

Ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү бүлегенән белдереүҙәренсә, йәрминкәлә ҡатнашыуға ауыл тауар етештереүселәре, крәҫтиән һәм фермер хужалыҡтары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар саҡырыла. Бынан тыш, йәрминкәләр аҙна һайын һәр шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем Стәрлетамаҡ район-ара базаһы биләмәһендә лә (Хоҙайбирҙин урамы, 85-се йорт) буласаҡ.
Көндәр йылы тороуға (атмосфера һауаһының плюс температуралы булыуына) бәйле ит продукцияһы менән сауҙа итеү һыуытыу өсөн махсус ҡорамалдар (прилавкалар, витриналар, һыуытҡыстар) булғанда ғына мөмкин буласаҡ.
Аҙыҡ-түлек булмаған әйберҙәр менән һатыу итеү рөхсәт ителмәй.
Бынан тыш, йәрминкәләр аҙна һайын шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә Стәрлетамаҡ район-ара базаһында уҙғарыла (Стәрлетамаҡ, Хоҙайбирҙин урамы, 85-се йорт). Йәрминкәнең эш ваҡыты – сәғәт 9:00-дән 16:00-гә тиклем.
Йәрминкәлә һатыу итеү өсөн урындар бушлай бирелә.
Р.ЗАМАНОВА.