Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Август 2025, 05:35

БЫНДА БОРОНҒОЛОҠ МЕНӘН ЗАМАНСАЛЫҠ ҠАУЫША

 “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектының “Йәшәү өсөн Инфраструктура” милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡтағы Киров исемендәге паркы яңыртыла.

БЫНДА БОРОНҒОЛОҠ МЕНӘН  ЗАМАНСАЛЫҠ ҠАУЫШАБЫНДА БОРОНҒОЛОҠ МЕНӘН  ЗАМАНСАЛЫҠ ҠАУЫША
БЫНДА БОРОНҒОЛОҠ МЕНӘН ЗАМАНСАЛЫҠ ҠАУЫША

Элекке йөҙөн дә һаҡлап, заманса ҡоролмалар менән байытылып, үткәндәр менән бөгөнгөнө бәйләп торған парк ҡала халҡының күңеленә хуш килә. Инна һәм Виктор Ларуковтар өсөн Киров паркы бигерәк тә яҡын. Сөнки Виктор бала саҡта ошонда уйнап үҫкән. Уның фекеренсә, парктағы ағастарҙы алмайынса, шул уҡ ваҡытта, заманса йыһазландырып бик шәп эшләгәндәр. "Элеккегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, ти Виктор. –  Был парк – ҡалалағы берҙән-бер урман мөйөшө. Парк менән йәнәшә генә физкультура колледжы. Студенттар был паркта спорт менән шөғөлләнә. Ағастарҙы борсорға ярамай, улар ҙа кешеләр һымаҡ һиҙгер, тыныслыҡ яраталар”, - ти Ларуковтар.


Р. САФИНА.
Автор фотоһы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас