

Ҡушымтала сит кешенең күсемһеҙ милкенә идара итеү мөмкинлеге милексенең рөхсәт биреүе сиктәрендә эшләнә. Бының өсөн сит кешенең “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге аккаунты менән бәйле телефоны, шулай уҡ хужаның һәм ҡунаҡтың телефонында ҡуйылған ҡушымта талап ителә. Милексе ҡунаҡҡа инеүҙе раҫлағандан һуң, уның ҡушымтаһында автомат рәүештә “Ҡунаҡҡа инеү” билдәһе менән яңы объект барлыҡҡа килә. Хужа теләһә ҡайһы ваҡытта был хеҙмәтте туҡтата, ә ҡунаҡ бирелгән функционалдан баш тарта ала.
Бынан тыш, хәҙер ҡушымта шәхси торлаҡ йорттар, шул иҫәптән блок ҡуйылған төҙөлөш йорттары хужаларына ла асыҡ.
Бындай йорттар Рәсәйҙә 17 миллиондан ашыу, ә Башҡортостан Республикаһында 750 меңгә яҡын иҫәпләнә. Уларҙың хужаларына иҫәп-хисап күрһәтмәләрен тапшырыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларға һәм ҡушымтаға ярҙам итеү хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге буласаҡ. Улар шулай уҡ туғандарына һәм торлаҡты ҡуртымға алыусыларға “ҡунаҡҡа инеү” мөмкинлеген бирә ала.
“Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт” ҡушымтағаһын www.gosuslugi.ru/mp_dom. һылтанмаһы буйынса күсереп алырға була. Ҡушымта айырыуса хәҙер мутлашыусылар “йүкә” квитанцияларҙағы әүҙем ҡулланғанда көнүҙәк булып тора һәм ул шулай уҡ намыҫһыҙ идарасы компанияларҙың торлаҡ коммуналь хеҙмәт өсөн икеләтә иҫәпләүҙәренән ҡотолорға ярҙам итәсәк.
Р.ЗАМАНОВА.