Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2025, 07:35

ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...

Был китап илебеҙҙе, еребеҙҙе яҡлаусылар тураһында Башҡортостан һәм Рәсәй журналистары союзы ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаты, “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуровтың Махсус хәрби операция геройҙарына бағышланған “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...” тип аталған китабы донъя күрҙе. Унда авторҙың махсус хәрби операция яугирҙары, уларҙың ғаиләләре, хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам тураһында репортаждары, мәҡәләләр тупланған. Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең кәңәшмәләр залында ошо китаптың исем туйы үтте.

ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...
ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...

Күҙгә-күҙ ҡарашып...

Был мөһим сараға Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр урынбаҫары, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Эльвера Иманғолова; Стәрлетамаҡ районының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ассоциацияһы рәйесе, подполковник, “Башкортостан” полкының Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге мотоуҡсылар батальоны командиры, Стәрлетамаҡ районы Советы депутаты Фәрит Миһранов; Башҡортостан” полкының тәьмин итеү ротаһы командиры урынбаҫары Рәмил Рауилов (“Эмир” позывнойлы яугир); Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы имам-мөхтәсибе Рөстәм Ғәйфиев; рухани Павел Миронов; Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссариат бүлегенең планлаштырыу, тәғәйенләү бүлеге начальнигы Андрей Каракеча саҡырылғайны.

 Унда шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың яҡындары, Юрматы ырыуы вәкилдәре, Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, башҡорт теле уҡытыусылары, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы һәм физик культура колледжы студенттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ирекмәндәр ҡатнашты. Рухландырғыс сараны Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Эльвера Иманғолова асып ебәрҙе:

– Был матур ваҡиға – китаптың исем туйы нәҡ районыбыҙҙың 95 йыллыҡ юбилейын ҡаршылған мәлгә тура килеүе бигерәк тә шатлыҡлы хәл, – тине дәррәү алҡыштар аҫтында Эльвера Ғүмәр ҡыҙы. – Ә инде 10 октябрҙә беҙҙе оло тантана көтә – районыбыҙҙың 95 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Ул йыр-бейеүгә генә ҡайтып ҡалмай, тап ошо көндө районыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә ҙур гуманитар ылау оҙатасаҡ.

Я у г и р ҙ а р ы б ы ҙ ҙ ы ң батырлыҡтары Ватаныбыҙ барлығы һәм берлеге өсөн бик мөһим һәм бында беҙҙең яҡташтарыбыҙ, райондаштарыбыҙ ҙа ҡаһармандарса үҙ өлөшөн индерә, ә тылдағылар фронт өсөн үҙенең хеҙмәте, гуманитар ылауҙар, хаттар аша тырыша. Йөрәк сәләмдәребеҙҙе беҙ шулай еткерәбеҙ, – тине Эльвера Ғүмәр ҡыҙы һүҙен тамамлап.

Әлбиттә, китаптың исем туйында район хакимиәте башлығы үҙе булырға тейеш ине. Кисектергеһеҙ эш килеп сығыу сәбәпле, Рита Мәҙәрик ҡыҙы ошо матур сарала була алманы. Әйткәндәй, был китапта “Ҡоймаҡ та ҡойормон тип барғайным батырҙарыбыҙға...” исемле мәҡәлә лә бар. Унда китап авторы Рита Сәмиғуллинаның махсус хәрби операция зонаһына эш сәфәре тураһында бәйән итә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәр сығышында махсус хәрби операция геройҙарына, уларҙың яҡындарына ҡарата хәстәрлек күрһәтеүҙе һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был хәстәрлек, әлбиттә, гуманитар ылауҙарға ғына ҡайтып ҡалмай. Һәр төрлө ярҙам, иғтибар батырҙарыбыҙҙың рухын нығыта.

Махсус хәрби операция башланғандан алып ирегеттәребеҙ тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтә. Тап ошо хаҡта хәрби хәбәрселәр, журналистарҙың яҙмалары аша беҙ яу яланындағы тормош менән яҡынданыраҡ танышабыҙ. Ватаныбыҙ тарихындағы төрлө яҡтан да һыналыш осоро беҙҙең йәшәйешебеҙҙә, гәзитжурналдарҙа, мәҡәләләрҙә сағылыш таба. Илдә барған хәлваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырмай, ябай халыҡ, етәкселәр, эшҡыуарҙар – барыһы ла берҙәмләшеп, махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам ҡулы һуҙа.

 Тыуған ил именлегенә, һалдаттарыбыҙҙың ғүмеренә һәм һаулығына ҡағылған ошо көнүҙәк теманан беҙ ҙә ситтә ҡала алмайбыҙ.

 “Ашҡаҙар” гәзите махсус хәрби операция башланғандан алып унда ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ, уларҙың батырлыҡтары, ғаиләләре, гуманитар ылау туплау һәм тапшырыу хаҡында даими яҡтыртып килә. Улай ғына ла түгел, батырҙарыбыҙ хаҡында яҙмаларҙы киң ҡатлам уҡыусыларына еткереү маҡсатында, журналистар яҙмаларын китаптарҙа туплай. Мәҫәлән, былтыр “Стерлитамакский рабочий” гәзите журналистары менән берлектә “Ватан саҡырыуы буйынса” (“По зову Родины”) китабы донъя күрһә, (унда Р. Мансуров авторҙаш булараҡ сығыш яһаны), быйыл ул үҙенең “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай” (“Гора с горой не сходятся…”) исемле китабын сығарҙы. Был китапҡа ла батыр яугирҙарыбыҙ, уларҙың ғаиләләре, гуманитар ылау туплау, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы һәм берҙәмлеге хаҡында яҙмалар ингән. Был – физик, әхлаҡи көс, аҡыл һәм талант талап иткән шаҡтай ҙур хеҙмәт. Уға, хәрби хәбәрсе булараҡ, шәхсән махсус хәрби операция барған яу яланына барып, ундағы тормошто үҙ күҙҙәре менән күреп, яугирҙар менән осрашып, һөйләшергә тура киде. Автор үҙе әйтмешләй, репортаж яҙыу бер, ә бына күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүе – икенсе нәмә.

Рәмил Ғәбдрәшит улы журналистика өлкәһендә ике тиҫтәнән ашыу йылдар хеҙмәт итә һәм ул республиканың хәҙерге матбуғатында абруйлы, хөрмәтле журналистарҙың береһе булып тора. Төплө фекерле, эҙләнеүсән журналист материалдарҙың бирелеше, жанрҙарҙың яңылығы, теманың көнүҙәклеге, ҡәләменең үҙенә генә хас үткерлеге менән айырылып тора. Махсус хәрби операция темаһына айырыуса иғтибар бирә. Нәҡ махсус хәрби операция биләмәһенән яҙған яҙмалары өсөн Рәмил Мансуров БР Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты тип танылды.

Геройҙарҙы ситтән эҙләмәйҙәр

...Шығырым тулы залда бер генә битараф кеше лә булмағандыр, моғайын. Китап авторына залдағылар махсус хәрби операцияға бәйле төрлө һорауҙар яуҙырҙы. Мәҫәлән, китаптың исем туйына килеүсе йәштәр, Рәмил Ғәбдрәшит улынан махсус хәрби операция, яугирҙарыбыҙ тураһында тағы ла китап яҙасаҡмы, юҡмы, тип ҡыҙыҡһынды. Шуныһы һөйөнөслө, йәштәргә бөгөнгө көндә иң көнүҙәк булып торған ошо тема ысынлап та мөһим һәм улар уға битараф түгел.

Ә яуап бер – Рәмил Мансуров үҙе әйткәнсә:

– Беҙ ошо геройҙар тураһында йәштәр күберәк белһен, күберәк кеше уҡыһын тип тырышабыҙ. Беҙ ошо тема менән йәшәйбеҙ. Ниндәй генә шарттарҙа булыуына ҡарамаҫтан, кеше һәр яҡлап та үҫешергә тейеш: физик йәһәттән дә, рухи яҡтан да, интеллекуаль йәһәттән дә. Беҙҙең геройҙар беҙҙең менән, китапта, беҙҙең хәтерҙә, беҙҙең йөрәктәрҙә тороп ҡала. Геройҙар ҡайҙалыр океан аръяғында түгел, ә беҙҙең арала. Яугирҙарыбыҙ тураһында утыҙ-ҡырҡ йылдан һуң да иҫләп һөйләрҙәр, иҫән булмағандары тураһында иҫләрҙәр.

Беҙ, ҡала һәм район журналистары ғына түгел, ә республика журналистары үҙҙәрен аямай илебеҙ һағына баҫҡан яугирҙар тураһында яҙабыҙ. Рәсәй кимәлендә яҙабыҙ. Беҙҙең бурысыбыҙ – үҙебеҙҙең яҙмаларыбыҙ аша йәш быуынды тәрбиәләү. Беҙ – яңы тарихи дөрөҫлөктө йөрөтөүселәр. Үҙ йөрәгең аша үткәреп яҙғанда ғына, әҫәр уҡымлы була. Ул дөрөҫ ҡабул ителергә тейеш, – тип эш нескәлектәре менән таныштырҙы китаптың авторы. Артабан абруйлы ҡунаҡтар һүҙ алды.

 – Беҙҙең быуынға илһөйәрлек тойғоһо әсә һөтө менән ингән. Беҙ ошо рухты киләһе быуынға тапшырып ҡалдырырға тейешбеҙ, – тип өндәште залда ултырыусыларға “Башҡортостан” полкының тәьмин итеү ротаһы командиры урынбаҫары Рәмил Хәтмулла улы Рауилов.

 – Ә бит ун-ун биш йылдан һуң да илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә беҙҙең быуын төп умыртҡа һөйәге булып торасаҡ. Йәштәр беҙҙән күреп үҫә. Бөтә конфликттарҙы ла дипломатия кимәлендә хәл итергә кәрәк. Кешене туҡмарға, үлтерергә күп аҡыл кәрәкмәй. Ә бына дипломатик аҡыл менән эш итә белеү – бик мөһим һәм көнүҙәк мәсьәлә.

 “ Б а ш ҡ о р т о с т а н ” полкының Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге мотоуҡсылар батальоны командиры, Стәрлетамаҡ районы Советы депутаты Фәрит Миһранов үҙенең ялҡынлы сығышын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 94 йәшлек атаһынан китап авторына сәләм менән башлап ебәрҙе.

 – Геройҙар беҙҙең арала, беҙҙең ғаиләләрҙә йәшәй. Махсус хәрби операция һымаҡ ваҡиғалар барышында мәҙәниәт, сәнғәт беренсе планға сыға. Геройҙар тураһында беҙ китаптар аша беләбеҙ, ә китапты бына ошондай журналистар яҙа, – тине Фәрит Абдрахман улы. – Махсус хәрби операция зонаһындағы һәр кем пленға ла эләгеүе бар, һәләк булыуы ла. Әммә улар пленға бирелгәнсе, батырҙарса һәләк булыуҙы өҫтөн күрә... Һәм егеттәребеҙҙең һәр береһе бер маҡсат менән йәшәй – ул Еңеү! Ул алдына ҡуйған хәрби бурысын еңеү маҡсаты менән үтәй.

 Илебеҙ берәү – ул Рәсәй!

Беҙҙе ашатҡан да, йәшәткән дә – Тыуған еребеҙ. Тик ул үҙен генә һаҡлай алмай. Шуға ла беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ – Ватанды һаҡлау. Илебеҙ берәү – ул да булһа – Рәсәй. Һәр замандарҙа ла һалдат рухын уларҙың яҡындарының йылы һүҙҙәре нығытҡан. Ватанды һаҡлаусыларға арналған китаптар һәр быуын өсөн дә иң ҡәҙерле һәм мөһим булып ҡала. Бына шундай мәғәнә ята китаптың презентацияһында.

Ихласлығығыҙ өсөн рәхмәт!

“Батырҙарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ, яуҙа ятып ҡалғандар мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланыр! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!” тигән оран-өндәмә менән тамамланды китаптың презентацияһы.

Сара аҙағында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарға (үлгәндән һуң), тол ҡалған ҡатындарына, әсәйҙәренә, яҡындарына Батырлыҡ ордендары, миҙалдар тапшырылды.

 Район хакимиәтенең яңы ғына ремонттан һуң ялт итеп торған бинаһында тел тейгеһеҙ итеп, юғары кимәлдә бына шундай шәп сара уҙғарылды. Һәр сығыш тулҡынландырғыс булды. Һәр кемдең йөҙөнән ихласлыҡ бөркөлөп тора. Ошондай матур осрашыу ойоштороуҙары үҙе үк Стәрлетамаҡ районының йөҙөн күрһәтеп тора. Район хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллинаға һәм уның берҙәм командаһына афарин тиергә генә ҡала.

 Киләсәктә ошо яҡты, матур бинала Еңеү тураһындағы китаптарҙың исем туйҙарын да уҙғарырға яҙһын!

Роза САФИНА.

Григорий Кузьмин һәм Әлфиә МАНСУРОВА фотолары.

ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...
ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...
ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...
ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...
ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...
ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...
ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...
ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...
ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...
ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...
ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...
ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...
ТАУҘАР МЕНӘН ТАУҘАР ҒЫНА ОСРАШМАЙ...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас