...Яугир һәләк булғанда уның әсәһе Фәнисә Ғәлинур ҡыҙы бындай ҡот осҡос хәбәрҙе башына ла килтермәгән. Уның киләсәккә ышанысы һәм өмөтө – ғәзиздәрҙән ғәзиз улы Редикка нибары дүрт кенә ай хеҙмәт итергә ҡалған була.
– Был хәбәрҙе ишеткәс, моғайын, был хаталыр, тип уйланым, – ти Редиктың әсәһе Фәнисә Ғәлинур ҡыҙы. Улын армияға һау-сәләмәт килеш оҙатҡан бит. Етмәһә улы: “Борсолма, әсәй, оҙаҡҡа китмәйем. Хеҙмәт итергә генә барам, һуғышҡа түгел бит”, – тип тынысландыра. Эй, Хоҙайым, Чечняға ғына эләкмәһә ярар ине, тип теләктәр теләй әсә кеше. Улының “ҡайнар нөктәгә” тура килмәгәнлеген белгәс, шатлана. Редиктан әленән-әле күңелен йыуатып хаттары килеп тора. Баштараҡ ул: “Ауырыраҡ булһа ла, әкренләп күнегәм” тип яҙа. Аҙаҡ “Хеҙмәтем бара, барыһы ла яҡшы, борсолма, осрашыу көндәрен һанайым” тип тә яҙа. Әммә егет әсәһен тынысландырһа ла, башҡа юлды һайлай... Чечняға ебәреүҙәрен әсәһенә белдермәгән. Былай ҙа әсәһенең хәстәр-хәсрәте етәрлек бит, бер үҙе өс балаһын аяҡҡа баҫтырып килә, тормош иптәше 35 йәшендә генә һәләк була.
Бына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләр әле тип уйлай егет. Аҙаҡ эшкә урынлашыр, Әсәһенең хәлен еңеләйтер... Тик... Киләсәк, тыуған яҡҡа ҡайтыу тураһындағы яҡшы хыялдарға бойомға ашырға насип булмай шул.
...17 июль көнө башҡа көндәр һымаҡ уҡ ҡояш яҡтырта, ҡоштар һайрай. Бер ниндәй бәлә булаһын хәбәр итмәй. Ғәҙәти задание: миналар юҡмы икән тип саперҙарға бер участокты тикшерергә кәрәк була. Заданиеға әле яңы ғына хеҙмәткә саҡырылған бер һалдатҡа бирелә, әммә һуңынан уны Редик менән алыштыралар. Аҙаҡ хеҙмәттәштәре һөйләүенсә, ул хатта ауыртыуҙы ла тойорға өлгөрмөй, 20 йәше тулырға 3 кенә көн ҡалғанда, тормошоноң сәскә атып килгән мәлендә генә снайпер пуляһы уның ғүмерен өҙә.
Әсә йөрәге быны алдан һиҙә. Насар хәбәрҙе ишетер көн эшкә теләр-теләмәҫ бара, ул көндө ҡуйы толомдарын да ҡырҡа. Ул саҡта әлеге һымаҡ телефондар ҙа булмай әле. Әсә кеше барыһына ла түҙә, барыһын да күтәрә һәм аңлай. Ҡот осҡос хәбәрҙе аҡылы менән ҡабул итһә лә йөрәк менән ҡабул итә алмай. Һуңғы минутҡаса ул был хәбәр – хаталыр тип уйлай. 18 июлдә “Редиктың кәүҙәһе Ростовта, бынан ул Өфөгә ҡайтараласаҡ” тип хәбәр итәләр. Йөрәк өҙгөс оҙон көтөү көндәре башлана. Цинкланған табутты күргәнсе бер, ике, өс көн генә түгел, хатта ун ике көн үтеп китә. Әйтерһең дә хәсрәтле йөктө Рәсәйҙең бер ҡалаһынан икенсеһенә түгел, ә донъяның ситенән ҡайтаралар. Чечняла ҡаһарманса һәләк булған һалдаттың кәүҙәһе һалынған табут ике аҙна тиерлек юлда була…Фәнисә Ғәлинур ҡыҙы оҙатып килгән офицерҙарҙың тыйыуына ла ҡарамаҫтан, табутты аҫтыртыуға ирешә. Улының һөйкөмлө йөҙөн һуңғы тапҡыр күреп ҡалаһы, хәбәрҙең хата булыуына ышанаһы килә уның. Кем әсәне бының өсөн ғәйепләр? Ә инде табуттың ҡапҡасын асҡас үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай. Бары мәйеттең ҡулында үҙенә таныш яҙыуҙы уҡығас ҡына ыңғырашып ҡуя. Юҡ, яңылышмағандар икән...
Ә бит ул Һуңғы минутҡаса быны хаталыр тип уйлай. Редикты йәш кенә көйөнә үлгән атаһының ҡәберенә йәнәшә ерләйҙәр.
Тормошта ул нимә генә күреп өлгөргән һуң? Стәрлетамаҡта тыуып үҙһә лә, ул берүк ваҡытта үҙен ауыл малайы тип һанай. Сөнки каникулдарының күбеһе ата-әсәһенең тыуған яғы Стәрлебаш районы Таллыҡ һәм Әмир ауылдарында өләсәһе һәм олатайҙарында үткәрә. Өс бала араһында иң өлкәне, етди һәм һәр нәмәлә яуаплылык менән ҡараусы егет була. Яҡындары уны ярата, класташтары, дуҫтары ихтирам итә. Уның ҡыҫҡа ғына ғүмере яҡты йондоҙ булып ҡабына ла Редикты ғүмерлеккә 20 йәшлек итеп бик иртә һүнә. Йәш егетте барлыҡ хәрби хөрмәттәрҙе күрһәтеп, әлеге ғаиләнең бер хәсрәт-ҡайғыһын үҙ күҙҙәре менән күреп, бөтә ауыл менән Әмир зыяратына ерләйҙәр.
– Улымды күмгәндә бөтә халыҡ иланы, хатта улымды оҙата килгән хәрбиҙәрҙе үҙемә тынысландырырға тура килде, – тип хәтерләй ул ҡараңғы көндәрҙе Фәнисә Хөснөтдинова. – Редиктың һуңғы юлға оҙатырға класташтары. дуҫтары, таныштары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте урынбаҫары Ғ.Л.Хәйетҡолов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хәрби комиссары полковник А.А.Бикмәтов, Стәрлебаш район хакимиәте башлығы М.М. Усманов, Стәрлебаш районы комиссар урынбаҫары И.К.Ғәбдуллин килде. Автоматтарҙың өс тапҡыр залпы улыма һуңғы салют, һуңғы хушлашыу һүҙҙәре булып яңғыраны, – тип тамамланы һүҙен әсә кеше.
Ваҡыт үтеү менән йөрәк яралары бер аҙ уңалғандай булһа ла, Фәнисә Ғәлинур ҡыҙы Хөснөтдинова һымаҡ ғәзиз улдарын юғалтҡан барлыҡ Әсәләр алдында баш эйәбеҙ һәм бөгөнгө аяҙ күктәребеҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Гүзәл РӘМИЕВА фотоһы.