

Уның маҡсаты – Рәсәйҙең һәр кешеһенең һауаның бысраныуын кәметеүгә йоғонто яһарға һәләтле булыуын раҫлау.
Стәрлетамаҡтың иң әүҙем ҡатнашыусыларын Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов менән ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов ҡотланы.
– Сәнәғәт үҙәге булараҡ, Стәрлетамаҡта экология мәсьәләһе һәр ваҡыт көнүҙәк булып тора, тип билдәләне Эмиль Владиславович. – Ҡалабыҙ “Таҙа һауаны һайлайым” Бөтә Рәсәй экологик акцияһының “Лидер ҡала” номинацияһында 3-сө урын алды. Нияз Мансур улы менән беҙ, экологик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән бер нисә мөһим мәсьәләне тикшерҙек. Бында предприятиеларҙың ҡушылыуы, экологияға йөкләмәне кәметеү өсөн производстволарҙы модернизациялау мөһим. Беҙ бының өсөн бөтә ысыулдарҙы ла ҡулланырға тейешбеҙ, – тип билдәләне хакимиәт башлығы.
Нияз Фазылов Стәрлетамаҡтың “Таҙа һауаны һайлайым” проектына һәм шулай уҡ производстволарҙы модернизациялауға әүҙем ҡушылған предприятиеларының өлөшөн юғары баһаланы.
Һуңғы йылда предприятиелар һауаны һаҡлау сараларына миллиард һумдан ашыу инвестиция һалған. Стәрлетамаҡ “Таҙа һауа” федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса лидер булып китте, – тине министр.
Ул шулай уҡ экологик уңайлы мөхит булдырыу буйынса алдағы бурыстар тураһында ла иҫкә төшөрҙө. Мәҫәлән, Башҡортостандың күп эре предприятиелары комплекслы экологик рөхсәт алған.
Акция сиктәрендә уҙғарылған саралар тураһында шулай уҡ АО “БСК” АЙ-нең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директоры Сергей Лобастов һәм “СНХЗ” АЙ-нең сәнәғәт хәүефһеҙлеге, хеҙмәт һәм тирә яҡ мөхитте һаҡлау буйынса директоры Владимир Шелудченко һөйләне.
Бүләкләү тантанаһында Стәрлетамаҡ бер нисә төп номинацияла билдәләнде.
Бөтә еңеүселәргә дипломдар, статуэткалар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Р.ЗАМАНОВА.