Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2025, 14:20

ҠОМҺОҘЛОҠ ИНДЕ, ҠОМҺОҘЛОҠ!.

Ишембай колледжының элекке директоры аҡса сарыф иткәне  өсөн хөкөм ителде.

ҠОМҺОҘЛОҠ ИНДЕ, ҠОМҺОҘЛОҠ!.ҠОМҺОҘЛОҠ ИНДЕ, ҠОМҺОҘЛОҠ!.
ҠОМҺОҘЛОҠ ИНДЕ, ҠОМҺОҘЛОҠ!.

 Салауат ҡала суды Ишембай профессиональ колледжының экс-директоры Таһир Сатлыҡовҡа һәм уҡыу йортоноң өс элекке бухгалтер хеҙмәткәренә хөкөм ҡарары сығарҙы, тип хәбәр итә Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте.

Элекке директор хеҙмәтендә тотҡан урынан  файҙаланып (РФ Енәйәт  кодексының 160 — сы статьяһының 4-се өлөшө һәм РФ Енәйәт кодексының 160-сы статьяһының 3-сө өлөшө) һәм вазифа вәкәләттәрен ҡулланып (Енәйәт кодексының 285-се статьяһының 1-се өлөшө)  аҡса тотоноу йәки үҙләштереүҙә, ә бухгалтерҙар үҙләштереүҙә (РФ Енәйәт кодексының 160-сы статьяһының 4-се өлөшө) ғәйепле тип табыла. Таһир Сатлыковты 500 мең һум штраф менән өс йылға дөйөм режимлы колонияға хөкөм итәләр, ә уның элекке ҡул аҫтындағыларға ике йылға шартлы рәүештә, шул уҡ осорға һынау срогы менән иркенән мәхрүм итеү тәғәйенләнә. Суд 2018 йылдың февраленән 2020 йылдың декабренә тиклем ғәйепләнеүселәрҙең үҙҙәренә һәм енәйәтсел ниәт тураһында белмәгән колледждың башҡа хеҙмәткәрҙәренә законһыҙ рәүештә премиялар иҫәпләүен асыҡлай, һуңынан улар бирелә. Был ваҡыт эсендә бөтәһе 2 миллиондан  ашыу аҡса урлана.

Шулай уҡ Сатлыков әфәнденең колледж аҡсаһына һатып алынған мөлкәтте үҙләштереүе, шулай уҡ «диплом алыуҙа ярҙам итеүе» асыҡлана. Колледждың элекке директоры ғәйепте танымай, ә башҡа ғәйепләнеүселәр уны тулыһынса таный.

Р.БАЙРАМОВА

ҠОМҺОҘЛОҠ ИНДЕ, ҠОМҺОҘЛОҠ!.
ҠОМҺОҘЛОҠ ИНДЕ, ҠОМҺОҘЛОҠ!.
Автор:Римма Галимова
Читайте нас