

Армияла ул Владивостоктағы диңгеҙ пехотаһына эләгә. Башта ярты йыл тынлы оркестрҙа хеҙмәт итә. Ярты йылдан дивизияны тарҡатып, икенсе часҡа күсерәләр. Шунда ярты йыл хеҙмәт итеп ҡала. Бер йылдан һуң Чечен һуғышы башлана. 94-се йылдың Яңы йылын ҡаршыларға торғанда, командировка һылтауы менән, бер төркөм һалдаттарҙы Чечняға алып китәләр. Унда Азамат биш ай – ғинуарҙан майға тиклем утлы дауыл эсендә йөрөп, тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Чечнянан ҡайтып етеүгә Азамат Асаиновҡа хәрби ҡаҙаныштары өсөн оло дәүләт наградаһын – Суворов миҙалын тапшыралар.
Ҡайтҡас, Азамат уҡыуын артабан сәнғәт училищеһында дауам итә, дипломын 1996 йылда ғына ҡулына ала, шул уҡ йылды ул Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә. Унда ла үҙенең остазы Ришат Рәхимов класында уҡырға насип була. Инде студент тормошона яңынан күнегеп кенә барғанда Азамат бала саҡ дуҫынан ымһындырғыс тәҡдим ала. Бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән ауылдашы, класташы Руслан Сөләймәнов Стәрлетамаҡ Бейеү театрына ҡурайсы кәрәк, тип саҡыра. Бер аҙҙан һуң белемле йәш белгесте Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡытыусы булараҡ эшкә саҡыралар. Унда бер йыл эшләгәс, йәнә Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенә әйләнеп ҡайта. Шунан бирле, бына хәҙер 26 йыл инде яугир ҡурайсы Азамат Асаинов бер урында эшләүен дауам итә.
Уның репертуарында башлыса халыҡ көйҙәре урын алған, шулай уҡ йырсыларҙың сығыштарын ҡурай моңдары менән оҙатып бара. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Азамат Асаинов Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә эшләүсе берҙән-бер ҡурайсы. Аҙ һөйләр, күп эшләр, баҫалҡы егеттең күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән юғары исем менән баһаланды.
Бына шулай, ҡасандыр балалыҡ дуҫы саҡырыуы буйынса Стәрлетамаҡҡа килеп, үҙ бәхетен тапҡан Азамат. Бында ул ғүмерлек тормош юлдашын осратып, матур ғаилә ҡорған. Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ районы Байраҡ ауылында ҡатыны Эльвира менән үҙ йортонда гөрләтеп донъя көтәләр, береһенәнбереһе матур, уңған өс ҡыҙ үҫтергәндәр. Эльвира Рәүеф ҡыҙы Наумовка мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй. Әйткәндәй, ҡатыны Эльвира уҡытыусылар династияһынан – ата-әсәһе лә уҡытыусылар. Азаматтың ата-әсәһе ябай ауыл эшсәндәре, әле улар хаҡлы ялда. Асаиновтарҙың оло ҡыҙҙары Айгизә БДПИ-ла айтишник һөнәрен үҙләштергән, уңышлы эшләп йөрөй. Уртансылары Илзидә БашДУ-ның 4-се курсында филология факультетында башҡорт-ҡытай телдәрен өйрәнә. Кинйә ҡыҙҙары Самира 3-сө класта уҡып йөрөй.
Ир уртаһы – ике утыҙ тиҙәр, шул яҡтан ҡараһаҡ, илле йәштә ең һыҙғанып, гөрләтеп эшләй торған ғына саҡ. Алда яулайһы үрҙәрең, матур юбилейҙарың күп булһын! Ҡурай моңдарың менән күңелдәрҙе арбап, халҡыбыҙҙы данлап йәшә лә эшлә әле, яугир ҡурайсыбыҙ!
Азамат Асаинов 21 ноябрь киске сәғәт 7-лә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә уҙасаҡ юбилей концертына саҡыра. Унда ҡалабыҙҙан һәм Өфөнән күренекле сәхнә йондоҙҙары ҡатнашасаҡ. Тамашанан ситтә ҡалмайыҡ, ҡурай моңдарынан дәрт, илһам алып, күңелдәргә ял алып ҡайтайыҡ, йәмәғәт!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Фотолар А. Асаиновтың шәхси архивынан алынды.