ҡарарға һәм йыл аҙағында һөҙөмтәләр тураһында хәбәр итергә ҡушты.

Р.ЗАМАНОВА.

БАШИНФОРМ фотоһы.

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас