Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2025, 07:15

“Фото”ға ҡарап... аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Аҡса уғрылары “Ҡара әле, фотола һин түгелме” схемаһын ҡулланып, Стәрлетамаҡта 48 йәшлек бер ирҙе төп башына ултыртҡан.

“Фото”ға ҡарап... аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан“Фото”ға ҡарап... аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан
“Фото”ға ҡарап... аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Ул  быға тиклем дә ошондай хәлдәр тураһында ишеткән булған да бит, әммә аферистарға ышанған,  сөнки хәбәр туғанының аккаунтынан килгән. Ул быны ниндәйҙер иҫке  фото тип уйлаған һәм  хәйләгә шикләнмәйенсә, һылтанма буйынса күскән. Шунан һуң уның телефонына һиҙҙермәй генә “Фото” тигән исем аҫтында ҡушымта урынлаштырылған. Ысынында иһә был ҡушымта телефонды ватыу өсөн ҡулланыла.

Ун көндән һуң зыян күреүсенең банк картаһынан 4000 һум аҡса юҡҡа сыҡҡан. Аҡса QR-код буйынса түләү аша киткән. Ир, мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуын аңлап ҡала һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Башҡортостан буйынса  Эске эштәр министрлығы иҫкәртә:

Һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ, хатта таныштарҙан килһә лә. Хәбәрҙе ебәреүсенән уның ысынлап та ебәргәнме-юҡмы икәнлеген асыҡлағыҙ. Антивирус программаларын ҡулланығыҙ һәм билдәһеҙ сығанаҡтарҙан ҡушымталар урынлаштырмағыҙ. Кемдер аҡсағыҙҙы сисеп алғанлығына  шикләнһәгеҙ,  шунда уҡ банкка йәки полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.

Р.ЗАМАНОВА.

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас