Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2025, 13:05

БАТЫР ЙӨРӘКЛЕ ЕГЕТТӘРГӘ ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ

Стәрлетамаҡта хәрби разведка көнөндә Жуков исемендәге скверҙа хәрби разведка һәйкәлен асыу тантанаһы үтте.

БАТЫР ЙӨРӘКЛЕ ЕГЕТТӘРГӘ ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫБАТЫР ЙӨРӘКЛЕ ЕГЕТТӘРГӘ ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ
БАТЫР ЙӨРӘКЛЕ ЕГЕТТӘРГӘ ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ

Стәрлетамаҡта хәрби разведка көнөндә Жуков исемендәге скверҙа хәрби разведка һәйкәлен асыу тантанаһы үтте. Һәйкәл төҙөү идеяһы бынан биш йыл элек - 2020 йылда барлыҡҡа килә. Шул ваҡыттан алып Стәрлетамаҡ ҡалаһы Хәрби разведка ассоциацияһының әүҙем тырышлығы, туғанлыҡ ветерандары һәм битараф булмаған ойошмалар ярҙамы менән проект уңышлы тормошҡа ашырыла.  Һәйкәлде асыу тантанаһында йыйылыусыларға ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов мөрәжәғәт итте. Ул разведчиктарҙың һәр ваҡыт хәрби хәрәкәттәрҙең иң киҫкен осоронда булыуын, шулай уҡ һәйкәл төҙөүҙә туранан-тура ҡатнашҡандарға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Павел Николаевич монумент төҙөүгә һәм Хәрби разведка ассоциацияһын үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәндәргә ҡала хакимиәтенән рәхмәт хаттары тапшырҙы.                                                                                                            Һүҙ Стәрлетамаҡтың махсус Хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйестәше Александр Николаевич Карпунинға бирелде. Ул хәҙерге хәрби разведканың ни тиклем ныҡ үҙгәреүен иҫкә төшөрҙө. Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.  Шулай уҡ ҡунаҡтар һәм ҡала халҡы алдында Рәсәй Афғанстан ветерандары союзының Стәрлетамаҡ ҡала бүлексәһе рәйесе Сергей Иванович Балмасов, “Чечен Республикаһында ҡораллы конфликтта ҡатнашыусылар союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илдус Маняпов һәм Хәрби разведка ассоциацияһы рәйесе Илмир Сөләймәнов сығыш яһаны. Улар, разведчиктар үҙ иленә намыҫ менән хеҙмәт итеүҙән тыш, патриотик сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, хәйриә ярҙамы күрһәтә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Тантана яңы һәйкәлгә сәскәләр һалыу менән тамамланды.                             

     Ошо йәп-йәш кенә разведчиктарға ҡарап, батыр йөрәкле егеттәребеҙҙе тәрбиәләгән ата-әсәләргә рәхмәтебеҙ арта. Ә инде разведчик улдарын юғалтҡандар алдында баш эйәбеҙ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Анастасия АДАДУРОВА фотоһы.

 

 

 

 



 

БАТЫР ЙӨРӘКЛЕ ЕГЕТТӘРГӘ ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ
БАТЫР ЙӨРӘКЛЕ ЕГЕТТӘРГӘ ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ
БАТЫР ЙӨРӘКЛЕ ЕГЕТТӘРГӘ ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас