Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Август 2025, 05:48

Бер ваҡытта ла һынатмай

Күп балалы Көнсыуаҡовтар ғаиләһендә Халиҡ Зөлфәр улы - вахта ысулы менән экскаватор машинисты булып эшләй. Резеда Рәшит ҡыҙы, әлеге ваҡытта декрет ялында, улар дүрт баланың - Розалина, Аделина, Хәсән, Рамаҙандың бәхетле ата-әсәһе.

Бер ваҡытта ла һынатмайБер ваҡытта ла һынатмай
Бер ваҡытта ла һынатмай

Быйылғы уҡыу йылында икенсе ҡыҙҙары беренсе класҡа, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө һанлы башҡорт гимназияһына уҡырға бара.

- Уҡыу йылы бик тиҙ килеп еткән кеүек булды. Беренсе класҡа барыу беҙҙең өсөн бик тулҡынландырғыс түгел, сөнки беренсе ҡыҙыбыҙ ағымдағы йылда беренсе классты тамамланы, - тип уртаҡлашты Резеда Рәшит ҡыҙы.

Аделинаның ата-әсәһе ҡыҙ һәйбәт уҡыр тип ышана, сөнки ул тырыш, сәмсел, уңған, егәрле ҡыҙ икән. Әгәр ҙә берәй нимә килеп сыҡмаһа, аңламаһа атаһы менән әсәһе уға аңлатырға, ярҙам итергә әҙер.

- Ҡыҙыбыҙ бер ваҡытта ла һынатмай, төрлө сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып тора. Ҡала кимәлендә үткән “Алтын бишек” шиғриәт конкурсында Гран-приға лайыҡ булды, шулай уҡ ҡала кимәлендә уҙғарылған “Һаумы, һаумы әкиәт”, “Урал батыр” эпосын ятлап уңышлы сығыштар яһап, республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ла ҡатнашты. Алла бирһә уҡырға төшкәс тә, ҡыҙыбыҙҙың уңыштарына, ҡаҙаныштарына һоҡланып, ҡыуанырбыҙ тип ышанабыҙ. Беҙ уҡырға әҙер! - тип өҫтәне Резеда Рәшит ҡыҙы.

Гүзәл РӘМИЕВА

Фотолар ғаилә архивынан алынды

Бер ваҡытта ла һынатмай
Бер ваҡытта ла һынатмай
Бер ваҡытта ла һынатмай
Бер ваҡытта ла һынатмай
Бер ваҡытта ла һынатмай
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас