

– Башҡортостанда Ҡурайсылар дәүләт ансамбле барлыҡҡа килде. Уларҙың беренсе концерты мәлендә республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров ҙур яңылыҡ иғлан итте – 10 октябрь көнө Башҡортостанда Ҡурай көнө тип билдәләнде, Динар, был яңылыҡты һин нисек ҡабул иттең?
– Шөкөр, ҡурайыбыҙға иғтибар бүленеүе шатлыҡлы хәл, Ҡурай көнө иғлан ителгәндән һуң тағы ла яңы проекттар, конкурстар, ҡурай бәйгеләре барлыҡҡа килде һәм әүҙем генә үткәрелә башланы. Был – эштең башы ғына, тип уйлайым. Киләсәктә бығаса ишетелмәгән боронғо ҡурайсыларыбыҙҙы халыҡҡа танытыу, уларҙың тормошон сағылдырыу эше алып барылыр тип ышанам һәм үҙебеҙҙең ҡурайыбыҙ сит илдәргә, сит милләттәргә тағы ла нығыраҡ таныла барырына өмөтөм ҙур.
– Ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү буйынса уҡыу йорттарында бик күп эштәр алып бараһың.
– Мин үҙем Стәрлетамаҡта ҡурайҙы пропагандалауҙы төп маҡсат итеп ҡуйҙым. Мин эш башлаған йылдарҙа, беҙҙең ҡалабыҙ ҙур булыуға ҡарамаҫтан, мәктәптәрҙә ҡурай класы булмауы күңелде өйкәп торҙо. Эш күп булыуға ҡарамаҫтан, ваҡыт табып, ҡалабыҙҙағы Ж.Кекейбаев исемендәге 3-сө гимназияла, 7-се мәктәптә, 3-сө башҡорт лицейинтернатында ҡурай бүлектәре асырға насип булды.
Мәктәптәрҙә бер нисә класты, мәҫәлән, 23-сө мәктәпте, 12-се лицейҙы йыйып, ҡурай буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм. Балалар, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлайҙар. Һәр баланы сығарып, ҡурайҙа өрҙөрөп ҡарайым. Гел генә бер нәмә менән ялҡытмаҫ өсөн, аҙаҡтан күңелле бейеү көйҙәре менән тамамлап ҡуябыҙ.
Ҡалалағы төрлө мәктәптәрҙән ҡурайҙа уйнаусы уҡыусыларҙы йыйып, ун биш баланы бер сәхнәгә сығарыу үҙе бер шатлыҡ булды. Улар барыһы ла миндә шөғөлләнде, дөйөм концерт та ойошторҙоҡ. Әле лә ҡурай буйынса дәрестәр алып барам.
– Тимәк, Стәрлетамаҡта ҡурайсылар арта бара. Ошо көндә һин нисә баланы ҡурайҙа уйнарға өйрәттең?
– Ун йыл эсендә утыҙҙан ашыу баланы ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү бәхетенә ирештем. Үкенескә ҡаршы, һәләте булып та, ҡурайҙа уйнауҙы төп һөнәр итеп алмайҙар, ҡурайҙы эшләү сығанағы тип күрмәйҙәр. Өфө сәнғәт институтында ошо көндә ҡурай класында студенттарҙың бик аҙ булыуы ҡыҙғаныс хәл. Ҡурайҙа уйнаған кешеләр күп ул, ә бит уҡытырға ла кәрәк. Кемдер ҡурайҙа ғына уйнап, аҡса эшләп йөрөргә ярата, кемдер, киреһенсә, ваҡытын башҡаларҙы уҡытыуға бүлеп, үҙе күләгәлә ҡала.
– Зал тулы халыҡ йыйып гөрләтеп соло концерттар уҙғараһың, конкурстарҙа еңеүҙәр яулайһың...
– Ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү өсөн теләк тә, ваҡыт та, түҙемлелек тә кәрәк. Балалар менән эшләүе бер яҡтан күңелле лә, икенсе яҡтан түҙемлелек талап итә. Әгәр барыбыҙ ҙа ҡурайҙа ғына уйнап йөрөһәк, киләсәк быуындар ҡурайсыларһыҙ ҡалыуы ла бар бит.
Беҙҙең быуынды алғанда, бик көслө ҡурайсылар үҫеп сыҡты. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, бер-беребеҙҙән күреп, сәмләнеп үҫтек һәм тағы ла көслө ҡурайсылар үҫтереү өсөн эшләйһе эштәр күп әле.
Элек-электән үҙҙәренең уйнаған алымдары, үҙҙәренә генә хас уйнау манераһы менән айырылып торған традицион башҡарыусылар күберәк булһа ине. Бер үк ваҡытта профессионал, параллель рәүештә традицион көйҙәрҙе еренә еткереп башҡарырҙай ҡурайсылар булырына ышанам. Ун көй, егерме көйҙө концерттан-концертҡа уйнап йөрөүселәр күп ул, ә бына күп көйҙәрҙе белеп, уйнап, өйрәтеп йөрөүселәр бик аҙ. Был йәһәттән Юлай Ғәйнетдиновтың сәйәсәте бик дөрөҫ, тип уйлайым. Ул билет буйынса өйрәтә. Әгәр ул бәйгеләрҙә 110 көй уйнарға тигән билет системаһын индермәһә, беҙҙең уйнау кимәлебеҙ ҙә түбән булыр ине. Элек шулай булған бит инде. Шул көйҙәрҙе белеп, уйнап, өйрәтеп йөрөтөүселәр бик аҙ бөгөн. Беҙ уҡығанда Өфө сәнғәт академияһында Айрат ағай Ҡобағошовтарҙың ҡурайҙы системаға индереп көйҙө өйрәтеүҙәре күп нәмә бирҙе.
Традицион ҡурай сәнғәтен үҙгәртмәй генә, замансалаштырмай ғына һаҡлап ҡалырға кәрәк ине. Юғиһә хәҙер көйҙө уйнар алдынан хатта исемен дә әйтеп тормайҙар, ә бит беҙҙең халыҡ йырҙарының һәр береһе – үҙе бер тарих. Шуға күрә көйҙө уйнар алдынан тарихын һөйләп ебәрһәң бигерәк тә яҡшы булыр ине. Әйтәйек, башҡорт халыҡ көйө “Баяс”.
Һуңғы осорҙа клиптар төшөрөп, “Бәйләнештә” селтәрендә ҡурайҙы пропагандаларға тырышам. Һәр халыҡ көйөн уйнағанда, мәҫәлән, “Ашҡаҙар”ҙы уйнағанда бөтә куплетын да һөйләп, аҙаҡ уйнайым. Бына шулай, ҡурайҙы төрлө яҡлап пропагандалап, ҡурай сәнғәтен үҫереүгә ҡулымдан килгәнсә, үҙ өлөшөмдө индерергә тырышам.
– Рәхмәт! Бына шундай рухлы, егәрле егеттәребеҙ булғанда, эштәр тағы ла алға китер, ҡурайыбыҙ йәшәр!
Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо.
Фото Д.Абдуллиндың шәхси архивынан алынды.