

– Фаяз Фуатович, белеүемсә, һинең исемең халыҡҡа композитор булараҡ та таныш. Йырҙарыңды үҙең яҙып, үҙең башҡараһың. Бындай һәләт ҡайҙан килә?
– Эйе, заманында көйөн дә үҙем яҙып, үҙем йырлап йөрөгән саҡтар бар ине. Был йырҙарҙың ҡайһы береһен Фәрит Бикбулатов, Әлфиә Әмирханова (Әхмәтйәнова), “Асман” төркөмө ҡыҙҙары йырлап йөрөнө. Ә шулай ҙа, мин үҙемде шағир тип һанамайым. Йәш саҡта кемдәр генә шиғыр яҙып ҡарамаған да, “рифма үреү” менән мауыҡмаған! Ғәҙәти кешеләрҙең был торошо эҙемтәһеҙ үтеп китә, төпкә төшөп китә башлаһа, уларҙы “шағир” диагнозы менән Яҙыусылар союзына иҫәпкә ҡуялар (шаяртам).
Көй яҙыуға килгәндә, был һәләт атайымдан бирелгәндер, тим. Атайым Фуат Йомағужин һүҙҙәрен дә, көйҙәрен дә үҙе ижад итеп, үҙе башҡара торған талант эйәһе булған. Үкенескә ҡаршы, мин уны хәтерләмәйем, бик йәшләй генә аварияға осрап һәләк булған.
– Һинең “Уйынлы-ысынлы” тигән юмористик шиғырҙар йыйынтығың да бар...
– Эш бына нимәлә. Башҡорт һәм татар шағирҙары дүрт юллыҡ куплетты бер пар рифма менән генә ялғай. Йәғни, икенсе юл дүртенсе юл менән генә рифмаға һалына. Ә беренсе юл менән өсөнсө юл рифмаһыҙ ҡала. Урыҫ шиғриәтендә иһә талаптар юғарыраҡ: рифмалаштырылмаған юлдар булырға тейеш түгел. Юғиһә был халтура тип таныла. Миңә ҡалһа, ундай шиғырҙар ҡолаҡҡа ятмай. Уҡый башлаһам, өсөнсө юлына етǝм дǝ, артабан уҡып та тормайым. Бер мәлде бындағы бер шағир менән бәхәсләшеп киттек. Теге: “Эй, хәстрүш! Яҙып ҡара һуң!”, – тине. Был һүҙҙе ишеткәс, ни әйтергә лә белмәй, ҡаттым да ҡалдым. Шулай уйланып йөрөй торғас, бер кистә һәр юлын рифмаға һалып ун биш-егермеләп шаян шиғыр яҙып ташланым. Бына шулай, юмористик шиғырҙар йыйынтығы барлыҡҡа килде лә инде.
– Балалар өсөн яҙылған шиғырҙарыңа әйләнеп ҡайтайыҡ әле...
– Бер килке “Стерлитамакский рабочий”ҙа аҙна һайын “Балалар сәхифәһе” донъя күрҙе, беҙ уны сиратлап әҙерләй торғайныҡ. Интернеттан шарадалар, ребустар, йомаҡтар алып ҡулланырға була ине, әммә А.Барто, К.Чуковский кеүек билдәле авторҙарҙың әҫәрҙәрен ҡабатлап баҫтырырға ярамай ине. Урындағы авторҙарҙы бүлешеп алып бөткәнлектән, балалар өсөн шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләрҙе үҙемә яҙырға тура килде. Дүрт йыл элек шуларҙы йыйып йыйынтыҡ итеп “Китап” нәшриәтенә тапшырҙым – әле hаман сират көтөп ята. Ә ундағы сиратты йырып сығырлыҡ түгел.
Нисектер, бер ваҡыт балалар яҙыусыһы Лариса Абдуллина башҡортса яҙырға кәңәш итте. Ә бит мин башҡорт ауылында тыуғанмын ғына. Дүрт йәшемдән алып ҡалала йәшәйем. Башҡортса мәктәпкәсә йәштәге бала хәтлем (кимәлендә) генә һөйләшәм тиһәң дә була. Шулай ҙа уның һүҙҙәрен күңелемә һалып ҡуйҙым. Һәм бына күптән түгел Ғ.Туҡайҙың “Шүрәле” әкиәте ҡулыма килеп эләкте. (Бала саҡта шундай китабым бар ине). Һәм мин уны башҡортсаға әйләндерергә булдым.
– Уҡыған кешеләр: харап икән, имеш, берәү татарсанан башҡортсаға әйләндергән тип әйтеүҙәре лә бар бит...
– Беренсенән, был һүҙмә-һүҙ тәржемә түгел, ә Ғ.Туҡай мотивтары буйынса. Икенсенән, классиктың ҡайһы берҙә шиғыр үлсәме менән проблема ла килеп сыҡҡылай.
Мәҫәлән, “Урманында кып-кызыл кура жиләктә жир жиләк; Күз ачып йомганчы, һичшиксез, жыярсың бер чиләк”. Йә булмаһа: татарсала ла, башҡортсала ла “ләр” тигән һүҙ юҡ. Ә бына ул Туҡайҙа бар: “Үпкәлиләр чәчкәләрне төрле төсле күбәләк Ләр килеп, киткән булып, тагын да шунда “чүгәләп”. Ул “чүгәләп” тигән һүҙ менән рифмалаштырыу өсөн “күбәләкләр” тигән һүҙҙе өҙгән.
Әйтерҙәр, классикты тәнҡитләргә кемһең әле һин ул тиклем, тип. Шулайын шулай ҙа ул, мин бит рус шиғриәтендә тәрбиәләнгәнмен һәм шуға шиғырҙа теркәлмәгән юлдар булырға тейеш түгел, тип иҫәпләйем. Хәйер, Туҡайҙың куплеттары ике юллыҡ. Ә мин “Шүрәле”нән “урыҫ манераһына килтереп”, һәр юлды рифмаға һалып, дүрт юллыҡ итеп яһаным. Шулай, уйламаған ерҙән минең куплеттарҙа классиктыҡына ҡарағанда рифмалар ике тапҡырға күберәк килеп сыҡты.
– Рәхмәт! Ижад ҡомарың һүрелмәһен, киләсәктә лә яңы китаптарыңды ҡулға алып һөйөнөргә яҙһын!
Әңгәмәне Роза САФИНА ҡорҙо.
Һүрәт социаль селтәрҙәрҙәге асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.