Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Август 2025, 05:37

“Ҡасан килеп етә инде уҡыу йылы?”

Быйыл Гөлназ менән Рим Асҡаровтарҙың өлкән улдары Данир Асҡаров беренсе класҡа бара. - Уҡыу йылын оҙак көткән кеүек булды. “Ҡасан килеп етә инде уҡыу йылы?” тип тик йөрөй улыбыҙ, - ти Гөлназ ханым. - Беҙҙең ғаилә өсөн дә 1 сентябрь көнө бик тулҡынландырғыс мәл инде ул.

“Ҡасан килеп етә инде уҡыу йылы?”“Ҡасан килеп етә инде уҡыу йылы?”
“Ҡасан килеп етә инде уҡыу йылы?”

Улыбыҙ ҙурайҙы тигән һүҙ. Хәҙер ул бәпес һымаҡ балалар баҡсаһына түгел, ә хәс тә оло кешеләй мәктәпкә уҡырға йөрөйәсәк. Куҙ асып йомғансы, малайыбыз 11ҙе лә бөтөп сығыр, Алла бирһә…

Ата-әсә булараҡ, беҙ, әлбиттә, тулҡынланабыҙ. Ә бына уҡыу буйынса, һис шикһеҙ, улыма мәкәптә ауыр булмаҫ тип уйлайым. Улыбыҙ балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алды. Шуларҙың араһында быйыл уҙғарылған “Беҙ Гагаринсылар” олимпиадаһында ҡала этабына ла үтеп сыҡты. “Барыһынан да яҡшы” конкурстарында ла ҡатнашты. Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған “Таланты золотого города” конкурсында башҡорт дуэт бейеүе менән 1-се урынға лайыҡ булды.

Улыбыҙ аҡыллы, һәр нәмәне тиҙ генә отоп, өйрәнеп бара. Күҙ теймәһен үҙенә! Кәрәк саҡта беҙ ҙә уға ярҙам итеп торорбоҙ, әлбиттә. Ул үҙе лә бер ҡурҡыуын белдертмәй әле. Үҫкән. Әҙер балабыҙ. Уҡыуында ҙур уңыштар теләйбеҙ! - тип таныштырҙы ғаиләһе менән Гөлназ.

Гүзәл РӘМИЕВА

Фотолар ғаилә архивынан

“Ҡасан килеп етә инде уҡыу йылы?”
“Ҡасан килеп етә инде уҡыу йылы?”
“Ҡасан килеп етә инде уҡыу йылы?”
“Ҡасан килеп етә инде уҡыу йылы?”
“Ҡасан килеп етә инде уҡыу йылы?”
“Ҡасан килеп етә инде уҡыу йылы?”
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас