– Күптән түгел һеҙ етәкләгән “Торатау” ансамбле Сочи ҡалаһында “ARENA DANCE” Бөтә Рәсәй хореография конкурсында ҡатнашҡан тип ишеткәйнем. Унан ниндәй еңеүҙәр алып ҡайттығыҙ?
Лиана Рәил ҡыҙы:
– Эйе, 30 октябрҙә беҙҙең 35 кешенән торған ансамбль Сочиҙа уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Сочи беҙҙе иҫ киткес ҡояшлы көндәре менән ҡаршы алды һәм шәп кәйеф бүләк итеп оҙатып ҡалды. Беҙ бик шатбыҙ!
Был юлы ла береһенән-береһе сағыу, тәрән рухлы башҡорт бейеүҙәре менән сит республикаларҙан килгән ҡатнашыусыларҙы һәм жюри ағзаларын хайран иттек.
Унда Стәрлетамаҡтан барған балалар 120 номер араһында 3-сө дәрәжә лауреаттары булды, ә беҙҙең иң йәш ҡатнашыусыларыбыҙ 1-се дәрәжә диплом алып ҡайтты. Беҙҙең ансамбль солистары ла бүләкһеҙ ҡалманы, мәҫәлән, Арыҫланова Милана 3-сө дәрәжә лауреат дипломын, Зарипов Самир менән Шәрәфетдинова Диләрә 2-се дәрәжә, ә иң йәш солисыбыҙ Ишемтаева Файза 1-се дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды.
– Хәйер, һеҙҙең башҡа уңыштарығыҙ тураһында ла йыш ишетеп торабыҙ...
Рәил Рәйес улы:
– Әлбиттә, беҙҙең еңеүҙәребеҙ бының менән генә бөтмәй әле... Үткән йыл йәй, мәҫәлән, беҙҙең ансамблдә тәрбиәләнеүселәр Төркиәгә саҡырылды –Истанбул ҡалаһында Төрки телле мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнаштыҡ. Был фестиваль беҙҙә бик йылы тәьҫораттар, йылы хистәр ҡалдырҙы. Ни тиһәң дә, бындай тәжрибә беҙҙә тәүге тапҡыр булды бит. Башҡортостаныбыҙҙы сит илдә күрһәтеүе – үҙе бер ғорурлыҡ.
Беҙҙең “Торатау” ансамблендә тәбиәләнеүселәр фестивалдең бөтә этаптарында ла лайыҡлы сығыш яһап үҙҙәре тураһында иң яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Истанбулдың иң билдәле, иҫтәлекле урындарында булдыҡ. Ундағы төрлө ризыҡтарҙан ауыҙ итеп кинәнес алдыҡ.
Шуныһы ҡыҙыҡ, “Торатау” ансамбленең сығарылыш төркөмө тәрбиәләнеүселәре Төркиәгә барғас, отелдәрҙә йәшәмәне, ә ошондай уҡ үҙ тиҫтерҙәре булған ябай төрөк ғаиләләрендә туҡталды. Был мәҙәни-ара алмашыу маҡсатында эшләнелде.
Беҙҙең балалар ҡунаҡсыл төрөктәргә башҡорт телен, башҡорт бейеүҙәрен өйрәтте, шуның менән бергә, үҙҙәре лә төрөксә һөйләшергә өйрәнде, төрөк бейеүе серҙәренә төшөндө.
Рәил Рәйес улы:
– Беҙ уларға, шулай уҡ фестивалде ойоштороусыларға һәм Истанбулдың шул ваҡыттағы губернаторы Али Ерликәйгә республикабыҙ исеменән иҫтәлекле бүләктәр алып барҙыҡ. Әйткәндәй, ул беҙҙе шәхсән губернатор резиденцияһында ҡабул итте.
Әлбиттә, бындай урынға буш ҡул менән барманыҡ. Башҡортостан тураһында китап, традицион бауырһаҡтан беҙҙең республика флагы менән композиция әҙерләп, башҡорт балы һәм сәй һалынған ҡумта алып барҙыҡ.
Алда бындай осрашыуҙар тағы ла булыр әле тип уйлайбыҙ.
2024 йылдың көҙөндә беҙҙең 60 кешенән торған ансамбль Төньяҡ Осетия – Аланияла, Владикавказ ҡалаһында булып, бихисап призлы урындар алып, еңеүҙәр яулап ҡайтты. Беҙгә шул яҡтарҙың мәғрур тауҙарын, матур-матур иҫтәлекле урындарын күреү бәхете тейҙе. Үҙебеҙҙең матур милли кейемдәребеҙҙе күрһәттек, хатта шунда йәшәгән кешеләргә башҡорт продкуцияһы, ризыҡтары менән башҡорт милли орнаменттары баҫылған футболкалар, биҙәүестәр, ҡулдан эшләнгән уйынсыҡтар менән йәрминкә ойошторҙоҡ.
– Балалар шундай ер-һыуҙар күреп йөрөйҙәр, еңеүҙәр яулайҙар. Ата-әсәләрҙең дә ярҙамы бармы?
Лиана Рәил ҡыҙы:
– Беҙҙең идеяларыбыҙҙы хуплап, күтәрмәләп, тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеп торған ата-әсәләргә оло рәхмәт белдерәбеҙ. Ошондай әүҙем ата-әсәләрҙең ярҙамы арҡаһында үҙ ҡарашыңды киңәйтеү, донъяны күреү һәм еңеү шул уҡ ваҡытта тыуған республикабыҙҙы данлап йөрөү мөмкинлеге бар.
Беҙҙең Торатау ансмбленә шундай балалар булыуы менән ғорурланабыҙ. Беҙ һәммәбеҙҙе лә уртаҡ бер эш берләштергән ҙур бер ғаиләгә әйләндек.
– Ҡалалағы мәртәбәле саралар, концерттар,конкурстар “Торатау”ҙарҙан башҡа үтмәй. Әле ниндәй эштәр менән мәшғүлһегеҙ?
Лиана Рәил ҡыҙы:
– Урындағы конкурстарҙы әйтеп тораһы ла юҡ, беҙ Стәрлетамаҡ, Өфө, Салауат һәм республиканың башҡа ҡалаларында даими ҡатнашып торабыҙ һәм еңеүҙәр яулайбыҙ. Бына әле 7 декабрҙә Санкт-Петербург ҡалаһы ойошторған “Ҡышҡы Стәрлетамаҡ” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашабыҙ. - – Әңгәмә өсөн рәхмәт! Киләсәктә лә ең һыҙғанып эшләп, башҡорт бейеүен киләсәк быуынға бар асылында һәм төп нөсхәһендә тапшырырға һәм еңеү артынан еңеүҙәр яулап торорға яҙһын!
Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо.
Фотолар Лоҡмановтарҙың шәхси архивынан алынды.