

“Сода” мәҙәниәт һарайында ике көн дауамында барған сараны асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Айнур Юнысов, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Радик Ҡасимханов, Бөтә Рәсәй “Туристик сувенир” конкурсының Эксперт советы рәйесе, “Курорт сервисы” ЯСЙ компанияһының генераль директоры Ксения Радченко конкурста ҡатнашыусыларҙы һәм килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Улар һөнәрселәрҙең Башҡортостандың мәҙәни һәм туристик йөҙөн булдырыуҙа һәм ижади иҡтисадты үҫтереүҙә ҙур роль уйнауын билдәләне. Артабан республика конкурсы финалсыларының сувенирҙар күргәҙмәһе уҙғарылды. Туризмдың төрлө өлкәләрендә танылған белгестәрҙән торған советтың эксперт составы оҫталар алып килгән күргәҙмә өлгөләрен өйрәнде, конкурста ҡатнашыусылар менән аралашты.
Йәрмикә продукцияның бай ассортиментлы булыуы менән айырылып торҙо. Унда тәҡдим ителгән һәр әйбер биҙәлеше, үҙенсәлекле, зауыҡлы булыуы, күп төрлөлөгө менән ғәжәп итте. Оҫта ҡулдар эшләгән биҙәүестәр, этник стилдәге кейем, кейеҙҙән, күндән, ағастан эшләнгән әйберҙәр, уйынсыҡтар, һабын, керамик һауыт-һаба, баш кейемдәре һәм башҡа бик күп төрлө әйберҙәрҙе – йәнең теләгәнен һайлап алырға мөмкин булды. Ғөмүмән, “Туристик сувенир” – ул күргәҙмә генә түгел, ә иһә үҙеңә оҡшаған әйберҙе һатып алырға мөмкин булған һөнәрселек йәрминкәһе лә.
Иртәгәһенә конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һәм Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина ҡотланы. Министр үҙенең сығышында: “Конкурс төбәктең туриндустрияһын үҫтереү өсөн мөһим ваҡиғаға әйләнде, ни өсөн тигәндә, сувенирҙар сәйәхәттән алған тәьҫораттарҙы һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә”, – тип билдәләне.
Конкурс йомғаҡтары буйынса 1-се урынға лайыҡ булыусылар Бөтә Рәсәй конкурсының дөйөм милли финалында, ә 2-се һәм 3-сө урын алыусылар Волга буйы федераль округының төбәк этабында ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Конкурстың дөйөм милли финалы быйыл 11-13 декабрҙә Санкт-Петербургта үтәсәк. Волга буйы федераль округының төбәк этабы дистанцион рәүештә уҙғарыла.
Роза САФИНА.
Ә. МАНСУРОВА һәм автор фотолары.