Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2025, 10:10

Өфө – Ырымбур автоюлында “Ҡаршы һыҙат” операцияһы бара

Шуға бәйле Башҡортостанда автоинспекторҙар юлдарға дрондар ебәрә.

Өфө – Ырымбур автоюлында “Ҡаршы һыҙат” операцияһы бара
Өфө – Ырымбур автоюлында “Ҡаршы һыҙат” операцияһы бара

Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондарындағы Өфө – Ырымбур автоюлында квадрокоптерҙар ярҙамында водителдәрҙе күпләп тикшерә.

Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, ике көн рәттән барған рейдтарҙың маҡсаты – тыйылған урындарҙа ҡаршы юлға сығыу менән бәйле юл-транспорт ваҡиғаларын профилактикалау.

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙы (шул иҫәптән, праваһыҙ йәки траспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгәндән һуң) туҡтатасаҡ.

Башинформ һәм “Комсомольская правда” гәзите мәғлүмәттәрен ҡулланып, Р.ЗАМАНОВА әҙерләне.

Өфө – Ырымбур автоюлында “Ҡаршы һыҙат” операцияһы бара
Өфө – Ырымбур автоюлында “Ҡаршы һыҙат” операцияһы бара
Автор: Роза Сафина
Читайте нас