

– Проект 2019 йылдан тормошҡа ашырыла, – тине Эмиль Владиславович ил Президенты ярҙам иткән проекттың мөһимлеген билдәләп. – Ошо ваҡыт эсендә республиканың 187 предприятиеһы уның ҡатнашыусыһы булды, шул иҫәптән “БСК”, “Авангард” ФҠП, “Ҡыҙыл пролетарий” АЙ, “Химремонт” ЯСЙ, “Башпласт” ЯСЙ һәм башҡа ҡала предприятиелары. Проект предприятиеларҙа етештереүсәнлекте арттырырға ярҙам итә, уны һөҙөмтәлерәк итергә ярҙам итә, бынан тыш, өҫтәмә ярҙам саралары ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһының Төбәк компетенциялар үҙәге проекты етәксеһе Роман Шишков проектта ҡатнашыу тураһында ентекләберәк һөйләне.
Ул хәбәр итеүенсә, Үҙәк 2018 йылдан алып “Һаҡсыл етештереү”ҙе яраҡлаштырыу һәм ҡулланыуға индереү менән мәшғүл. Төбәк үҙәге предприятиела процестарҙы комплекслы диагностикалау уҙғара, юғалтыуҙарҙы асыҡлай, был юғалтыуҙарҙы кәметергә ярҙам итеүсе, хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтеүсе оптимизациялар уҙғара.
Роман Шишков проектта ҡатнашыу өсөн бер нисә критерийҙы әйтеп бирҙе. Ул, хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса программа тулыһынса бушлай тормошҡа ашырыла, тип билдәләне.
Проект федераль булғанлыҡтан, ҡатнашыусылар үҙ предприятиеларында яраҡлаштыра алырҙай ҙур база тупланған.
2018 йылдан Төбәк компетенциялар үҙәге булдырылғандан бирле проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышында суммар эффект 1,8 млрд һумдан ашыу тәшкил иткән. 2,5 мең хеҙмәткәр уҡытылған.
Проектты уңышлы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе тураһында “Геофизика” ойоштороу үҫеше хеҙмәте етәксеһе Азамат Дәүләтбаев һөйләне.
Осрашыу аҙағында Эмиль Владиславович ҡала предприятиеларын проектта ҡатнашырға саҡырҙы, был хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреп кенә ҡалмай, ә иһә килемде лә арттырасаҡ.
Р.САФИНА.
Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан алынды.