Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Йәмғиәт
30 Августа 2025, 05:45

Киров паркына етәме һуң!?.

Быйыл Башҡортостанда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә 94 йәмәғәт биләмәһе яңыртыла. Был исемлектә Стәрлетамаҡтағы Киров исемендәге парк та бар.

Киров паркына етәме һуң!?.Киров паркына етәме һуң!?.
Киров паркына етәме һуң!?.

Әле унда төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға табан бара. Брусчатка түшәлгән, бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған. Спорт майҙансығы кәртә менән уратылған, ҡара тупраҡ килтереп түшәлгән. Электән үҫеп ултырған ағастарҙан тыш, парк тирәләй шыршы үҫентеләре ултыртылған. Парк уртаһында музыкаль фонтан тирә-әҡҡ нур бөркөп тора.

Ремонт эштәре барыуға ҡарамаҫтан, күптәр ҙур теләк менән был паркта ял итергә килә. мәҫәлән, Ирина Ишбаева менән Ләйсән Йәнгиева Киров исемендәге паркта балалары менән ял итергә ҡаланың “Дауахана ҡаласығы” яғындағы биҫтәнән килгәндәр. “Беҙгә бында бик оҡшай!” -  ти улар бер тауыштан.
“Ошо паркта балалар менән йөрөргә яратабыҙ. Был парк беҙгә бик оҡшай, ни өсөн тигәндә, ул йәшеллеккә күмелгән! Йәйге эҫе көндәрҙә ошонда килеп һыйынабыҙ. Был парк – эҫенән һаҡланыу өсөн берҙән-бер урын. Ағастарға рәхмәт әйтә-әйтә ял итәбеҙ. Улар бит һауаны таҙарталар”.

 

Р. САФИНА.
Автор фотолары
.

Киров паркына етәме һуң!?.
Киров паркына етәме һуң!?.
Киров паркына етәме һуң!?.
Автор:Роза Сафина
Читайте нас