

“Реаль эштәр” проекты сиктәрендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Башҡорт сода компанияһының шефлыҡ ярҙамы һәм Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте ярҙамында төҙөлгән заманса спорт объекты балаларға спорттың волейбол, баскетбол, пионербол, футбол, хоккей һәм теннис һымаҡ спорт төрҙәре менән йыл әйләнәһенә шөғөлләнергә форсат бирәсәк.
Спорт майҙансығын асыу тантанаһына ҡала башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һәм шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Айбулат Хажин, Владимир Ануфриев, Ринат Райманов, Руслан Әхмәтов һәм Риф Мортазин килгәйне.
Эмиль Шәймәрҙәнов үҙенең сығышында әлеге ҡалалағы иң ҙур спорт майҙансығы булып торған спорт инфраструктураһының үҫеп килеүсе быуын өсөн мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Айбулат Хажин тап ошондай спорт объекттарында шөғөлләнгән балалар араһынан ҡалабыҙҙы, республикабыҙҙы, илебеҙҙе данларҙай чемпиондар сығырына ышаныс белдерҙе һәм майҙансыҡҡа һаҡсыл ҡарарға саҡырҙы.
Лицей директоры Евгения Маркелова һәм ата-әсәләр комитеты вәкилдәре иһә ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеүселәргә, спорт майҙансығын төҙөү эштәрен башҡарған подрядсы компанияларға, шул иҫәптән “АРЦАХ” ЯСЙ директоры Геворг Григорянға оло рәхмәт белдерҙе. “Был күп функциялы спорт майҙансығын көтөп алдыҡ, ниһайәт, ошо бәхетле мәл килеп етте. Был заманса, хәүефһеҙ спорт оъекты балалар өсөн шәп бүләк”, - ти ошо уҡыу йортон сирек быуатҡа яҡын ваҡыт етәклән Евгения Николаевна.
Баскетбол ҡулсаһына беренсе гол индереү, беренсе волейбол тубын ырғытыу хоҡуғы, әлбиттә, яңы майҙанда спорт тормошон символик рәүештә билдәләүсе почетлы ҡунаҡтарға бирелде.
Тантана лицей уҡыусыларының сағыу флешмобы һәм 12- се лицей һәм 6-сы гимназия командалары араһында баскетбол буйынса беренсе дуҫтарса матч менән тамамланды.
Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты 2015 йылдан алып тормошҡа ашырыла һәм бихисап спорт майҙансыҡтары асырға ярҙам итте.
Роза САФИНА.
Әлфиә МАНСУРОВА фотоһы.