

...Унан бәлки бынамын тигән инженер ҙа сығыр ине, абруйлы математик-уҡытыусы, данлыҡлы спорсты, йәмәғәт эшмәкәре... Эйе, күп ҡырлы һәләтле булла Рауил Хажиәхмәтов, әммә... ул башҡа булмышты һайлай, уға башҡа төшөнсә ҡиммәт була! Ватаны һағына баҫыу!.. Ә ул хәрби юлды һайлай!..
Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияны төрлө йылдарҙа тамамлаусылар араһынан бихисап билдәле, абруйлы исемдәрҙе атап үтергә булыр ине. Уҡытыусылар, артистар, ғалимдар, сәйәси әһелдәр. Шул уҡ ваҡытта байтаҡ элекке уҡыусылар бөгөн ҡулдарына ҡорал алып, махсус хәрби операция биләмәһендә илен яҡлай. Үкенескә ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа юҡ түгел яу яланында...
...Талғын ғына музыка уйнай, класта ҡылыстай шайморатовсылар (Шайморатов кластары) сафҡа теҙелеп баҫҡан. Уртала әлегә япма менән ябылған парта. Герой партаһы ул! Уға күҙҙәр төбәлгән. Һағышланып та, ғорурланып та баҡҡан ҡараштар. Тағы бер мәл, тантаналы мәл һәм япма алынып, гимназияла мәңге хәтер булып ҡалҡасаҡ ул парта. Унда шулай уҡ мәңгелеккә хәтер булып Рауил Мәхмүт улының исеме уйылған, герой һүрәте балҡып тора, батыр хаҡында мәғлүмәт яҙылған. Күңелде бер юлы ике төрлө тойғо биләп алған: һағыш та, ғорурлыҡ та бергә уҡмашҡан. Эйе, ҡасандыр нәҡ ошо парта артына ултырып белем алған Рауил, ошо мәктәптә шәхес булып нығынған, әүҙем уҡыусы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
– Рауил – минең уҡыусым ине. Математиканы, тарихты, физкультураны яратты, һәр сарала, һәр ярышта әүҙем ҡатнашып килде, шулай ябай, йылмайыусан, асыҡ булып күңелдә ҡалды, – тип хәтер ебен һүтте партаны тантаналы асыу мәлендә гимназия директоры Айгөл Шаһисолтанова. – Уҡыусыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уның исеме гимназия тарихында мәңге һаҡланасаҡ! – тип тә өҫтәне Айгөл Басир ҡыҙы.
Ысынлап та, үҙҙәренең уҡыуҙағы, спорттағы, фән һәм йәмәғәт эш- мәкәрлектәге әүҙемлектәре менән күп уҡыусылар тиҫтә йылдар остаздарының хәтерендә йәшәй. Нәҡ шундай уҡыусылар артабанғы тормошта ла арттарынан тик яҡты эҙ ҡалдырып бара, китә... Рауил гимназияла уҡып йөрөгән көйө имтихандар тапшырып, илдең абруйлы хәрби белем усаҡтарының береһе Суворов училищеһына уҡырға инә, әммә ул һуңғы мәлдә тыуған Стәрлетамағына һәм гимназияһына тоғро ҡала. Ә күңеленә бер инеп бөрөләнгән хәрби булыу теләге артабан барыбер ҙә ошо юлдан илтә. Гимназияны тамамлап, һөнәри белем алғас, хәрби контракт төҙөй һәм Чечен Республикаһында барған локаль конфликтта ҡатнаша. Был операцияла ул снайпер һәм хәрби разведканың бүлек командиры һымаҡ яуаплы вазифаларҙа һуғыша. Башҡа хәрби заданиеларға ла сыға. Контракт мәлендә оҫталыҡ күрһәткән егетте тиҙ күреп ҡалалар һәм Мәскәүгә Федераль именлек хеҙмәтенә эшкә саҡыралар. Бында ла уға ҡораллы бандаларҙы юҡ итеү буйынса махсус операцияла ҡатнашырға тура килә. Хәрби юл үтеп, хәрби заводҡа эшкә күсә бер мәл Рауил Хажиәхмәтов. Әммә оҙаҡҡа түгел, махсус хәрби операция иғлан ителә һәм ул йәнә сафҡа баҫа!.. Рәсәй кимәлендә башланғыс алған “Герой партаһы” проекты сиктәрендә үткән был сарала геройҙың яҡындары – атаһы Мәхмүт Абдулхәйер улы һәм бер туған апаһы Розалия Мәхмүт ҡыҙы ла ҡатнашты. Әле бынан бер нисә ай элек кенә ғәзиз бала- һын, ҡарындашын юғалтҡан кешеләргә нисек кенә ауыр булмаһын, күҙ йәштәре аша иғтибар өсөн рәхмәт әйтеп, һағышлы хәтер ебен һүтте.
– Минең атайым – генерал Шайморатов диви зияһында хеҙмәт иткән кеше, Еңеү яулап ҡайтҡан яугир. Улым да шул юлдан, уның эҙҙәренән үтте, ләкин ҡайта ғына алманы. Әммә, рәхмәт, ошондай парталар бар икән, тимәк улым йәшәй... – тип әйтеп үтте атай кеше. ...Яу яланы. Ҡаты алыш бара. Беҙҙекеләрҙең ике ротаһы ҡамауға ҡала. Уларҙың береһендә Рауил хеҙмәт итә. Дошмандың уты шул тиклем көслө, хата баш та күтәреп булмай. Ләкин ошо тиклем ут яуғанда ла рота егеттәренән берәү башын ҡалҡытып, дошман күҙенә салынмай позициянын сығып, рация аша үҙебеҙҙекеләргә координаттар тапшырып, ярҙам саҡыра ала. Был “берәү” ҙә Рауил була... Ул саҡта уның хәрби оҫталығы арҡаһында тотош ике рота иҫән ҡала, ә ут яуҙырған дошман юҡ ителә! Быларҙы аҙаҡ Розалия Мәхмүт ҡыҙына туғанының яуҙашы һөйләй. Улай ғына ла түгел: “Ҡурҡыу белмәне, “Храм” (позывной – авт.) беҙгә атай, ҡалҡан һымаҡ булды”, – тип йыуата яугир ҡатынды. Ошоларҙы бәйән иткәндә Розалия ханымдың һүҙҙәре йәнә тетрәндерҙе лә, ғорурландырҙы ла бер мәлдә.
– Бер нисә көн рәттән Рауил төшкә инде... – тип дауам итте ул һүҙен. – Мине эҙлә, тап ти, үҙе ваҡыт аҙ тип сәғәтенә күрһәтә. Көн дә һөйләшеп тора инек, ә бер саҡ бәйләнеш юғалды, аңланым инде – һәләк булды, аҙаҡ был ҡурҡыныс хәбәрҙе яуҙаштары шылтратып әйтте. 14 июнь һәләк булған, тик август башында ғына таптыҡ. Сәғәтенән таныным мин уны... Рауилдың төркөмө миномет утынан яралана. Әммә әжәлде яҡташыбыҙға дошмандың химик матдәле дроны алып килә... Яуҙаштарын һәр саҡ атайҙарса ҡурсалап, хәстәрләп йөрөгән, бик күп атакала еңеп, тере сыҡҡан яҡташыбыҙ шулай заман ҡоралынан һәләк була. Нисек кенә булмаһын, сарала Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ләйсән Йосопова әйтмешләй, уның үлеме мәғәнәһеҙ түгел, ул Ватаны өсөн батырҙарса башын һалды! Герой партаһын күрергә һәм йәштәргә үҙ нәсихәттәрен еткерергә тип бөгөнгө геройҙарыбыҙ – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа йыйылғайны. Яугирҙар исеменән ҡаланың МХО ветерандары ассоциацияһы рәйестәше Владимир Егоров телмәр тотоп: – Беҙ һеҙҙең яҡты киләсәк өсөн алыштыҡ, алышабыҙ! Геройҙар һеҙҙең арала, Рауил Мәхмүт улы һеҙҙең замандашығыҙ, ул да ошо гимназияла уҡыған, ошо класта ултырған – был ҙур ғорурлыҡ. Батырыбыҙҙы, батырҙарыбыҙҙы онотмағыҙ! – тип мөрәжәғәт итте. Ошондай уҡ теләкте уҡыусыларға ҡала хакимиәтенең йәштәр бүлегенән Альберт Ғәйнуллин менән МХО геройҙары хаҡында бихисап мәҡәләләр авторы, “Стерлитамакский рабочий” гәзите хәбәрсеһе Фаяз Йомағужин да еткерҙе. Ысынлап та, хәтер бөгөнгөнән бигерәк киләсәк өсөн! Йылдар үтер, быуындар алмашыныр, әммә яугирҙар хаҡында хәтер йәшәр. Шул иҫәптән, ошондай герой партаһы аша ла. Шуға әлеге фотоһүрәт һәм мәғлүмәт беркетелгән тәү ҡарашҡа ябай ғына парта ниндәй ҙур мәғәнәгә эйә икәнен йәшәй-йәшәй нығыраҡ төшөнә барырбыҙ һымаҡ...
Рәмил МАНСУРОВ.
Анастасия АДАДУРОВА фотоһы һәм
яугирҙың ғаилә архивынан алынды.