

Зөфәр Ғиндулла улы ҡырҡ өс йыл ғүмерен ҡалабыҙҙың 4-се автобазаһына бағышлаған. Хеҙмәт юлын ябай эшсенән башлап директор вазифаһына тиклем күтәрелгән хөрмәтле ветеран. Ошо предприятиела тәүҙә өйрәнсек моторист һөнәрен үҙләштерә. Шунан 1974-76-сы йылдарҙа армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, автобазала эшләү менән бергә, Стәрлетамаҡ төҙөлөш техникумының киске бүлегендә уҡый. Шунан автотранспорттың техник торошо буйынса контролер, мастер, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса инженер, ПТО инженеры. Шул йылдарҙа ситтән тороп нефть техник университетында инженер механик һөнәре буйынса белемен камиллаштыра. Бына шундай һикәлтәләр аша үтеп, үҙ тырышлығы менән үҙенә үҙе юл яра көслө рухлы егет.
Автобазала эшләгән йылдарын матур хәтирәләр менән иҫләй ветеран.
– Автотранспорттың ниндәйе генә булмай автобазала: тракторҙар ҙа, бульдозерҙар ҙа һ.б. Йомағужа һыуһаҡлағысын төҙөүҙә башынан алып аҙағынаса әүҙем ҡатнашырға тура килде беҙгә, – тип хәтирәләр ебен һүтә Зөфәр Ғиндулла улы.
Ә бөгөн инде ул Стәрлетамаҡ ветерандар советында мәҙәни саралар буйынса комиссия рәйесе, Стәрлетамаҡ ветерандар советының ышаныслы терәге тиергә була уны.
Ҡатыны Рәмзиә Фаат ҡыҙы хеҙмәт юлын “Уралочка” трикотаж фабрикаһында үткән. Башта техникум, унан һуң Мәскәү текстиль һәм еңел сәнәғәт институтын тамамлаған белгес оҙаҡ йылдар ошо фабрикала эшләй. Күптәр хәтерләйҙер, ул заман ҡытай әйберҙәрен күргәнебеҙ ҙә юҡ ине. Бөтә нәмә тиерлек үҙебеҙҙә етештерелә ине. Ә “Уралочка”ла йәнең теләгән костюмдарҙы, күлдәктәрҙе заказ менән бәйләтеп алырға булды. Үҙе матур, үҙе сифатлы! Үкенескә күрә 90- сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороу елдәре “Уралочка”ны ла урап үтмәне. Гөрләп торған фабрика шәхси предприятиеға әйләнгәс, Рәмзиә Фаат ҡыҙы уның етәксеһе була һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй.
Кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ. Һәр кеше тәбиғәт тарафынан бирелгән иҫ киткес ҙур мөмкинлеккә эйә, ти ғалимдар. Бының шулай икәнлеге Батталовтарҙың йәшәү рәүешендә яҡшы күренә.
Рәмзиә һәм Зөфәр Батталовтар ике бала үҫтергән. Улдары Рөстәм төҙөлөш буйынса шәхси эшҡыуар: шәхси йорттар һәм коттедждар төҙөй.
Ҡыҙҙары Ленаның шөғөлдәре күп яҡлы: риэлтор, тамада һәм туризм. Лена турҙарҙы бронләп, төрлө илдәргә сәйәхәттәр ойоштора. Шул уҡ ваҡытта ул риэлторлыҡ буйынса Башҡортостан-дың көньяғында төп белгес. Ул шулай уҡ Рәсәй буйынса ла, һәм унан ситтә лә был эште әүҙем алып бара.
Әйткәндәй, ирле-ҡатынлы Батталовтар үҙҙәре лә сәйәхәт итергә ярата. Әле бер нисә көн элек кенә Ҡытайҙа булып ҡайтҡандар. Төркиә, Ғәрәп Әмирлектәрендә ял иткәндәр. Батталовтарҙың биш ейән-ейәнсәре бар. Иң ҙур ейәндәре Мәскәү өлкәһенең Руза ҡалаһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр институтын тамамлап, әле унда хәрби хеҙмәтен башҡара. Әйткәндәй, Рәмзиә ханымдың 96 йәшлек әсәһе бар. Фәймә Хәбибназар ҡыҙы әле булһа баҡса үҫтерә. Ерен үҙе ҡаҙып, үҫентеләрен ултыртып, үҙе һыу һибеп үҫтереп, бына тигән уңыш йыйып ала икән. – Апрелдә тыуған көнөнә теплица бүләк иткәйнек, сабый шикелле шатланды, – ти Рәмзиә ханым. – Бынан тыш, әсәйебеҙҙең тағы бер яратҡан шөғөлө бар – алмаз мозаикаһынан матурматур картиналар эшләй. Хәҙер, ҡул эшенә тотоноу өсөн, ҡыш еткәнен көтөп йөрөй. Үҙе һәр ваҡыт доғала. Әсәйебеҙҙең хәйер-фатихаһында йәшәйбеҙ.
Батталовтар үҙҙәре Стәрлетамаҡта тыуып үҫһәләр ҙә, сығышы менән Ауырғазы районынан. Әле улар шул райондың Шишмә ауылында атай нигеҙен һыуытмай, яңыртып, кескәй генә әкиәт иленә әйләндергәндәр. Егәрленең ҡулы етәү, тиҙәр халыҡта. Зөфәр Ғиндулла улының да шөғөлдәре күп, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, барыһын да ҡойоп ҡуя. Ағастан ул эшләгән төрлө ҙурлыҡтағы япмалар, беседкалар, тауыҡ һарайы һ.б. күҙҙең яуын алып тора. Ауылдаштары менән бергәләшеп ауыл уртаһындағы быуаны таҙартып, тирә-яғын төрлө ҡорамалдар менән матурлағандар. Быуа янында утыҙ кеше һыйышлы беседка эшләп ҡуйғандар. Бында ҡаланың ветерандары ла йыш ҡына була икән. Шашлыҡ ҡурып, самауыр ҡайнатып, үлән сәйе эсеп, тәндәренә сихәт алып, йәндәренә ял алып ҡайталар. Ә инде хужа күңел елкетеп гармунда уйнап ебәрһә, йырламай-бейемәй түҙеп ҡара! Зөфәр Ғиндулла улының йәнә лә бер яратҡан шөғөлдәренең береһен әйтмәү мөмкинме һуң?! Балыҡ тоторға ярата ул. Бына шундай йәш күңелле, дәртле беҙҙең ветерандарыбыҙ!
Бынан тыш, ветерандар Башҡортостандың хозур урындарына барып ял итеп ҡайтырға яраталар. Нөгөшкә барып теплоходта йөрөгәндәр, Миәкә районының Илсеғол ауылындағы легендар “Керчь” аты һәйкәлен барып күргәндәр, Бөрйәнгә Шүлгәнташ мәмерйәһенә һ.б. бик күп иҫтәлекле урындарға сәйәхәт ҡылғандар.
Әлбиттә, гел генә күңел асып йөрөмәйҙәр, махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашалар. Ә ошо көндәрҙә оҙаҡ йылдар ҡала ветерандар советын етәкләгән, данлы хеҙмәт юлы үткән аҡыллы етәксе, ҡалабыҙҙың почетлы гражданы Әлмира Морат ҡыҙы Сафиуллинаны иҫкә алғандар.
Бына шулай, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң юғалып ҡалмайынса, тормош дәфтәренең яңы битен асҡан һайын тағы ла дәртләнеберәк, тормош ҡәҙерен белеп йәшәй башлаған улар. Булдыҡлы, абруйлы ветеран Тәлғәт Ғәбитов һәм уның ышаныслы ярҙамсыһы Зөфәр Батталов етәкселегендәге Стәрлетамаҡ ҡала ветерандары советы артабан да ҙур ойошҡанлыҡ менән дәртләнеп эшләһен, йәшәһен. Донъялар имен торһон, һәр ветеран яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, һаулыҡта, муллыҡта, тик ҡыуаныслы ваҡиғалар солғанышында ғына йәшәһен тигән теләктә ҡалабыҙ.
Роза САФИНА.
Гүзәл РӘМИЕВА фотоһы һәм шулай уҡ ғаилә архивынан алынды.