Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2025, 12:50

БӘХЕТЛЕ БУЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМӘЙ

ҠӘҘЕРЛЕ БАЛАЛАР! Бәхетле булыу өсөн күп кәрәкмәй. Бары һау-сәләмәт, аҡыллы, сабыр, уңған, тәртипле булыу, атай-әсәйеңде хөрмәт итеү, туғандарыңды, дуҫ-иштәреңде ҡәҙерләү, тыуған ереңде һәм илеңде яратыу етә. Бөгөн беҙ баҫмабыҙҙа   балалар өсөн «БӘПЕМБӘ» бите асып ебәрәбеҙ. Ҡалабыҙҙа, республикала йәшәп, фәҡәт һеҙҙең өсөн яҙыусы авторҙарҙың әҙәби күстәнәстәренән тыш һеҙҙең үҙегеҙҙән дә төрлө жанрҙағы (шиғыр, хикәйә, әкиәт, нәҫер) ижад емештәрегеҙҙе көтәбеҙ. Ә бөгөнгө махсус битебеҙҙә  беҙ һеҙгә Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы әҙиптәренең әҙәби өлгөләрен тәҡдим итәбеҙ.

БӘХЕТЛЕ БУЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМӘЙБӘХЕТЛЕ БУЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМӘЙ
БӘХЕТЛЕ БУЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМӘЙ

Рәмзәнә АБУТАЛИПОВА

КҮСТӘНӘС АЛЫП КИЛДЕМ

Ағастарҙа өшөп кенә

Ултыра ҡошҡайҙарым.

Ҡар карлағас урманды,

Асыҡҡан дуҫҡайҙарым.

Бирешмәгеҙ, ҡошҡайҙарым,

Шефлыҡҡа алам хәҙер.

Һеҙгә тәмлекәс һалырға

Тағараҡтарым әҙер!

Сип, сип, килегеҙ, ҡоштар,

Уҫал шул беҙҙә ҡыштар.

Көтөүегеҙҙе белдем,

Күстәнәс алып килдем.

Һырып алды сәпсектәр,

Ҡыҙылтүштәр, турғайҙар.

Миңә рәхмәт әйткәндәй,

Төрлө көйгә йырлайҙар.

 

КӨҘ

Йәшел япраҡтар

Алтын төҫ алды,

Сәскәле болон

Буш булып ҡалды.

Тынды уомандар,

Һайрамай ҡоштар,

Безелдәп осмай

Сәскәнә ҡорттар.

Ҡыҙыу эштән һуң

Моторҙар тынды,

Туҡ бойҙай менән

Келәттәр тулды.

Игенселәрҙең

Шат күңелдәре,

Тырыш эш менән

Үткәс көндәре.

 

ҠЫШ БАБАЙ ҠАЛАЙ УҢҒАН

Иртән торһам – ни булған,

Бар донъя нурға сумған:

Ағастарға бәҫ ҡунған,

Йылғалағы һыу туңған,

Бөтә ергә ҡар тулған!

Ҡыш бабай ҡалай уңған –

Төн сыҡҡансы ҡыш булған!

 

Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА

АТАЙЫМ СЕРЕ

Утын ярҙы атай өйөп,

Тау булып ятты хатта.

Янында мин рәхәтләнеп,

Уйнаным ағас атта.

Ниңә тау хасил булдымы?

Ишеттем бына үҙем.

Эш башлар алдынан әйтте

«Бисмилла!» тигән һүҙен.

Ул изге һүҙҙе тиҙ генә

Мин дә алайым отоп.

Эшкә ярармын, моғайын.

Балта булһа ла тотоп.

 

НИСЕК БУЛА  «ЭШ  ЫРАУ» ?

Нисек була «эш ырау»?

Бына һиңә бер һорау.

Яуабын табып ҡара,

Ыңғайҙан сәсең тара.

Бөттөңмө сәсең тарап?

Уй-й-й-й…Эшкә ҡалдың ярап.

Йылмайып ята тараҡ,

Үҙеңә генә ҡарап.

Шулай  була эш ырау!

Бирмәйем ҡыҙыҡ һорау.

Йүгерәмен еләккә,

Ҡайнатмалар кәрәк тә.

Тулып ҡайт?а силәктәр,

Арымаһа беләктәр,

«Эш ыраны» тиермен,

Һикереп төшөп бейермен.

 

ИЗГЕ КИТАП

Әсәйем гел КИТАП уҡый,

Атала ҠӨРЬӘН тиеп.

Мин дә ҡәҙерләп тотамын,

Башҡа түбәиәй кейеп.

Бер хәрефен белмәһәм дә,

Тиҙ генә уҡый алам.

Атай әйтеп торғас янда:

-Әлхәмдүлилләһ, балам!

 

 Әҡсән ХӘЛИЛОВ

ҠОЯШ АЛМАЛАРЫ

Ҡояш апай алмаларҙы

Өрөп бешерҙе микән?

Ҡып-ҡыҙыл булып еткәс тә,

Өҙөп төшөрҙө микән?

Ерҙән ҡояш-алмаларҙы

Кәрзинемә тултырҙым.

Алмаларым ҡояш кеүек

Нурҙарын сәсеп торһон!

 

ТӘМЛЕ «БУЯУ»

Ап-аҡ ҡына бесәйемдең

Мороно ҡара таплы.

Ул төрткөләрҙе бесәйем

Бик оҙаҡ ялап ятты.

Моронон ялап туйҙы ла:

- Мыяу, - ти ҙә, - мыяу, -ти –

Мыйыҡ төбөм шоколадтан

Торған татлы буяу, - ти.

 

АҠҺАҠ  АҠБАЙ

Аҡбай ниңә аҡһай ул?..

Аҡбай һарай һаҡлай ул.

Ҡурҡыныс бер төш күргән –

Бүреләргә  ул өргән.

Тауыш бар ҙа барлыҡҡа,

Тамаҡ ҡына ҡарлыҡҡан.

Батыр затлы Аҡбай ул,

Аҡбай һарай һаҡлай ул.

Ауыртмаһа ла аяғы

Килештереп атлай ул.

 

РИТА ФӘТҠУЛЛИНА

ГАРМУН

Атайым уйнай гармунда,

Селтерәп китә көйө.

Әсәй, һин көлөп ултырма,

Төш тә тыпырҙап бейе!

Үҙем бейеп китер инем,

Тик «моңланып» туймайым!

Атай гармун уйнай, ә мин

Гармун булып уйнайым!

 

ҠУРСАҠ

Әли-бәли генә итеп,

Ҡурсағын бәпләй балам.

Берсә ҡуйынына ала,

Берсә бәү-бәүгә һала

Үҙенең дә ҡурсаҡ кеүек

Бәләкәс кенә сағы.

Тик барыбер «әсәй» үҙе,

Ә «бәпесе» - ҡурсағы.

Бала һымаҡ биләй уны,

Әүәйҙе көйоәй-көйләй.

Оҙаҡламай йоҡлатыр ҙа,

Әкиәт һөйләй-һөйләй.

Ниндәй ябай мөғжизә тим

Серҙәре тәтәйлектең.

Баласағы йәшеренгән

Ҡурсаҡҡа…

Әсәйлектең.

 

Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА

ЯУ ЭСЕНДӘ АТАЙҘАР

 

Буй етмәҫлек бейектә
Йондоҙҙарҙың ояһы.
Күтәргәндә атайым,
Йондоҙ нуры тоямын.
Юҡ янымда атайым:
Китте илде һаҡларға.
Рөхсәт итмәҫ дошманға
Аяҙ күкте ҡапларға.
Ялға ҡайтты ҡәҙерлем,
Йондоҙло орден тағып.
Гүйә, төштө йондоҙҙар,
Беҙҙең атайҙы танып.
Йондоҙло күк хаҡына
Яу эсендә атайҙар.
Тар-мар итмәй дошманды,
Улар өйгә ҡайтмайҙар!

 

Кәрим  БУЛАТ

КОМПЬЮТЕРҘАҒЫ ӨЙРӘК

Минең өлкән ағайым

Компьютерҙа йыш уйнай.

Клавишаға баҫа ла.

Нимәлер ҡаты уйлай.

Ҡай саҡта мониторҙа

Килеп сыға һүрәт тә.

«Йә, уйна», - ти  ағайым

Аңлата ла, күрһәтә.

Күп ваҡыт та үтмәне,

Уйнарға ла өйрәтте.

Ағай менән эшләнек

Компьютерҙа өйрәкте.

 

 

*Әсәй, уҡыйыҡ әле!

Римма ҒӘЛИМОВА

ҮЛӘН ӨЛӘСӘЙ

   Үләндәр сығыу, сәскәләр күренә башлау менән Алтынай өләсәһенә эйәреп урманға юлланды. Өләсәһенең белмәгән гәмәһе юҡ. Ул йыш ҡына: «Дарыу үләндәрен ҡоро һәм ҡояшлы көндә йыйыу яҡшы. Һабаҡтарын һәм япраҡтарын, сәскәләрен үҫемлек сәскә атҡан осорҙа, ә орлоҡ һәм ҡояшлы көндә йыйыу яҡшы. Һабаҡтарын һәм япраҡтарын, сәскәләрен үҫемлек сәскә атҡан осорҙа, ә орлоҡ һәм емештәрен улар өлгөрөп еткәс, иртән йәиһә киске яҡта йыйыу файҙалы», - ти.

-  Һеҙ үлән ашап үҫкәнһегеҙ, шулаймы, өләсәй?

- Ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа  аҙыҡ етмәне, кешеләр үләндәр менән туҡланды. Сәй эсер өсөн  бөтнөк, кейәү үләне, аҡ сәскә ҡулландыҡ. Әсе йыуа, һарымһаҡ, туҡранбаш, юл япрағы ашай инек. Дегәнәктең һабағын ғына түгел, ә тамырын да, япрағыг да ҡулландыҡ. Ҡуҙғалаҡтан аш та бешерҙек, сей килеш тә ашаныҡ, - тине өләсәһе.

Элек  дарыуханалар ҙа, дарыуҙар ҙа булмаған икән.

- Сирләгән саҡта нисек файҙаландығыҙ? – тип һорашты алтынай.

- Тымауҙан танауға – алоэ, каланхоэ  һутын тамыҙҙыҡ. Бөйөр ауыртһа, мең япраҡ төнәтмәһен эстек. Тән боһолғанда, сөйәл үләне төнәтмәһе менән сайҡана инек. Балаларҙың эсе китһә, имән ағасы ҡайырын төнәттек. Яраны бәйләү өсөн алабута япрағы ҡулландыҡ, - тип хәтер төйөнөн систе өләсәй.

Һөйләшә торғас, урманға барып еткәндәрен дә һиҙмәне улар. Һары мәтрүшкәләр менән болон тулған. Ул да бик күп ауырыуҙарҙан дауа икән. Элек-электән ваҡланған һары мәтр-шкә япраҡтарын яралар тиҙерәк уңалһын өсөн япҡандар.

- Өләсәй, бында зәңгәр мәтрүшкәләр ҙә үҫә бит.

- Уның да файҙаһы ифрат ҙур. Ул тәбиғи антибиотик булып һанала. Ул төн температураһын төшөрә, йүткергәндә ярҙам итә. Уны шулай  уҡ нервы аурыуҙарынан, ҡан баҫымы юғары булғагда, атеросклероздаг ҡулланалар. Теш һыҙлағанда сәйнәһәң, һыҙлауҙы баҫа.

- Йүкә оә сәскә атҡан бит!

- Уның сәскәһе лә ҡан баҫымын төшөрә, тынысландыра. Һалҡын тейгәндә бик килешә. Әииә артыҡ мауығырға ярамай, йөрәккә көс төшөүе ихтимал.

-  Ә бәпембәләрҙең берәй файҙаһы бармы, өләсәй?

- Әлбиттә, балам. Ул бауырҙы таҙарта.

- Урман үҙе бер аптека кеүек икән, өләсәй! – тине Алтынай.

- Эйе, балаҡайым, тап шулай. Бында шифалы үҫемлектәр бик күп. Бары тик ваҡытын, мәлен белеп йыя белергә генә кәрәк. Һәр ерҙә үҫкән үлән дә щифалы була алмай. Бары тик таҙа урында ғына йыйыу мөһим. Ә урман – тап шундай шифалы төбәк!

 

ЙОМАҠТАР

Алтын тажым бар ине,

Ҡояш менән пар ине.

Әллә уҫал күҙ тейҙе,

Әллә уҫал һүҙ тейҙе,

Тажым төшөп юғалды,

Сал сәсемде ел алды. (Бәпембә)

 

Бөтә ҡоштан да ҡара,

Һабан артынан бара.

Яҙын беренсе булып

Килеп етә ҡай ара? (Ҡарға)

 

Төнөн һауала йөҙә

Түп-түңәрәк  апельсин.

Ә икенсе аҙнала

Яртыһын күрерһең һин. (Ай)

 

Булмай күреп,

Булмай тотоп,

Ләкин була йотоп. (Һауа)

 

Мин болот та, томан да,

Булам мин боҙ ҙа, кар ҙа.

Ямғыр булып яуам да,

Әйләнә алам парға. (Һыу)

 

Уның янына килеп

Ҡара ғына ҡағылып.

Һиҙмәҫһең, китеп барыр

Кейемеңә тағылып (Дегәнәк)

 

Туп-тура баҫып тора,

Үҙе гел янып тора.

Янһа ла илап тора,

Йәштәре тамып тора. (Шәм)

 

 *Китап дуҫ, түрҙән уҙ!

«ЯМҒЫРҘАР МӘЛЕ»

Ҡалабыҙҙа йәшәп ижад итеүсе ҡәләмдәшебеҙ Рәсим Рәхмәтуллин ( РӘСИМ ШӘФИ-РӘХМӘТ) үҙенең «Ямғырҙар мәле» тигән бишенсе китабын ҡулына алып ҡыуанды.  Өлкәндәр һәм үҫмерҙәргә арналған  китап Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәтендә нәшер ителде, Ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм ижади балҡыштар теләйбеҙ.

Махсус бите Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.

 

 

 

БӘХЕТЛЕ БУЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМӘЙ
БӘХЕТЛЕ БУЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМӘЙ
БӘХЕТЛЕ БУЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМӘЙ
БӘХЕТЛЕ БУЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМӘЙ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас