Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Октябрь 2025, 06:25

РФ граждандары булдылар

Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан паспорттар тапшырыу тантанаһы үтте. 14 йәше тулған һәм уҡыуҙа, спортта, ижадта, йәмәғәт тормошонда уңыштарға өлгәшкән 30 йәш стәрлетамаҡлыға Рәсәй федерацияһы гражданының шәхесен раҫлаусы төп документ тапшырылды.

РФ граждандары булдыларРФ граждандары булдылар
РФ граждандары булдылар

Балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов Һәм Рәсәй Эске эштәр  министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы Алексей Толченников ҡотланы. Эмиль Владиславович, паспорт менән бергә балаларҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары барлыҡҡа киләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 - Һеҙ - ҡалабыҙҙың киләсәге. Ҡалағыҙҙы, республикағыҙҙы һәм илегеҙҙе яратығыҙ, Рәсәй Федерацияһы гражданы исемен ғорурлыҡ менән йөрөтөгөҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм уңыштар теләйем, - тип мөрәжәғәт итте хакимиәт башлығы һәм бөтәһен дә яҡынлашып килгән Республика көнө менән ҡотланы. Алексей Александрович балаларға граждандарҙың төп документына һаҡсыл ҡараш мөһимлеген иҫкә төшөрҙө. Ул уҡыусыларҙы ышаныслы рәүештә маҡсаттарына барырға саҡырҙы.

Р.ҒӘЛИМОВА.

Фото: ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте сайтынан алынды.

РФ граждандары булдылар
РФ граждандары булдылар
Автор:Римма Галимова
Читайте нас