

– “Туристик сувенир – Башҡортостан” конкурсында беҙ, Стәрлетамаҡ оҫтабикәләре – Айгөл Сәйфуллина, Эльвира Хоҙайғолова, Миәкә районынан Гөлнур Сөләймәнова үҙебеҙҙең ҡул эштәре менән ҡатнаштыҡ. Боронғоса һуғылған кейеҙ, сергетыштар, көмбәҙҙәр менән һырғалар, сәсмәүерҙәр алып сыҡтыҡ. Бергәләп үҙ этно-мөйөшөбөҙҙө булдырып, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алдыҡ. Сит өлкәнән килгән ҡунаҡтарға фотозона ойошторҙоҡ. Ҡунаҡтарға ошо ҡул эштәрен үҙ ҡулдары менән тотоп ҡарау мөмкинселеге булды.
Конкурс бик оҡшаны. Бындай сараларҙа ҡатнашып, тәжрибә уртаҡлашып, бер-беребеҙ менән аралашып, рухыбыҙҙы байытабыҙ. Артабан да шулай дауам итһен.
Роза САФИНА.
Автор фотолары.