Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Август 2025, 11:50

БӘХЕТЛЕ КИЛӘСӘК ХАҠЫНА

Йәйге каникулдар күҙ асып йомғансы үтеп тә китте. Яңы уҡыу йылы башланырға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды. Быйылғы уҡыу йылына ҡалабыҙҙа әҙерлек нисек бара, ҡала мәғариф усаҡтары балаларҙы ҡабул итергә әҙерме, мәғариф өлкәһендә ниндәй үҙгәрештәр бар – ошо турала һөйләүен һорап Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Мансаф улы ҠОТЛОШИНға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

БӘХЕТЛЕ КИЛӘСӘК ХАҠЫНАБӘХЕТЛЕ КИЛӘСӘК ХАҠЫНА
БӘХЕТЛЕ КИЛӘСӘК ХАҠЫНА

– Илшат Мансафович, яңы вазифағыҙ менән ҡотлайым! Ҙурлығы буйынса республикала икенсе ҡалала яңы уҡыу йылына әҙерлек нисек бара?

– Бөгөнгө көндә барлыҡ мәғариф учреждениелары ла балаларҙы ҡабул итергә әҙер. Рәсәй Федерацияһы биләмәһендәге барлыҡ мәғариф учреждениелары ла яңы уҡыу йылына әҙерлеккә баһалау үтә һәм был процедура норматив-хоҡуҡи, локаль һәм бойороҡ документтары менән аныҡ көйләнгән. Был эштең маҡсаты – учреждениеларҙың белем биреү процесына әҙерлек дәрәжәһен ҡарау һәм баһалау, был проблемаларҙы үҙ ваҡытында асыҡларға һәм уларҙы бөтөрөү сараларын ҡабул итергә мөмкинлек бирә

Ойошмаларҙың яңы уҡыу йылына әҙерлек осоро – күҙәтеү органдарының талаптарын үтәү, ағымдағы һәм косметик ремонт үткәреү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм асфальтлау өсөн иң уңайлы ваҡыт. Быйыл капиталь ремонттан һуң 5 мәктәп файҙаланыуға тапшырылды.

8 авгусҡа тиклем ҡалала БР буйынса Эске эштәр министрлығы, Дәүләт автоинспекцияһы, БР буйынса Рәсәй гвардияһы идаралығы вәкилдәре ҡатнашлығында ведомство-ара төркөмдәр эше үткәрелде, улар белем биреү ойошмаларының яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса объектив баһа бирҙе.

– Балаларҙың хәүефһеҙлеге һәм уны булдырмау буйынса нимәләр эшләнелә?

 – Объекттарҙың антитеррор именлеген тәьмин итеү сараларын үтәү мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленде, закон талаптарына (Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың авгусындағы 1006-сы һанлы ҡарарына) ярашлы, барлыҡ белем биреү учреждениеларында ла тикшереү һәм категориялаштырыу уҙғарылды, именлек паспорттары эшләнде һәм раҫланды. Тикшереү һәм категориялаштырыу һөҙөмтәләре буйынса 141 белем биреү объекты: ике мәктәп (11-се һәм 23-сө мәктәптәр) беренсе, алты объект – икенсе, 95 объект өсөнсө, 38 объект дүртенсе категорияға индерелде).

Ҡаланың бөтә мәғариф учреждениеларында биналарға төп инеү урындарында контроль-үтеү пункттары, (30 тәүлеккә архивлаусы) видео-күҙәтеү системалары, полиция нарядын саҡырыу төймәләре менән хәүеф хәбәрен тапшырыу һ.б. системалар эшләй.

Мәғариф объекттарын физик һаҡлау эшен тәүлек әйләнәһенә ун һаҡлау предприятиеһы башҡара. Теракт һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр янағанда иҫкәртеү системаһы даими әҙерлектә. Запас сығыу урындары асыҡ һәм электромагнит менән йыһазландырылған.

 Бөтә мәғариф учреждениелары автоматлаштырылған янғын сигнализацияһы, кешеләрҙе эвакуациялауҙы иҫкәртеү һәм идара итеү системаһы менән йыһазландырылған.

Ҡалалағы уҡыу йорттарының балаларҙың юл-транспорт травматизмын иҫкәртеү буйынса яҡшы баһа бирелде. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге мөйөштәре һәм паспорттары бар. “Өй – мәктәп – өй” хәүефһеҙ хәрәкәт маршруты схемалары төҙөлгән. Эш төркөмө ағзалары мәғариф учреждениелары янындағы һәм балаларҙың хәүефһеҙ хәрәкәт маршруты буйынса юлдарҙың һәм урамдарҙың торошона айырыуса иғтибар бүлә. Балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар һәм инвентарь менән йыһазландырылған медицина һәм стоматология кабинеттары эшләй.

Балаларҙың туҡланыуын тейешенсә ойоштороуға айырыуса иғтибар бүленә. Туҡланыу сифаты административ, йәмәғәт, ата-әсәләр һәм производство контроле аҫтында буласаҡ.

Шулай уҡ, мәғариф учреждениелары биләмәләре торошона ҙур иғтибар бирелә. Спорт зоналары, уйын модулдәре, уҡыу-тәжрибә участкалары, декоратив сәскә үҫтереү биләмәләре йыһазландырылған

– Яңы етәксе булараҡ, ҡала мәғариф өлкәһенә ниндәй яңылыҡтар алып киләһегеҙ? Быға тиклем үҙегеҙ етәкләгән 7-се мәктәптәге уңыштарығыҙ, тәжрибәгеҙ ҡала кимәлендә ҡулланыламы?

 – Иң тәүҙә 7-се мәктәп базаһында башланғыс алған милли көрәш түңәрәктәре йылдан-йыл популярлаша һәм ҡала мәктәптәрендә киң ҡолас ала бара. 7-се мәктәптә “Тирмә” милли көрәш түңәрәге асылды. Унда уҡыусылар ҙур теләк менән шөғөлләнде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ул бөтә ҡала балалары өсөн бушлай уҙғарыла. Әйткәндәй, үҙем яңы вазифаға күсеү сәбәпле, был эште элекке урынбаҫарым Денис Рәфис улы Зәйнәғәбдиновҡа тапшырҙым. Әйткәндәй, 7-се мәктәптә урыҫ балалары ла башҡорт телен ҙур теләк менән өйрәнде. Был бик матур башланғыс. Урыҫ балалары ҡурайҙа ла уйнай. Ошонан сығып шуны әйтә алам – балалар башҡорт телен өйрәнергә теләмәй тип әйтеү һылтау ғына. Барыһы ла ойоштороусынан тора. Ошо тәжрибәне ҡала кимәлендә йәйелдереп ебәрергә уйлайбыҙ. Йәйәнән уҡ атыу, шахмат түңәрәктәре ойоштороп ҡала һәм республика кимәлендә эшебеҙҙе күрһәттек һәм гранттар алырға мөмкинлек булды. Мәҫәлән, “Мобиль тирмә” музейы (ғилми етәксеһе – Айнур Үтәев) гранттарҙа ҡатнашып, Президент фонды грантына лайыҡ булды.

Йыл һайын “Ашҡаҙар” гәзите кубогына көрәш буйынса турнир үткәрәбеҙ. Быйыл бишенсе юбилей турниры булды. Шул рәүешле бер-беребеҙҙе күтәрәбеҙ: гәзит беҙҙе, беҙ гәзитте бөтә республикаға данлайбыҙ.

 – Быйыл Стәрлетамаҡ мәктәптәренә 1-се класҡа нисә бала бара? Ғөмүмән, нисә уҡыусы парта артына ултырасаҡ?

– 2025-26 уҡыу йылында Стәрлетамаҡ мәктәптәрендә 36 мең 930 уҡыусы белем ала башлаясаҡ, шуларҙың 3 мең 309-ы беренсе класҡа, 1240-ы унынсы класҡа бара. Үткән йыл менән сағыштырғанда ике йөҙ балаға күберәк. Балалар баҡсаларына, шул иҫәптән шәхси балалар баҡсаларына ла, мәктәпкәсә йәштәге 16 мең 112 бала йөрөйәсәк. Педагогик коллективтар уҡыусыларын көтә, үҙ компетенцияларын үҫтерә, квалификацияларын күтәрә. Быға мәғариф декаднигы сиктәрендә үткәрелгән саралар булышлыҡ итә, унда федераль белем биреү стандарттарындағы яңы үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, уҡыу предметтарын уҡытыу, класс етәксеһенең, уҡытыусының психологик аспекттары, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек мәсьәләләре ҡарала.

– Мәғариф өлкәһендә ниндәй яңылыҡтар бар?

– Мәғариф өлкәһендә яңылыҡтар – ул бөтә мәктәптәр өсөн дә бер төрлө берҙәм уҡыу расписаниеһы. Рәсәй кимәлендә тарих фәнен уҡытыу буйынса сәғәттәр артасаҡ. Яңы китаптар алып ҡайттыҡ. Шулай уҡ бөтә Рәсәйҙә бер төрлө программа буйынса уҡыясаҡтар. Әйтәйек, Мәскәүҙә уҡыған бала Стәрлетамаҡҡа күсеп ҡайтҡан икән, ул шул уҡ көндә бер үк программа буйынса уҡыуын дауам итәсәк. Йәғни, берҙәм белем биреү киңлеге. Кемдер алда бара, кемдер артта ҡала тигән һүҙ булмаясаҡ.

Рәсәй Мәғариф министрлығы мәғлүмәте буйынса, быйыл 1 сентябрҙән мәктәптәрҙә берҙәм мәктәп формаһын индереү планлаштырылмай.

Уҡыу йорттары, “Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһында”ғы Федераль Закондың 38-се статьяһы нигеҙендә, ата-әсәләрҙең һәм уҡыусыларҙың фекерен иҫәпкә алып, тышҡы ҡиәфәткә, кейемдең төҫөнә һәм фасонына талаптарҙы үҙ аллы билдәләй ала.

 – Ә шулай ҙа проблемалар ҙа юҡ түгелдер?..

 – Аҙыраҡ ҡаршылыҡтар бар, әлбиттә, әммә улар яйға һалыныр, тип уйлайым. Төп проблема – ул кадрҙар етешмәү мәсьәләһе. Шул мәсьәләне ҡала кимәлендә хәл итергә кәрәк. Барыһынан элек математика уҡытыусыларына ҡытлыҡ. Әлеге ваҡытта ҡала мәктәптәренә туғыҙлап математик кәрәк. Икенсе урында – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Был йәһәттән һигеҙ педагог етмәй. Өҫтәмә белем биреү учреждениеларында ундай проблема юҡ. Ҡағиҙә булараҡ, 1 сентябргә белем биреү учреждениеларында вакант педагогтар өсөн йөкләмәне бүлеү иҫәбенә ябыла. Кадрҙар етешмәү проблемаһын хәл итеү юлдарының береһе – буласаҡ педагогтарҙы маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡытыу. Быйыл ҡала мәғариф бүлеге 17 маҡсатлы килешеү төҙөнө. Беҙ дүрт мәктәптә – 11-се, 17, 21-се мәктәптәрҙә һәм 1-се мәктәп-интернатта профилле педагогик кластар астыҡ.

– Башҡорт телен уҡытыу буйынса үҙгәрештәр бармы?

– Быйылдан башҡорт телен үҫтереү буйынса эште балалар баҡсаһынан башлайбыҙ. Республика кимәлендә юл картаһы эшләнек. Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы республика халыҡтары телдәре буйынса комиссия рәйесе Урал Килсенбаев кәңәшмә үткәрҙе. Унда шулай эшләргә планлаштырҙыҡ. Юл картаһы – ул башҡорт телен үҫтереү буйынса “юл ҡағиҙәләре”н әҙерләү буйынса бер нисә йылға төҙөлгән программа. Ул командаға дөйөм маҡсатты, үҫештең төп йүнәлештәрен һәм этаптарын күрергә ағымдағы прогресты күҙәтергә ярҙам итә.

– Яңы уҡыу йылына теләктәрегеҙ?..

– Белем көнө – иң матур һәм сағыу даталарҙың береһе. Был көн барыбыҙ өсөн дә байрам һәм һәр кем уны оло яуаплылыҡ менән ҡаршы ала. Яңы уҡыу йылында балалар яңы белем туплаһын, ҡыҙыҡһынып уҡыһын, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен! Ил-көндәргә именлек, уҡыусыларға белем баҫҡыстарын яулауҙа ныҡышмалылыҡ, ата-әсәләргә балаларының бәхетле киләсәгенә ышаныс, ә уҡытыусыларға ижади уңыштар теләйем!

Әңгәмәне Роза САФИНА ҡорҙо.

Автор фотоһы, шулай уҡ ҡала мәғариф бүлеге сәхифәһенән алынды.

БӘХЕТЛЕ КИЛӘСӘК ХАҠЫНА
БӘХЕТЛЕ КИЛӘСӘК ХАҠЫНА
БӘХЕТЛЕ КИЛӘСӘК ХАҠЫНА
БӘХЕТЛЕ КИЛӘСӘК ХАҠЫНА
БӘХЕТЛЕ КИЛӘСӘК ХАҠЫНА
Автор:Роза Сафина
Читайте нас