

Яңы күпер Стәрлетамаҡты Шахтау биҫтәһе һәм Ишембай ҡалаһы менән тоташтырып, меңдәрсә кеше өсөн транспорт бәйләнешен яҡшыртасаҡ.
Бынан алдараҡ Радий Хәбиров объектты 2026 йыл аҙағына тиклем тапшырыуҙары ла мөмкин, тип билдәләгәйне.
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов хәбәр итеүенсә, Ағиҙел күперен ремонтлау эштәре планға ярашлы алып барыла. Күперҙе төҙөү өҫтөндә 100-гә яҡын кеше эшләй. Күперҙең таяуҙары һәм быраулау свайҙары ҡуйылған.
“Был проект оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнһә лә, эштәрҙе иртәрәк тамамларға планлаштырабыҙ, артабан да төҙөлөш барышын тикшереп торасаҡбыҙ”, – тип билдәләне Эмиль Владиславович.
Р.САФИНА.
Фото ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте сайтынан алынды.