Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Йәмғиәт
16 Сентября 2025, 06:35

ЗАМАНСА ТРОЛЛЕЙБУСТА ЕЛДЕРӘСӘКБЕҘ

Өфө трамвай-троллейбус заводы “Электрогород” электробусы һәм  ҙур класлы “МАЗ-303Т” троллейбусына техник һынауҙар уҙғарҙы.

ЗАМАНСА ТРОЛЛЕЙБУСТА ЕЛДЕРӘСӘКБЕҘЗАМАНСА ТРОЛЛЕЙБУСТА ЕЛДЕРӘСӘКБЕҘ
ЗАМАНСА ТРОЛЛЕЙБУСТА ЕЛДЕРӘСӘКБЕҘ

Юл маршруты Өфөнән Стәрлетамаҡҡа һәм артабан  Торатау геопаркына тиклем үтте. Һынауҙарҙың маҡсаты – туристик төркөмдәрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын рәсми рәүештә ЮНЕСКО глобаль геопаркы тип танылған Торатау шиханына заманса  экологик йәмәғәт транспорт төрө – Стәрлетамаҡтан автономлы йөрөшлө троллейбус  һәм Өфөнән  электробус менән ташыуҙы һынау.
Техник һынауҙа Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы
Эмиль Шәймәрҙәнов, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров, Өфө трамвай-троллейбус заводы генераль директоры Денис Рассадников һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Ҡаланың үҙәк урамдары буйлап сәйәхәт иткәндән һуң һәм артабан геопаркка тиклем барып еткәс йәмәғәт транспортына юғары баһа бирелде. Яңы транспорт төрө пассажирҙар өсөн уңайлы буласаҡ һәм бындай сәйәхәттәрҙең ихтималлығы ҙур тигән һығымта яһалды.
Эмиль Владиславович Стәрлетамаҡта троллейбус паркын яңыртыуға күптән ҙур ихтыяж бар, тип билдәләне.

– Тиҙҙән яңы троллейбустар ҡала эсендәге маршруттарыбыҙ өсөн көндәлек ысынбарлыҡҡа әйләнер, тип ышанам. Бының өҫтөндә эшләйбеҙ, – тине хакимиәт башлығы.

Р.ЗАМАНОВА.

ЗАМАНСА ТРОЛЛЕЙБУСТА ЕЛДЕРӘСӘКБЕҘ
ЗАМАНСА ТРОЛЛЕЙБУСТА ЕЛДЕРӘСӘКБЕҘ
ЗАМАНСА ТРОЛЛЕЙБУСТА ЕЛДЕРӘСӘКБЕҘ
ЗАМАНСА ТРОЛЛЕЙБУСТА ЕЛДЕРӘСӘКБЕҘ
ЗАМАНСА ТРОЛЛЕЙБУСТА ЕЛДЕРӘСӘКБЕҘ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас