Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Август 2025, 06:35

ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА – ҘУР БҮЛӘК!

Быйыл “Берҙәм Рәсәй” партияһының халыҡ программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Стәрлетамаҡтағы биш белем биреү учреждениеһына капиталь ремонт яһалды.

ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА – ҘУР БҮЛӘК!ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА – ҘУР БҮЛӘК!
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА – ҘУР БҮЛӘК!

Белем көнөндә 1-се лицей, 1-се, 2, 16 һәм 17-се урта дөйөм белем биреү мәктәптәре яңы ғына яһалған ремонттан һуң үҙ ишектәрен асасаҡ. Ата-әсәләрҙең  һәм педагогтарҙың теләктәрен иҫәпкә алғанлыҡтан, һәр мәктәпте ремонтлау үҙенсәлекле булған.

“Белем биреү учреждениеларының һәр береһендә беҙ ремонт эштәрендә үҙебеҙҙең почеркты, уникаль дизайнды  күрәбеҙ – барыһы ла балаларға уңайлы булһын. Уҡыусылар ҙа,ҡытыусылар ҙа һөҙөмтәләр менән ҡәнәғәт ҡалыр, һәм яңы уҡыу этабының башы улар өсөн уңышлы булыр, дәртләндереп, яңы еңеүҙәргә әйҙәп торор тип ышанам”, – тине  “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы сәркәтибе, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.

Мәктәптәргә капиталь ремонт  барышында инженерлыҡ системалары алыштырылған, фасадтар, ҡыйыҡтар һәм эске бүлмәләр ремонтланған, заманса уҡыу ҡорамалдары, мебель һатып алынған, мәктәп ихаталары  һәм тирә-яғындағы биләмәләр төҙөкләндерелгән.

Был комплекслы саралар биналарҙың хәүефһеҙлеген һәм энергия һөҙөмтәлелеген арттырып ҡына ҡалмай, ә иһә балаларға ял һәм ижад итеү өсөн функциональ зоналар булдырырға мөмкинлек бирә.

“Беҙҙең 17-се мәктәп бик ныҡ үҙгәрҙе. Яңы  белем биреү киңлектәре һәм заманса интерактив ҡорамалдар барлыҡҡа килде. Беҙ, уҡыусылар һәм ата-әсәләр был ыңғай үҙгәрештәргә бик  шатбыҙ”, – тип билдәләне мәктәптең ата-әсәләр советы вәкиле Зөлфиә Муравьева.

Р.САФИНА.

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының  урындағы бүлексәһе фотолары.

ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА – ҘУР БҮЛӘК!
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА – ҘУР БҮЛӘК!
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА – ҘУР БҮЛӘК!
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА – ҘУР БҮЛӘК!
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА – ҘУР БҮЛӘК!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас