Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Октябрь 2025, 13:36

ТУРИСТАР БЕҘҘЕҢ ЕРГӘ БӘЙЛЕ ЛЕГЕНДАЛАРҘЫ БИК ЯРАТА

 “Туристик сувенир – Башҡортостан” конкурсын ойоштороусы егеттәрҙең береһе, милли орнаменттар менән зауыҡлы итеп биҙәлгән башҡорт телендә шиғырҙар яҙылған асылмалар, футболкалар, сувенирҙар ижад итеүсе этнодизайнер Арыҫлан Бикбай (“Бикбайман” бренды етәксеһе):

ТУРИСТАР БЕҘҘЕҢ ЕРГӘ БӘЙЛЕ ЛЕГЕНДАЛАРҘЫ БИК ЯРАТАТУРИСТАР БЕҘҘЕҢ ЕРГӘ БӘЙЛЕ ЛЕГЕНДАЛАРҘЫ БИК ЯРАТА
ТУРИСТАР БЕҘҘЕҢ ЕРГӘ БӘЙЛЕ ЛЕГЕНДАЛАРҘЫ БИК ЯРАТА

– Кеше ошондай сараларҙа ҡатнашып, өйрәнә, эксперттарҙан тәнҡит ишетеп, оҫталығын камиллаштыра. Бында һөнәрселәр, дизайнерҙар, рәссамдар, ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәр, шәхсән кешеләр генә түгел, ә ғөмүмән, ойошмалар, музейҙар, туристик базалар ҙа ҡатнашырға мөмкин. Ғөмүмән, ҡайҙа туристар барып етә, шунда сувенирҙарҙы эшләп, эксперттарға күрһәтәбеҙ.

Мин үҙем был конкурста күп йылдар ҡатнаштым, дүрт тапҡыр Гран-при яуланым. Туристик сувенир, ябай сувенирҙан айырмалы булараҡ, киңерәк мәғәнәгә эйә. Уның аңлатмаһы киңерәк.

Мәҫәлән, беҙҙең республикаға туристар килә. Һәм был уларҙы беҙҙең Башҡортостандың мәҙәниәте менән таныштырыу ысулы булып тора. Туристар беҙҙең ергә бәйле легендаларҙы бик яратып тыңлай. Мәҫәлән, Урал батыр тураһында. Ҡатын-ҡыҙҙар француз яулығын бик яраталар. Шуға бәйле легенданы ишеткәс, күҙҙәре янып китә һәм ошондай әйберҙәрҙе ҙур теләк менән алалар. Туристар шулай уҡ тәмле аш-һыуҙы ла ярата. Ҡаҡланған ит, ҡаҙы, бал, ҡыҫтыбый ризыҡтарынан теләп ауыҙ итә. Туғандарына, коллегаларына күстәнәскә алып ҡайтып һыйлайҙар, шулай итеп, беҙҙең республикабыҙ ошо сувенирҙар ярҙамы менән дә дан тота. Сувенирҙан тыш, мин кейем менән дә шәхси эшмәкәрлек алып барам. Кейемдәргә үҙемдең идеяларымды һалам, яңы башҡорт дизайндарын төшөрәм, мәғәнәһен асып бирергә, аңлатмаларын кешегә еткерергә тейешмен. “Туристик сувенир” беренсенән, оҫталарҙы уҡытыу рәүешендә бик файҙалы оҫтахана булып тора.

 Республикабыҙҙы сит илдәргә танытыр, телебеҙҙең бәҫен күтәрер өсөн сифатлы эш итеү мөһим. Тап ошондай әйберҙәр ярҙамында халыҡта Башҡортостаныбыҙға, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата ихтирам, һөйөү хисе тәрбиәләй алабыҙ.

Конкурстың төп ойоштороусылары: Стәрлетамаҡ ҡала хәкимиәте һәм “ОҪТАмастер” ижад кәсептәрен үҫтереү үҙәге, Арыҫлан Бикбай, Рәлиф Ситдиков һәм Урал Биккузин (рәйес) (улар 1-се фотола).

Фекерҙәрҙе Роза ҠОБАҒОШОВА белеште.

Автор фотоһы.

ТУРИСТАР БЕҘҘЕҢ ЕРГӘ БӘЙЛЕ ЛЕГЕНДАЛАРҘЫ БИК ЯРАТА
ТУРИСТАР БЕҘҘЕҢ ЕРГӘ БӘЙЛЕ ЛЕГЕНДАЛАРҘЫ БИК ЯРАТА
ТУРИСТАР БЕҘҘЕҢ ЕРГӘ БӘЙЛЕ ЛЕГЕНДАЛАРҘЫ БИК ЯРАТА
ТУРИСТАР БЕҘҘЕҢ ЕРГӘ БӘЙЛЕ ЛЕГЕНДАЛАРҘЫ БИК ЯРАТА
ТУРИСТАР БЕҘҘЕҢ ЕРГӘ БӘЙЛЕ ЛЕГЕНДАЛАРҘЫ БИК ЯРАТА
Автор:Роза Сафина
Читайте нас