Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2025, 10:01

Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина

Башҡортостандың төп байлығы – ул күп милләтле берҙәм халҡы. Илебеҙҙә тормош мул, тыныс, матур булһын өсөн, һәр ҡайһыһы үҙ өлөшөн индерә. 

Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазинаБерҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина
Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина

Республикабыҙҙа йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Беҙҙең 14-се мәкәтәптә лә улар байтаҡ, мәҫәлән, башҡорттар менән бергә рус, татар, үзбәк, тажиҡ, сиған, даргин, әзербайжандар белем ала.

Шул сәбәпле Халыҡтар дуҫлығы көнө алдынан беҙ, тел уҡытыусылары, класс етәкселәре менән берлектә этнофестиваль ойошторҙоҡ. Сарала һәр бер класс айырым бер милләттең мәҙәниәте, сығышы, йолалары, төп аш-һыуҙары тураһында һөйләне. Өҫтәлдәрҙе төрлө ризыҡтар, быуындан быуынға тапшырылып килгән милли кейемдәр, күҙҙең яуын алып торған ҡул эштәре биҙәне, сығыштар уҡыусылар әҙерләгән йыр-моң, бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Айырыуса тамашасыларҙың күңеленә 5-се һәм 7-се класс уҡыусылары башҡарыуында төрлө телдәрҙә яңғыраған “Туған яҡ” йыры (популяр йырсы Вәсилә Фәттәхова репертуарынан) хуш килде.

Беҙҙең илебеҙ – дуҫлыҡ иле, тырыш һәм берҙәм халыҡ ере икәнен күҙ уңында тотоп, ошондай саралар белем усаҡтарында йышыраҡ үткәрелһен ине. Сөнки улар уҡыусыларҙа Тыуған илебеҙ ғәзиз Башҡортостаныбыҙға һәм дөйөм өйөбөҙ булған, ҙур Ватаныбыҙ бөйөк Рәсәйгә ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләй.

Рәмзилә Ҡолдобаева, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 14-се һанлы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина
Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина
Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина
Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина
Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас