Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2025, 11:44

АТА-ӘСӘ ҮҘЕ ЙӘЛЛӘД: САБЫЙҘАРҘЫ КЕМ ЯҠЛАР?..

Күптән түгел Татарстанда ҡот осҡос фажиғә булғанлығы Интернет селтәрендә таралып өлгөрҙө. Биш йәшлек ҡыҙ 22 көнлөк һеңлеһен дүртенсе ҡаттан ырғыта.

АТА-ӘСӘ ҮҘЕ ЙӘЛЛӘД: САБЫЙҘАРҘЫ КЕМ ЯҠЛАР?..АТА-ӘСӘ ҮҘЕ ЙӘЛЛӘД: САБЫЙҘАРҘЫ КЕМ ЯҠЛАР?..
АТА-ӘСӘ ҮҘЕ ЙӘЛЛӘД: САБЫЙҘАРҘЫ КЕМ ЯҠЛАР?..

Балалар өйҙә үҙҙәре генә булған. Атайҙары эштә, әсәләре ул ваҡытта ҡайҙалығы билдәһеҙ. Ғаилә быға тиклем имен ғаиләләр иҫәбендә булған. Баланы үтеп барыусы осраҡлы кешеләр күрә һәм “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Үкенескә ҡаршы, баланы ҡотҡарып ҡала алмайҙар.

Бынан бер нисә йыл элек Стәрлетамаҡта бала табыу йортонда психик сирле ҡатындың күршеһенең балаһын тәҙрәнән ырғытыуы күптәрҙе шаңҡытҡайны. Улын юғалтҡан ҡатын уға ла, хеҙмәткәрҙәргә лә ҡаршы ғариза яҙмай, улай ғына ла түгел - улар ире менән барыһын да ғәфү итә.

Өфөлә атаһы тәҙрәнән ырғытҡан өс йәшлек ҡыҙ һауыға башланы, тигән шатлыҡлы хәбәр ҙә бар. Был хаҡта Рәсәй балалар клиник дауаханаһында хәбәр иттеләр. Ул әсәһе менән һөйләшә башлаған һәм үҙаллы тын ала. Баланы реанимациянан нейрохирургия бүлегенә күсергәндәр. Ҡыҙға травма эҙемтәләрен бөтөрөргә ярҙам иткән терапия бирелә.

– Реанимациянан профилле бүлеккә күсерелгәндән һуң баланың ыңғай динамикаһын билдәләйбеҙ: аяҡ-ҡул хәрәкәттәре, йотоу һәләте, телмәр, әсәһенә мөрәжәғәт итеү барлыҡҡа килә. Уның һаулығын клиника белгестәренең мультидисциплинар командаһы даими күҙәтә, – тип аңлатты бүлек мөдире Валентин Пальм.

Баланың атаһы уны октябрь башында уҡ дәфтәрҙәр, уйынсыҡтар һәм көнкүреш әйберҙәре менән бергә тәҙрәнән ырғытҡайны. Әсәһе ул көндө өлкән улы менән икенсе төбәктәге шифаханала була. Ирҙе бындай ҡылыҡҡа нимә этәреүе билдәһеҙ, һорау алыу ваҡытында ул яуап бирмәй, үҙен сәйер тота, тәүҙә уның психик яҡтан сәләмәт булыуын яҙғайнылар. Бер айға психиатрия экспертизаһына ебәргәндәр. Һыуҙан ҡоро сығырға маташыуылыр, күрәһең.

Ә бына бынан бер нисә йыл элек Яр-Саллы суды биш йәшлек баланы өсөнсө ҡаттан тәҙрәнән ырғытҡан ирҙе ун йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарғайны. Хөкөм ителеүсе Иван Никитин: “Мине ғәфү итеүегеҙҙе һорайым. Мин бер кемде лә үлтерергә теләмәнем. Ғәҙел хөкөм сығарылыуына өмөтләнәм”, тигән була. Ә хәл былайыраҡ була: ул танышы фатирында алкоголь эскән. Улар менән фатирҙа хужа ҡатындың ейәнсәре лә булған. Тикшереү фараздары буйынса, Иван Никитин бик ныҡ иҫерек булып, биш йәшлек баланы тәҙрәнән ырғытҡан. Ҡыҙ бала бәхеткә күрә иҫән ҡалған. Шаһит кеше ашығыс ярҙам һәм полиция саҡыртҡан. Йығылғанда баланың беләҙек һөйәге һынған һәм сабый бик ҡурҡҡан. Ул саҡта 34 йәшлек иргә енәйәт эше асылған, тик ул ғәйебен өлөшләтә генә таныған. Суд уны ун йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарып, ҡаты режимлы колонияға оҙатҡан.

Тормоштағы бындай көтөлмәгән ваҡиғаларҙан руссалап әйткәндә, “никто не застрахован”… Йыш ҡына ир менән ҡатындың низағында ла балалар зыян күргән осраҡтар бихисап.

Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһында булған осраҡта атай кеше улын балкон тәҙрәһенән ырғытыу менән янаған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир менән ҡатын араһында ғауға сыҡҡан. Һуңынан ир үҙенең сабыйын ҡулына алып, уны бишенсе ҡаттағы балкон тәҙрәһенән ырғытам тип тышҡа сығарған. Полиция хеҙмәткәрҙәренә билдәле булыуынса, хәләл ефете менән даими ыҙғыштар арҡаһында йәш әсә балаһын алған да, әсәһенә йәшәргә күсеп киткән һәм айрылышыуға ғариза биргән. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатын ире янына фатирға улы менән әйберҙәрен алырға тип килә. Ир уға асыуланған һәм әйберҙәрен подъездға ырғытып, һуңынан баланы ҡулына алған да, балконға сығып сабыйҙы бишенсе ҡаттан ырғытам тип янаған. Бала ҡурҡып илай башлай. Ҡатын улын тынысландырырға теләгән һәм шулай уҡ тормош иптәшенең дә тынысланыуын ялбарған. Һуңынан ир ҡатынына подъездға ырғытҡан әйберҙәрен йыйып, өйөнә индерергә ҡуша.

Ғәйепләнеүсе ғәфү үтенгән. Бер нисә көндән баланың атаһы ҡатынынан уны ҡунырға алып ҡайтырға рөхсәт һораған, ләкин әсә баш тарта. Шулай ҙа ул баланы үҙенә алып ҡайта алған. Байтаҡ өгөтләгәндән һуң ғына ир балаһын әсәһенә кире бирә. Был осраҡ буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлеге Енәйәт кодексы 119-сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныған һәм улын үлтереү ниәте булмауын, ҡатынын ҡурҡытырға теләүен генә аңлатҡан. Эш материалдары судҡа ебәрелгән. “Атай – ата ҡаҙ” тиергә лә булалыр, был осраҡта.

“Ни сыҡһа ла – шул көслө заттарҙан сыға” тиер инем, тормошта бөтөнләй уйламаған кеше лә башҡалар ышанмаҫлыҡ ғибрәт хәлдәр ҙә булғылай шул. Әммә, тәүге осраҡтағы кеүек бәлиғ булмаған сабыйҙарыбыҙҙы үҙҙәрен генә ҡалдырмаһаҡ ине.

Әйткәндәй, бер йылды Благовещенда һигеҙ йәшлек малай икенсе ҡаттағы балкондан ҡолап төшә. Баланы дауаханаға алып киләләр. Был хаҡта Инстаграмда Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр иткәйне. Ул ваҡытта ла: “Балаларҙың тәҙрәнән ҡолап төшөүе тураһында хәүефле яңылыҡтарҙы йәй көнө йыш ишетергә мөмкин. Тәжрибәнән күренеүенсә, бәхетһеҙ осраҡтар ҡыш көнө лә була, быға ата-әсәләр балаларын ҡарауһыҙ ҡалдырыуы сәбәп булып тора”, – тип яҙҙы ведомство етәксеһе һәм ата-әсәләрҙе иғтибарлыраҡ булырға, бәләкәй балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырып.

Бер нисә йыл элек ниндәйҙер күмәк “аҡылһыҙлыҡ” бәләкәй балаларҙың ата-әсәләрен солғап ала: улар сабыйҙарын ҡулдарына алып тәҙрәнән ырғый башланы.

Екатеринбургта йәш ҡатын ҡулына ике йәшлек улын тотоп өсөнсө ҡаттан тәҙрәнән һикерә. Төбәк Тәфтиш комитетында һөйләүҙәренсә, 30 йәшлек Ксения М. ул көндө полицияға шылтыратып, уны туҡмаған иренә зарлана. Әммә участка хеҙмәткәре күрһәтелгән адрес буйынса килгәс, ул, уның һүҙҙәренсә, үҙ аҡылында булмаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшеүҙән ҡатын баш тарта һәм, баланы тотоп, балконда бикләнә. Участка хеҙмәткәре ашығыс психиатрия бригадаһын саҡырта, ә табиптарҙы көтөп торған арала Ксенияны балкондан үҙе “тартып алырға” тырыша. Әммә өлгөрмәй - ҡатын балаһын ҡулына алып, балкондан ырғый. Бәхеткә күрә, икеһе лә иҫән ҡала.

Икенсе осраҡта 24 йәшлек Мәскәүҙә йәшәүсе ир бишенсе ҡаттың тәҙрәһенән өс йәшлек улын ырғыта. Леонид Кудрявцев ҡәйнәһе менән бәхәсләшә. Аҙаҡ “асыуынан” улын тотоп, тәҙрәнән ташлай. Һуңғараҡ ғаилә тормошо тураһында ентекле мәғлүмәт билдәле була. Баҡтиһәң, сабый өләсәһе ҡарамағында булған. Ә атаһы фажиғәле көндө эскән килеш уларға ҡунаҡҡа килә. Һүҙ сығып ҡәйнә менән кейәүе талаша. Һәм ул асыуынан балаһын тәҙрә аша ырғыта.

– Леонид эшләмәй һәм эшләргә теләмәй, әммә эсергә ярата. Ә һуңғы ваҡытта уның ярһыуы күҙҙәренә сыҡҡан ине. Минеңсә, ул ниндәйҙер наркотикка күскән, – тип һөйләгән кейәүе тураһында ҡәйнәһе.

Ир үҙе, нимә эшләгәнен аңлап, ҡаса башлай. Әммә уны тиҙ арала ҡулға алалар. Беренсе һорау алыу видеоһы тәфтиш комитеты сайтында барлыҡҡа килә. Унда ул бәхәс һәм асыу тураһында бер нәмә лә әйтмәй, ә “улына ярҙам итергә, малайға тире аҫтындағы кристаллдар тыуҙырған ғазаптарҙы еңеләйтергә теләүен” раҫлай.

Өсөнсө осраҡта 32 йәшлек иҫерек ҡатын үҙ фатирында ғауға ҡуптара. Күршеләре полиция саҡырта, сөнки улар ханымдың бәләкәй улы тураһында борсола. Әммә ҡатын хоҡуҡ һаҡсылары менән аралашыуҙан һәм бигерәк тә улар менән бүлеккә барыуҙан ҡырҡа баш тарта. Ә улын ҡулына тотоп, тәҙрә аша ҡасырға маташа – аллаға шөкөр – беренсе ҡат. Ул быны эшләй алмай, йығылып, баланы ергә ташлай. Хәҙер бала дауаханала ята. Ә ҡатын СИЗО-ла. Урындағы полиция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, был “әсә” уларға яҡшы билдәле, сөнки ул профучеттың бөтә төрҙәрендә иҫәптә тора.

ПСИХОЛОГ КӘҢӘШЕ:

Ата-әсәләрҙе был аҙымға нимә этәргән һуң?

Ғаилә психологы Оксана Куриленко:.

– Минеңсә, ниндәйҙер тенденция йәки күмәк аҡылдан яҙыу тураһында һөйләргә кәрәкмәйҙер. Был осраҡтарҙың барыһы ла бөтөнләй икенсе. Һәм был ҡот осҡос эштәрҙе башҡарған өлкәндәр, һәр береһе үҙ сәбәбе менән шулай эшләгән: кемдеңдер психикаһы “ҡаҡшаған”, полицейский иһә тәҙрәгә атлаған ҡатындың “үҙ аҡылында булмауын” телгә ала. Бында ҡатын һәм уның ғаиләһе менән эшләргә кәрәк. Бәлки, ул депрессияла булғандыр, йәки ниндәйҙер бәхәс сыҡҡандыр – эйе, күп сәбәптәр булыуы мөмкин.

Атаһы улын бишенсе ҡаттан ырғытҡанда, психиатрҙар йәки наркологтар –ткәргән экспертизанан күренеүенсә, был ирҙең проблемалары буйынса эшләргә тейеш, малайҙың урынында теләһә кем булыуы мөмкин – янында кем булһа ла, шул тәҙрәнән осор ине.

Өсөнсө осраҡ, моғайын, осраҡлыҡ. Һәм әсә кеше улына зыян килтерергә теләмәгәндер. Ул уны “насар полицейскийҙарҙан” ҡасҡанда ҡалдырмай, ә үҙе менән ала... Шуға күрә ҡара бесәйҙе ҡараңғы бүлмәлә эҙләргә кәрәкмәй – ул унда юҡ, – тип уйланырға урын ҡалдыра белгес.

ҺҮҘ АҘАҒЫНДА:

Беҙ күп осраҡта сәстәр үрә торорлоҡ ваҡиғалар шаһиты булғанда “күрәсәккә” йәки “яҙмышҡа” япһарырға яратабыҙ. Был осраҡтарҙа һәр кемдең “үҙ тараканы” булһа ла, боҙоҡ уйҙарҙан, боҙоҡ аҙымдан Алла һаҡлаһын тиергә генә ҡала.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: интернет селтәренән алынды.

АТА-ӘСӘ ҮҘЕ ЙӘЛЛӘД: САБЫЙҘАРҘЫ КЕМ ЯҠЛАР?..
АТА-ӘСӘ ҮҘЕ ЙӘЛЛӘД: САБЫЙҘАРҘЫ КЕМ ЯҠЛАР?..
Автор:Римма Галимова
Читайте нас