

Оло награданы артисткаға Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте Башлығы вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев тапшырҙы.
Береһенән-береһе сағыу, ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырып тамашасын күңелен яулаған актрисабыҙҙы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә бик күп һоҡланғыс образдар тыуҙырып, Стәрлетамаҡ театрын башҡа тарафтарҙа данлап, дәртләнеп ижад итеүен теләйбеҙ!
Роза САФИНА.
Фото Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сайтынан алынды.