

Рөстәм Батталов етәкселегендә Стәрлетамаҡ башҡорт йәштәре ойошторған байрамды Искәндәр Әбсәләмов менән Фәнил Ҡарасурин ҡыҙыҡлы алып барҙылар. Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ашҡаҙар” эстрада-фольклор төркөмө, “Торатау” һәм “Дәрүиш” бейеү коллективтары, Стәрлебаштан “Һомай” бейеү ансамбле, танылған йырсылар Лилиә Ишембитова, диджей Ильнур Бейеш сараға йәм өҫтәне, күңелгә дәрт һәм рух күтәренкелеге бирҙе.
Сарала башҡорт биҙәүестәре, баш кейемдәре этно-күргәҙмәләре лә ойошторолдо. Шулай уҡ ҡыҙыҡлы конкурстар уҙғарылды, уларҙа йәштәр, ололар, балалар ихлас һәм теләп ҡатнашты. Иң әүҙем ҡатнашҡандарға Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары Ҡоролтайы исеменән, “Бүләк” үҙәгенән, “Дан” ойошмаһынан һәм башҡаларҙан бүләктәр тапшырылды.
Иң шәп бейегән пар, иң матур милли кейем кейгән егет һәм ҡыҙ билдәләнде.
Ҡалабыҙҙа ритайым нисәнсе тапҡыр үткәрелә, шул сама кеше йәнә һәм йәнә күберәк ҡатнаша башланы. Төрлө бейеү коллективтары, йырсылар ҙур теләк менән сығыш яһай.
Тулы материалды гәзитебеҙҙең 39-сы һанында уҡый алаһығыҙ. "Ашҡаҙарға" яҙылығыҙ.
Гүзәл РӘМИЕВА.
Г.Рәмиева фотолары һәм “Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы” сәхифәһенән алынды.