

Форум эшендә ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, уның урынбаҫары Айнур Юнысов, Торлаҡ коммуналь хужалыҡ идаралығы начальнигы Венер Усманов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса йәмәғәт-торлаҡ контроле етәксеһе Булат Вәлиев, һәм шулай уҡ ҡаланың күп фатирлы йорттар советтары рәйестәре һәм ағзалары, депутаттар, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар етәкселәре, граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм хакимиәт бүлектәре вәкилдәре ҡатнашты.
Форум, ғәҙәттәгесә, бынан алдағы ҡарарҙарҙың үтәлеше тураһында отчеттан башланды. Сараның мөһим өлөшө булып күп фатирлы йорт Советтары иң яҡшы эшләгән рәйестәрен бүләкләү тантанаһы һәм йыл да уҙғарыла торған “Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округында иң яҡшы күп фатирлы йорт Советы – 2025” конкурсына йомғаҡ яһау торҙо.
Форумда бер нисә доклад ҡаралды.
“Берҙәм мәғлүмәт-иҫәп-хисап үҙәге” ЯСЙ-нең клиенттар менән эшләү һәм үҫеш буйынса генераль директоры урынбаҫары Илхан Междо Берҙәм мәғлүмәт-иҫәп-хисап үҙәгенең берҙәм түләү документына күсеүҙең өҫтөнлөктәрен күрһәтте. Был – бер документта бөтә түләүҙәр, асыҡ иҫәпләү системаһы, “бер тәҙрә” принцибы һәм түләү ысулдарының төрлөлөгө.
“Газпром газ бүлеү Өфө” акционерҙар йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ филиалы баш инженеры Юрий Леонтьев газ ҡорамалдарын техник диагностикалау буйынса эштәр үткәреү һәм төтөн юлдарын һәм вентиляция каналдарын тикшереү тураһында һөйләне. Ул хәлде газ ҡорамалдары торошон һәм хеҙмәт итеү ваҡытын (моделенә ҡарап 10 йылдан 15 йылға тиклем) ҡәтғи күҙәтеү кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрҙө.
Граждандарҙы яҡлау идаралығының баш белгесе Екатерина Ковалева көҙгө-ҡышҡы айҙарҙа янғын хәүефһеҙлеген үтәү, шәхси әйберҙәрҙе коридорҙа һаҡлауҙы тыйыу, янғын һүндереү гидранттарын ваҡытында хеҙмәтләндереүгә иғтибарҙы йүнәлтте,
Шулай уҡ автономлы янғын хәбәрселәрен ҡуйырға тәҡдим итте. Шулай уҡ йоҡа боҙҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләре лә күтәрелде.
Форумда шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт“ мобиль ҡушымтаһының файҙаһы һәм мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт бирелде.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар сара аҙағында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған һорауҙар бирҙеләр. Бөтә мөрәжәғәттәр ҙә тейешле хеҙмәттәр тарафынан теркәлде һәм тейешле хеҙмәттәр тарафынан эшкәртеүгә алынды.
Р.САФИНА.
Фото ҡала хакимиәте сайтынан алынды.