

Беҙҙең республикала спорттың бокс төрө йылдам үҫешә. 2025 йылдың май айы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостандың ҡырҡҡа яҡын ҡала һәм райондарында 9 меңдән ашыу спортсы бокс менән шөғөлләнә. 26 сентябрҙә Өфөлә халыҡ-ара бокс ассоциацияһы президенты Умар Кремлёв һәм Рәсәй бокс федерацияһы ярҙамында ойошторолған ҙур турнир “IBA.PRO 9” үтәсәк. Был ваҡиғаға күп ҡараштар йүнәлтелгән, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ спортсыларының да.
Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында Башҡортостандың зона беренселеге сиктәрендә үҫмерҙәр, ҡыҙҙар, спорт ярыштарында ҡатнашыусы үҫмерҙәр араһында бокс буйынса ярыштар үтте. Ярыштарҙа шулай уҡ Стәрлетамаҡтың Олимпия резервы спорт мәктәбе спортсылары ҡатнашты. Олимпия резервы спорт мәктәбе мәғлүмәттәре буйынса, Стәрлетамаҡ бокссылары 30-ҙан ашыу миҙал яулаған.
Шулар араһынан Садиҡов Булат, Хисмәтуллин Арсен, Хисмәтуллин Тамерлан, Золоторев Василий, Дренясова София, Азаматова Алина, Ғәлләмова Лиана, Әмирова Каролина, Емельянова Карина, Иҫәнбаева Арина, Әсәҙуллина Аделина, Азаматов Динар призлы урындапрға лайыҡ булған.
Балалар тренер Д.М Белоклоковта шөғөлләнә. Йәш спортсылар Данила Белоклоков һәм уның ярҙамсыһы Дамир Хисмәтуллин етәкселегендә физик сифаттарҙы, һуғыш алып барыу оҫталығын һәм спорттағы уңыштарҙы үҫтереп, бокс сәнғәте серҙәренә төшөнә.
Үҙ эшен яҡшы бергән белгес балаларға бокстың иң яҡшы традицияларын тапшырып, олимпия резервы мәктәбендә әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша.
Данила Михайлович үҙе 2000 – 2010 йылдарҙа кикбоксинг секцияһында шөғөлләнгән тәжрибәле тренер. Ул бокс һәм кикбоксинг буйынса республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе, кикбоксинг буйынса ике тапҡыр Рәсәй кубогын яулаған. Әлеге ваҡытта унда төрлө йәштәге алтмыштан ашыу спортсы шөғөлләнә. Шулар араһында 14 кеше спорт мастерлығына кандидат һәм бер спорт мастеры бар. 2025 йылда егерме тәрбиәләнеүсеһе призлы урындар яуланы.
Данила Белоклоков кисә генә Дағстандың Каспийск ҡалаһынан ҡайтты. Унда ул тренер булараҡ барған. Халыҡ-ара бокс буйынса ярышта 17 илдән спортсылар ҡатнашҡан.
Данила Михайлович ун ике йыл кикбоксинг буйынса тренер булып эшләй. Уның тәрбиәләнеүсеһе Хәсәнов Роман (24 йәш) былтыр Рәсәй чемпионатында бишенсе урынды алды. Башҡортостан һәм Волга буйы Федераль округы буйынса һәр ваҡыт беренсе урындарҙы яулап ҡалабыҙҙың һәм республикабыҙҙың данын яҡлай. Унда ҡыҙҙар ҙа бар. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы студенты Әсәҙуллина Аделина (17 йәш) Рәсәй беренселегенә ярышта бишенсе урын, Волга буйы Федераль округы буйынса беренсе урын яулаған. Ул кикбоксинг буйынса Рәсәй беренселегенә ярышта ҡатнашып бронза миҙалға лайыҡ булған. Шулай уҡ уның тәрбиәләнеүсеһе бокс буйынса Бөтә Рәсәй ярышында ҡатнашып бишенсе Фәйзуллина Рената ла урын яулаған. Оҙаҡламай Әсәҙуллина Аделина (һүрәттә) менән Хисәтуллин Тамерлан (һүрәттә) тренерҙары Данила Белоклоков менән Чебоксар ҡалаһында үтәсәк кикбоксинг буйынса халыҡ-ара ярышҡа барасаҡ.
Спортсыларыбыҙға артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ!
Р.САФИНА.
Фотолар Д.Белоклоковтың шәхси архивынан алынды.