Башҡортостан Республикаһы хаҡлы рәүештә Рәсәйҙең алдынғы спорт төбәктәре иҫәбенә инә, ул үҫешкән матди-техник базаға, әҙерлек үткән кадрҙарға, ҙур ярыштар уҙғарыу тәжрибәһенә эйә.
Башҡортостанда 2,3 миллион кеше физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнә. Был күрһәткес 2019 йылдан 2024 йылға тиклем 45,2 проценттан 62 процентҡа тиклем артҡан. Республика әлеге критерий буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй.
– Һуңғы дүрт йылда спорт тармағын финанслау күләме ике тапҡырға тиерлек артҡан 5,2 миллиардтан 9,6 миллиард һумға тиклем. Спорт ҡоролмаларын төҙөү темптары һәм уларҙың һаны буйынса беҙ илдә лидерҙар иҫәбенә инәбеҙ. Шуныһы мөһим, беҙ был өлкәлә эшләүселәргә әүҙем ярҙам итәбеҙ. “Ауыл тренеры” республика проектын тормошҡа ашырыу осоронда 207 педагог ярҙам алды. Уҙған йылдан “Ҡала тренеры” проектын тормошҡа ашырабыҙ. Беҙ һәр муниципалитетта үҫешкән спорт инфраструктураһы булдырылыуын теләйбеҙ. Бының өсөн физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар, ябыҡ боҙ һырғалаҡтары, стадиондар, спорт майҙансыҡтары төҙөйбөҙ. “Бизнес-спринт (мин спортты һайлайым)” федераль проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 3,8 миллиард һумлыҡ алты проектты тормошҡа ашырабыҙ, шуларҙың 2,1 миллиарды – инвесторҙар аҡсаһы. Өс спорт объекты сафҡа индерелгән, ҡалғандары 2026 йылда төҙөлөп бөтәсәк һәм асыласаҡ, – тине Радий Хәбиров Рәсәйҙең “Физик культураны һәм спортты үҫтереү” комплекслы дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса хөкүмәт комиссияһы ултырышында.
27 ноябрҙән 7 декабргә тиклем Рәсәй чемпионатында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс ярышы уҙасаҡ. Рингта бөтә илдән 180 спортсы осраша. Башҡортостандан 11 ҡыҙ сығыш яһаясаҡ. Улар араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Өфө физик культура институты студенты Анастасия Нәбиуллина ла бар. Был сараға бәйле, беҙ Анастасияның тренеры Александр Хлынцевтың фекерен алдыҡ.
- Настя миңә 2020 йылда икенсе тренерҙан килде. Мин башта ҡаршы инем, сөнки бығаса ҡатын-ҡыҙҙарҙы боксҡа өйрәтмәй инем. Күбеһенсә миндә егеттәр һәм йәштәр шөғөлләнә. Әммә Анастасия бик ныҡ үтенеп һорағас уны өйрәтеп ҡарарға булдым. Һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте. Яйлап тәжрибә тупланы, төрлө ярыштарҙа беренсе урындар ала башланы. Бокс буйынса Бөтә Рәсәй турнирҙарында алтын һәм көмөш миҙалдар яуланы. Юниорҙар араһында Волга буйы федераль округы Беренселегендә икенсе урын алды. Быйыл ҡатын-ҡыҙҙар араһында “Спартак” төбәк йәмәғәт физкультура-спорт ойошмаһы Бөтә Рәсәй ярыштарында икенсе урын алды. Шулай уҡ быйыл юғары уҡыу йорттары араһында бокс буйынса Рәсәй Чемпионаты призеры булды. Алдағы Чемпионатта өсәү иҫәбенә инергә хыялланабыҙ һәм ниәтләйбеҙ. Сөнки Настя ныҡышмалы, маҡсатҡа ынтылыусан һәм ҡыйыу ҡыҙ.
Ғөмүмән бокс тураһында шуны әйтер инем: ул иң матур спорт төрө, унда ике аҡылдың көсөргәнешле диалогы, теүәл хәрәкәттәр, йәшен тиҙлегендәге ҡарарҙар һәм ҡаҡшамаҫ ихтыяр телендә алып барыла. Миңә уның ғәҙеллеге айырыуса оҡшай, бында футболсылар йәки хоккейсылар кеүек эскәмйәлә ултырып команда менән бергә еңеү яулаған кеүек түгел. Әгәр спортсы миҙал яулаһа, был уның һәм уның тренерының ғына тырышып эшләүҙәре һөҙөмтәһендә яуланған ҡаҙанышы ул. Рәсәй чемпионы булыу өсөн бик күп көс һалырға кәрәк, - тине Александ Сергеевич.
Бокс спорт ҡына түгел, ул тормош мәктәбе, унда һуғыуҙы тоторға, бирешмәҫкә һәм һәр ваҡыт алға барырға өйрәтәләр. Һеҙгә был сифаттарҙың алыштарҙа ғына түгел, көндәлек тормошта ла ярҙам итеүен теләйбеҙ. Еңеүҙәрегеҙ башҡаларҙы рухландырып торһон!
Гүзәл РӘМИЕВА.
Фото Анастасия Нәбиуллина һәм Александр Хлынцев архивынан.