Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Август 2025, 11:25

ШАТЛЫҒЫБЫҘ МЕНӘН УРТАҠЛАШАБЫҘ!

Бөгөн Бөрө ҡалаһында мәғариф буйынса йыл һайын уҙғарыла торған республика август кәңәшмәһе бара. Ул белем биреү учреждениеларына автобус асҡыстарын тапшырыуҙан башланды.

ШАТЛЫҒЫБЫҘ МЕНӘН УРТАҠЛАШАБЫҘ!ШАТЛЫҒЫБЫҘ МЕНӘН УРТАҠЛАШАБЫҘ!
ШАТЛЫҒЫБЫҘ МЕНӘН УРТАҠЛАШАБЫҘ!

“Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтың 2-се һәм 16-сы мәктәптәренә автобустар тапшырҙы.

Республика етәксеһе Радий Фәрит улына рәхмәт.  Быйыл республика ауыл һәм ҡала мәктәптәренә автобустарҙың һәм еңел автомобилдәрҙең рекордлы һанын тапшырҙы –  200-ҙән ашыу мәктәп транспортлы булды!  Был уҡыуҙа уңайлы шарттар булдырыу өсөн яҡшы ярҙам.  

Стәрлетамаҡ шулай уҡ  дәүләт телен  һәм Башҡортостан Республикаһындағы халыҡтарҙың тыуған телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты алды. Был беҙҙең дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙың билдәһе һәм был эштең мөһимлеге асыҡ күренә. Әле кәңәшмәнең пленар өлөшө башланды. Һеҙҙе Башҡортостан Башлығы билдәләйәсәк төп тезистар менән таныштырырмын”, - тип яҙҙы Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә.

Р.ЗАМАНОВА.

Фотолар Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

ШАТЛЫҒЫБЫҘ МЕНӘН УРТАҠЛАШАБЫҘ!
ШАТЛЫҒЫБЫҘ МЕНӘН УРТАҠЛАШАБЫҘ!
ШАТЛЫҒЫБЫҘ МЕНӘН УРТАҠЛАШАБЫҘ!
ШАТЛЫҒЫБЫҘ МЕНӘН УРТАҠЛАШАБЫҘ!
ШАТЛЫҒЫБЫҘ МЕНӘН УРТАҠЛАШАБЫҘ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас