Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2025, 15:55

РИШАТТЫҢ МОҢО САҠЫРА!

Ришат Хәмитов. Был исем йыр һөйөүселәргә күптән таныш һәм яҡын. Үҙенә генә хас моң ағышы менән йөрәктәрҙе арбаған Силәбе егете матур юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы бына инде хәҙер егерме биш йылдан ашыу Стәрлегә хеҙмәт иткән йырсы менән ҡыҫҡаса ғына булһа ла әңгәмә ҡорҙоҡ.

РИШАТТЫҢ МОҢО САҠЫРА!
РИШАТТЫҢ МОҢО САҠЫРА!

– Ришат Хәмитовтың юбилей концерты була тип ишеткәс, шунда уҡ быға тиклем булған концерттарың күҙ алдына килеп баҫты. Иҫ киткес шәп концерт булғайны – тәрән мәғәнәле, фекер байлығы менән хайран иткәйне ул, сценарий төҙөлөшө менән дә айырылып тора. Үткән юбилей концертыңды ҡараған кешеләр  әле һаман һағынып һөйләйҙәр.

– Эйе, был хәҙер дүртенсе соло концертым. Һәр кем үҙ почергынан йыраҡ китә алмай. Халыҡ күңеленә ятышлы ижади  материал һайлай белергә кәрәк. Беренсе бүлек моноспектакль рәүешендә ҡоролған. Унда тыуған яҡ, тыуған ауыл, атай-әсәй кеүек күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртерҙәй темалар алынды. Сценарийҙың авторы ла, ҡуйыусыһы ла үҙем. Концертты ла үҙем алып барасаҡмын. Концерттың икенсе бүлегендә халыҡ көй ҡоралдары оркестрына ҡушылып өс йыр йырлаясаҡмын.

Оркестрҙан һуң Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Сәйҙәш Сәсәнбаев менән Азамат Асаинов башҡарыуында думбыра менән ҡурай дуэты була.

–  Концертта тағы ла  кемдәр ҡатнаша?

– Үҙ ҡунаҡтарым буласаҡ – халыҡ артистары Фәнәүи Сәлихов, Алһыу Бәхтиева, Салауаттан Гөлсәсәк менән Яҡуп Шәриповтар киләсәк. Үҙебеҙҙең “Торатау” балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбле, бергә эшләгән коллегаларым – “Ашҡаҙар” эстрада-фольклор  төркөмө артистары сығыш яһаясаҡ. Тамашаны шулай уҡ йырсы һандуғасыбыҙ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әмәкәсова биҙәйәсәк. Әйткәндәй, Юлдаш улым да сығыш яһаясаҡ. Әле ул Санкт-Петербургта йәшәй.

– Ҡунаҡ булараҡ кемдәрҙе саҡырҙың? Силәбе яғынан туғандарың да киләлер?

–  Ҡоншаҡ районы Яңы Ҡорман ауылынан атайымдың бер туған ҡәрендәше Фәғилә апайым, Силәбенән бер туған ағайым менән еңгәм, шулай уҡ ике туған ағайым килә.

Стәрлетамаҡтан рус күршеләремде лә  саҡырҙым. Улар өсөн  шәхсән  русса йырҙар ҙа башҡарасаҡмын.

– Ришат Хәмитов ижад иткән  “Ер кендеге Торатау” ҡобайыры  ла беҙгә яҡшы таныш... Концертта был ҡобайыр яңғыраясаҡмы?

– Үҙем яҙған шиғырҙарым, ҡобайырҙарым да бар. Ҡайһы берҙәрен үҙем көйгә лә һалдым. Әммә быларҙың барыһын да бер концертҡа һыйҙырып булмай, былай ҙа программа бик тығыҙ.

Алла бирһа, ошо программалағы концерт номерҙары менән тыуған яҡтарыма ла юлланмаҡсымын. Ғөмүмән, сығыштарым һәм яҙған әҫәрҙәрем был концертта ғына түгел, артабан да яңғырап торор!

– Бирһен Хоҙай! Хәйерле сәғәттә!

Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.

Фото Ришат ХӘМИТОВтың шәхси архивынан алынды.

 

 Яратҡан йырсыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ришат Хәмитов 5 декабрҙә киске сәғәт 7-лә Стәрлетамаҡ  театр-концерт берләшмәһендә уҙасаҡ “Көҙҙәремә кереп барғанда...” тип аталған юбилей концертында көтөп ҡала.

6 +

РИШАТТЫҢ МОҢО САҠЫРА!
РИШАТТЫҢ МОҢО САҠЫРА!
РИШАТТЫҢ МОҢО САҠЫРА!
РИШАТТЫҢ МОҢО САҠЫРА!
Автор: Роза Сафина
Читайте нас