Ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алыу 28 ноябрь көндө иртән яугир-интернационалистар стелаһына сәскәләр һалыу тантанаһынан башланды. Унда хәрби хәрәкәттәр ветерандары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, уҡыусылар һәм студенттар, һәм шулай уҡ һәләк булған һалдаттарҙың туғандары килгәйне.
Хәтер сараһында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов, хәрби комиссар Анатолий Ревунов, Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Набат” Чечен республикаһында ҡораллы конфликтта ҡатнашыусылар союзы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе
Илдус Мәнәпов, “Рәсәй Афғанстан ветерандары союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сергей Балмасов,
ҡала Спецназ ветерандары союзы рәйесе Александр Зимин, Махсус операция ветерандары ассоциацияһының рәйестәше Александр Карпунин,
һәләк булған һалдат әсәһе Рита Бурденко сығыш яһаны.
Уларҙың һәр береһе илебеҙҙең бәхетле киләсәге өсөн ҡорбан булған батырҙар тураһында хәтер һаҡлауҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шулай итеп, был көндө ҡала халҡын Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы тураһындағы хәтерҙе һаҡларға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға тигән дөйөм маҡсат берләштерҙе. Был иҫтәлекле сара үҙҙәренең ҡылған изге ғәмәлдәре менән барыбыҙ өсөн дә сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө булған геройҙарҙы иҫкә төшөрөү өсөн сәбәп булды.
Р.САФИНА.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте фотолары.