

Ремонтты үҙ ҡалаларында һәм райондарында ла үтергә тейешле семинарҙа ҡатнашыусылар 1-се мәктәптә һәм 1-се лицейҙа булды, унда башҡарылған эштәр һөҙөмтәләре менән танышты. 1-се мәктәптә бүленгән аҡса күбеһенсә интерактивҡа тотонолһа, лицейҙа иһә күберәк мебель алынған. Мәктәптәрҙә фасадтар, инеү төркөмдәре яңыртылған, эске һәм тышҡы биҙәү эштәре үткәрелгән, инженер коммуникациялары алмаштырылған. Шуныһы мөһим, дизайн мәсьәләләрендә ата-әсәләр әүҙем ҡатнашҡан, был уңайлы һәм заманса белем биреү мөхитен булдырырға мөмкинлек бирә.
Әле 1247 уҡыусы уҡыған 1-се лицейҙа 25 көнлөк тест-драйв үтә. Уның директоры Лилия Агаева матур уңайлы заманса йыһазландырылған кабинеттар буйлап экскурсия үткәрҙе. Аҙаҡ конференциялар залында түңәрәк өҫтәл үтте. Унда Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Тимур Хафизов коллегалары менән капиталь ремонт үткәреү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ул эшкә әҙерлек, уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы башҡа белем биреү учреждениеларына күсереүҙе ойоштороу, шулай уҡ ата-әсәләр йәмәғәтселеге менән үҙ-ара эш итеүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләне.
Тулы материалды гәзитебеҙҙең киләһе 40-сы һанында уҡый алаһығыҙ.