

Инвалидтар дауалана һәм ял итә ала
Әлиә ЛЕБЕДЬКОВА:
– “Ҡайынҡай” шифаханаһында Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһы сертификаты нигеҙендә, I, II һәм III төркөм инвалидтарҙы (18 йәштән пенсияға тиклемге, йәғни эшкә яраҡлы йәштәгеләрҙе) һәм махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткәндә йәрәхәтләнеү йә инвалидлыҡ алған кешеләрҙе йылына бер тапҡыр реабилитациялау ҡаралған. Әлеге ваҡытта, 2025 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем 52500 һум күләмендә сертификат бирелә, уның ғәмәлдә булыу ваҡыты – ике ай. Дауаланыу ваҡыты төрлөһөндә төрлөсә, һәр кешенең диагнозына бәйле. Сертификат алыу өсөн тәүҙә участка терапевынан кешенең реабилитацияға мохтажлығы тураһында белешмә алғас, уның менән ғариза яҙырға Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
18 йәшкә тиклемге инвалид балаларҙы йылына бер тапҡыр реабилитациялау ҙа бар. Сертификат алыр өсөн дәүләт ҡаҙна учреждениеһына, дәүләт йәки муниципаль хеҙмәттәр күрһәткән Күп функциялы үҙәккә (йәшәү урыны буйынса иң яҡыны) йәки Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Балалар сертификатының ваҡыты ярты йыл. Был ваҡыт эсендә улар реабилитация үтергә тейеш. Уның суммаһы 48000 һум тәшкил итә.
МХОла ҡатнашыусылар өсөн ял
Шулай уҡ, шифаханала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн БР Хөкүмәтенең 2023 йылдың 7 авгусындағы 477-се ҡарары нигеҙендә шифахана-курортта ике аҙналыҡ ял итеү, дауаланыу һәм туҡланыу ҡаралған. Улар өсөн мотлаҡ шарт – Башҡортостанда теркәлеү. Ял итеү өсөн бүленгән аҡса күләме – 60200 һум. Шифаханала дауаланырға теләүселәр беҙгә туранан-тура мөрәжәғәт итә ала. Кәрәкле документтар тапшырылғас, Өфө менән килешеп, ҡабул итеү көнөн билдәләйбеҙ. 2024 йылдан ҡатыны йәки ата-әсәһе файҙаһына һауыҡтырыу хоҡуғын тапшырыу тураһында ҡарар сыҡты. Бының өсөн МХО-ла ҡатнашыусы һауыҡтырыу хоҡуғын тапшырыу тураһында ғариза яҙа һәм беҙ уның туғандарының береһен рәсмиләштерәбеҙ.
Динә ШАФИҠОВА:
– Беҙҙә инвалидтар һәм ололар өсөн сертификаттар ҙа күп. “Башҡортостан Республикаһында социаль туризм” программаһы нигеҙендә сертификат буйынса “Ҡунаҡсыл ҡайынҡай” шифахана-курорт туры бар. Программала Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе һәм “Дәүләт социаль ярҙамы тураһында”ғы Федераль закон менән ҡаралған пенсияға социаль өҫтәмә алған граждандар ҡатнаша ала. Улар:
- пенсионерҙар;
- инвалидлығы раҫланған кешеләр.
Атап әйткәндә:
- коляскала йөрөүсе инвалидтар;
- инвалид балалар;
- күреү буйынса I төркөм инвалидтар.
Ярҙамсы программала шулай уҡ, инвалидтарҙы оҙатып йөрөүселәр ҡатнаша. Бәлиғ булмаған балалар өлкәндәр оҙатыуында ғына реабилитация үтә ала.
Рәсәй Федерацияһының Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе аша юллама буйынса инвалидтарҙың (граждандарҙың льготалы категорияһы) шифахана-курорт ялы бар. Өс йылға бер тапҡыр Социаль страховкалау фонды программаһы буйынса улар ял итеү өсөн сертификат ала ала. Мотлаҡ шарттар – льготаларҙан баш тартмаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә улар ташламаларҙан баш тартып, аҡсалата алырға уйлаһа, был осраҡта сертификат алырға мөмкин булмай. Бындай ял итеү мөмкинселеге өс йылға бер тапҡыр бирелә.
Ә инде пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн улар эшләгән ойошма йүнәлеше буйынса шифахана-курорт ялы алыу мөмкинлеге бар. Был осраҡта ойошма эшсегә үҙ аҡсаһы иҫәбенә юллама ала, ә социаль страховкалау фонды һуңынан был аҡсаны түләнгән страховка иғәнәләре иҫәбенә ҡаплай. Бындай юллама хаҡы төрлө ойошмала төрлөсә. Бынан тыш, бөтә пенсионерҙар өсөн дә бында ташламалар бар.
Шифахананың иң төп үҙенсәлеге шунда: Социаль страховкалау фонды юлламалары буйынса килгән пациенттар өсөн беҙҙә һауыҡтырыу һәм ял итеү менән шөғөлләнгән төп функцияларҙан тыш, башҡа шифаханаларҙан айырмалы рәүештә, бик ҡеүәтле амбулатор поликлиника ярҙам структураһы бар, һуңғы ваҡытта улар айырыуса махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың туғандары (яугир үҙе ял итмәһә, был хоҡуҡты ғаилә ағзаһына тапшыра ала). Беренсе ҡатта поликлиника урынлашҡан, ул ял итеүселәргә генә түгел, ә беҙгә консультация алырға килгәндәргә лә тулы күләмдә ярҙам күрһәтә. Беҙҙә ике меңдән ашыу тикшеренеү төрө бар.
Бихисап дауалау процедуралары бар
Олег ГӘРӘЕВ:
– Беҙҙең шифахана – йәшәү һәм туҡланыу менән дауалау һәм реабилитациялау кеүек хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошма булараҡ реестрға индерелгән берҙән-бер шифахана. Бындай сертификаттарҙы республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә алырға мөмкин.
Беҙҙә тар йүнәлешле белгестәр һәм терапевт бар. Шифаханаға юлланған һәр кемде башта беҙҙең табип ҡарай һәм дауалау тәғәйенләй. Сөнки, айырыуса инвалидтарҙа төрлө процедураларға һәм дарыуҙарға ҡаршы күрһәтмәләр булыуы ихтимал.
Шифаханала бихисап дауалау процедуралары бар һәм беҙҙең пациенттар тулы күләмдә ял итә, һаулығын нығыта ала. Һыу менән дауалау бүлегендә Шарко душы, циркуляр душ, күтәрелеүсе душ, гидромассажлы душ кеүек дауалау процедуралары тәҡдим ителә. Ылыҫлы, нафталин, батҡаҡ ванналары, кедр мискәһе бар. Тоҙ шахтаһы, батҡаҡ менән дауалау, озокерит терапияһы (йылытылған озокерит менән аппликациялар ҡулланып йылылыҡ менән дауалау), ҡул һәм механик массаж, атап әйткәндә, организмдан артыҡ шыйыҡса сығарыуҙы стимуллаштырыусы һәм матдәләр алмашыныуын тиҙләтеүсе лимфодренаж массаж төрө лә ҡулланыла. Шулай уҡ пиявкалар һәм энә терапияһы ла бар.
Физкабинеттарҙың электр менән дауалау, яҡтылыҡ менән дауалау, юғары йышлыҡлы терапия (УВЧ), бик юғары йышлыҡлы (КВЧ), синусоидаль модулләнгән токтар (СМТ) кеүек төрҙәре бар.
Килгән ҡунаҡтар өсөн беҙҙә дауалау физкультураһы, тренажер залы, ҙур йылы бассейн бар. Унда инвалидтар өсөн махсус күтәргес ҡоролған. Юғары ҡаттарға менеү өсөн лифт эшләй, бер корпустан икенсеһенә барыу өсөн күтәргестәр ҙә ҡаралған. Ғөмүмән алғанда, шифахана тейешенсә йыһазландырылған, һәм аҙ хәрәкәтсәндәр өсөн беҙҙә уңайлы мөхиттең тулы циклы булдырылды.
Яңы ысулдар актив ҡулланыла башланы
– Әлеге көндә профилакторийҙа озон менән дауалау, Атланта исемле яңы һыу аҫты аппаратында умыртҡа һөйәген һуҙыу ысулдары актив ҡулланыла башланы. Әлеге көндә бындай дауаланыу төрҙәре иң һирәк осрай торған һәм бик талап ителгән процедуралар. Бынан тыш, карауатта ятҡан килеш умыртҡа һөйәген һуҙыу ысулы ла бар. Шулай уҡ күптән түгел беҙ шифаханала аҙ дозалы флюорограф тоташтырҙыҡ, ул, ғәҙәттәгенән айырмалы рәүештә, кеше организмы өсөн бик үк зарарлы түгел. Әгәр поликлиникаларҙа был процедураны үтеү мөмкинлеге булмаһа, теләгән һәр кем беҙгә мөрәжәғәт итә ала.
Иң мөһиме, санаторийҙа психолог та эшләй. Был бигерәк тә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың туғандарына ҡағыла. Улар бында мотлаҡ психологик ярҙам ала ала. Өҫтәүенә, балалар өсөн психологик-медицина-педагогик тикшереү, коррекция-үҫтереү һәм компенсациялау дәрестәре лә үткәрелә.
Рауил ШАФИҠОВ:
– Беҙгә дауаланырға күбеһенсә яҡын-тирә райондарҙан, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай ҡалаларынан, хатта Ырымбур өлкәһенән дә киләләр. Шифахана инвалидтарҙы ла, льготалыларҙы ла, ябай ял итергә теләүселәрҙе лә ҡабул итергә һәр саҡ әҙер. Йәштәр өсөн дә, оло йәштәгеләр өсөн дә (экономдан алып люксҡа тиклем) ял һәм дауаланыу ваҡыты файҙалы һәм күңелле үтә. Йәштәр күбеһенсә ике кешелек карауат, һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес, сәйнүк, ванна бүлмәһе һәм санузел булған уңайлы люкс, ярым люкс номерҙарҙы өҫтөн күрә. Стандарт номерҙарҙа люкс номерҙарҙағы кеүек, душ һәм бәҙрәф бар, ә эконом стандарт номерҙарҙа булмаһа ла, һәр ҡатта махсус душ һәм бәҙрәф бар. Улар иркен, аҙ хәрәкәтсән граждандар өсөн ҡулайламалар менән йыһазландырылған, ишек уйымдары коляска үтерлек итеп махсус киңәйтелгән.
Ғәҙәти шифаханаларҙа булмаған бөтә шарттар
Әлбиттә, шифаханала коляскала йөрөүсе, аҙ хәрәкәтсән һәм түшәктә ятҡан ауырыуҙар өсөн бөтә талаптар ҙа үтәлгән. Шифаханабыҙҙа умыртҡа һөйәге ауырыуҙары менән сирләүселәр өсөн махсус номерҙар ҙа бар, йәғни түшәктә ятҡан кешеләр өсөн. Улар бында оҙатып йөрөүсе менән дауалана ала. Өс вертикаль һәм бер ауыш күтәргес, ике пассажирҙар лифты, ял итеүселәргә бассейн, ләм һәм физиотерапия бүлексәләре, спорт залы хеҙмәттәрен алырға мөмкинлек бирә. Ундай пациенттарҙың бүлмәһендә оҙаҡ ятыуҙан тән боҙолоуға ҡаршы матраслы махсус карауаттар бар. Ә уңайлы күтәргес ауырыуҙы күтәреп ваннаға алып бара һәм кире килтерә, ниһайәт, эште күпкә еңеләйтә.
Беҙ ғәҙәти шифаханаларҙа булмаған бөтә шарттарҙы булдырҙыҡ. Беҙҙә ишектәр киңәйтелде, палаталарҙа махсус санузелдар, махсус ванналар йыһазландырылды. Дүртенсе ҡатта капиталь ремонт эштәре уҙҙы, шуның менән бөтә ҡаттарҙы ремонтлау тамамланды. Уның бер өлөшөн махсус хәрби операциянан ҡайтҡан егеттәргә бирҙек. Улар өсөн махсус палаталар, ике оҙатып йөрөүсе менән ике коляскалы кеше һыйырлыҡ 1000 килограмм ауырлыҡты күтәрерлек махсус лифт ҡуйылды. 2026 йылға лаборатория диагностикаһын киңәйтеү һәм үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла. Биохимик анализатор, иммунофермент (ИФА) анализаторы һатып алыу мәсьәләһе тора. Насар йөрөүселәр һәм коляскала йөрөүселәр өсөн тренажер кеүек ҡорамалдар, был категория пациенттарҙы реабилитациялау өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алыу планлаштырыла. Бигерәк тә инсульт менән сирләгән пациенттар, аяҡ-ҡулдарында хәрәкәт булмағандар өсөн, кире биологик бәйләнешле протездар һатып алырға ниәтләйбеҙ. Бындай протез-тренажер биопотенциалдарҙың кире бәйләнешен ҡуҙғытыу юлы менән хәрәкәт булмаған быуындарҙың хәрәкәтен тыуҙыра. Һәм, әлбиттә, яраланғандан һуң, контузиянан һуң ҡайтҡан МХО яугирҙары өсөн был, моғайын, реабилитацияның төп һөҙөмтәле яңы ысулдарының береһе буласаҡ.
Пландарҙа шулай ук 2-се һәм 4-се ҡаттарҙа физиотерапия бүлексәләре, 4-се ҡатта процедуралар кабинеты булдырыу мәсьәләһе тора. Пациенттарға мөмкин тиклем яҡыныраҡ булһын һәм улар икенсе ҡатҡа төшмәһен өсөн.
Шулай уҡ һыу терапияһы менән дауалау программаһын яңыртырға ниәтләйбеҙ, аяҡ-ҡулдары булмаған йәки аяҡ-ҡулдары хәрәкәтһеҙ булған пациенттар өсөн тәғәйенләнгән бассейнда эшләүсе белемле инструкторҙарҙы ҡабул иттек тә инде.
Спорт һәм мәҙәни саралар ҙа етерлек
Әүҙем ял итеү өсөн спорт, тренажер залдары бар. Шифаханала ял итеүселәр, дауаланыусылар унда воллейбол, баскетбол, футбол уйнай ала. Шулай уҡ, спорт залын арендаға алыусылар ҙа бар.
100 кешегә иҫәпләнгән ашханала баланслы туҡланыу ҡаралған. Иртәнге аш, икенсе иртәнге аш, төшкө аш, киске аш һәм мотлаҡ ҡымыҙ бирелә. Йөрөй алмаған сирлеләр номерында туҡлана ала. Шулай уҡ, бында диета терапияһы ла бар.
Башҡа ҡалаларҙан килгән пациенттарыбыҙ ҡала үҙәгендә шифахана-профилакторийҙың булыуына хайран ҡала, шуға күрә беҙ әле йәшел ағастар, үҫентеләр ултыртыу менән шөғөлләнәбеҙ. Килгән пациенттар үҙҙәрен йәшеллеккә күмелгән урмандағы кеүек хис итһендәр өсөн алдағы йылдарҙа беҙ күберәк үҫентеләр ултыртырға теләйбеҙ.
Беҙҙә килгән ҡунаҡтарыбыҙ өсөн бында мәҙәни саралар етерлек. Льготалы һәм сертификат буйынса ял итеүселәр өсөн төрлө күңел асыу кисәләре, конкурстар уҙғарылып тора. Беҙҙә тап ошо категориялағы ялды ойоштороу менән шөғөлләнгән кисәләрҙе алып барыусы ла бар. Йыш ҡына ҡунаҡтарыбыҙҙы башҡорт театрына, филармонияға, рус драма театрына йырҙар тыңларға, тамаша ҡарарға һәм Торатауҙы күрһәтергә лә алып барабыҙ.
Камиллыҡҡа сик юҡ
Бығаса әйткәнемсә, инвалид кешеләргә ярҙам итеү теләге беҙҙә һаман да һүнмәй. Алла бирһә, киләсәктә беҙ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн 2 ҡатлы реабилитация үҙәге төҙөргә хыялланабыҙ. Тик бының өсөн күп аҡса талап ителә. Беҙ тап шундай пациенттар өсөн ҡорамалдар һатып алдыҡ. Әлеге көндә аҫҡы (цокольный) ҡатта шундай пациенттар өсөн бассейн һәм зал бар. Был категория пациенттар өсөн тренажерҙарҙы беҙ әлегә шунда урынлаштырырға теләйбеҙ. Пландар күп, уларҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Бының өсөн аҡса, шулай уҡ белгестәр, сабырлыҡ һәм тырышлыҡ кәрәк. Был, моғайын, артабанғы үҫешебеҙҙең бер йүнәлеше булыр. Уны үҫтереү өсөн ниндәйҙер программа тәьминәте лә булырға тейеш. Әммә камиллыҡҡа сик юҡ, шулай бит. Ни булһа ла, беҙ был изге маҡсатҡа ирешербеҙ тип ышанам. Иң мөһиме – беҙҙең коллектив һәр саҡ берҙәм, дуҫ һәм әүҙем команда булып эшләй һәм беҙҙә рәхмәтле пациенттар һәм ял итеүселәр күп. Беҙҙең эшселәр ял итеүселәргә яҡшы, йылы мөнәсәбәт күрһәтә белә. Артабан да беҙ квалификациялы белгестәр менән хеҙмәттәшлекте киңәйтергә әҙербеҙ.
Гүзәл РӘМИЕВА.
Автор фотолары һәм “Ҡайынҡай” санаторий-профилакторийы архивынан.