Үткән ялда “Ҡайынҡай” шифаханаһында “Үҙгәрештәр еле” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән берлектә асыҡ ишектәр көнө үтте. Был сара мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр көнөнә бағышлап ойошторолдо. Сәхнәлә музыкаль коллективтар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм инклюзив бейеү театры ҡатнашлығында концерт уҙғарылды. Мөмкинлектәре сикле булһа ла, күңел мөмкинлектәре сикһеҙ артистар был көндө үҙҙәренең матур сығыштары менән биҙәне.
Сара ҡунаҡтары өсөн белгестәр (табип-терапевтар, ультратауыш менән тикшереүсе табип, гастроэнтеролог) консультацияһы ойошторолдо. Физиотерапия бүлеге электр менән дауалау ҡорамалдарын тәҡдим итте һәм барыһын да кислород коктейле менән һыйланы. Тәм-том һәм шифалы сәйҙәр менән фудкорт зоналары ла эшләне. Ҡунаҡтар өсөн шифахана буйлап экскурсиялар ойошторолдо, унда белгестәр инвалидтарҙы реабилитациялауға сертификаттарҙың бушлай программалары буйынса дауалау ысулдары һәм һауыҡтырыу мөмкинлектәре тураһында ентекле һөйләне.
Әсә көнөн байрам итеүгә бәйле балалар араһында һүрәттәр конкурсы ла үткәрелде был көндө, уны компетентлы һәм бойондороҡһоҙ жюри баһаланы. Еңеүселәр “Ҡайынҡай” шифаханаһы сертификаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ теркәлгән ҡатнашыусылар араһында приз уйнатыу үткәрелде (“Ҡайынҡай” шифаханаһында 5 көн ял һәм һаулыҡты нығытыу).
Сарала төрлө ойошмалар ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, психологтар, табиптар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән эшләү өлкәһендәге белгестәр менән консультациялар үткәрелде.
Был көндө шифахананың спорт комплексында балалар араһында футбол буйынса ярыш та үтте. Һәр ҡатнашыусыға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Әлбиттә, бөтә инвалидтар ҙа спортсы йәки чемпион була алмай. Улар өсөн иң мөһиме – еңеү түгел, ә спорт сараларында ҡатнашыу, был мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең сифатлы һәм тулы күләмдә әүҙем тормош алып барыу өсөн һөҙөмтәле сара булып тора. Физик күнекмәләр организмды нығыта, уның мөмкинлектәрен күпкә арттыра.
Халыҡ-ара инвалидтар көнө айҡанлы, мөмкинлектәре сикле булһа ла, рухи яҡтан көслө булған балаларын, туғандарын ҡараусыларға, ойошмаларға уңыштар, күңел көрлөгө, ихтыяр көсө теләргә ҡала! Һәр иртәне йылмайып ҡаршы алып, тормоштан йәм һәм ҡыуаныс табып, именлектә һәм һаулыҡта йәшәргә кәрәклегенә инанаһың ошондай сараларҙа, тормоштоң ҡәҙеренә нығыраҡ төшөнәһең кеүек. Сөнки берәүҙәр юҡ-бар өсөн үҙен бахырға һанап ултырғанда икенселәр үҙенең юҡ мөмкинлектәрен бар итеп ауырлыҡтарҙы еңә белә!..
Һүҙ – сарала ҡатнашыусыларға һәм ойошторыусыларға
Фәйзуллина Эвелинаның өләсәһе Зөлфиә ҒӘФИЕВА:
– Тәү сиратта, “Ҡайынҡай” шифаханаһының етәкселегенә беҙгә бушлай шөғөлләнер өсөн спорт залы һәм бассейн биргәндәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Шулай уҡ ата-әсәләргә балалары менән шөғөлләнгәндәре, ошонда йөрөткәндәре өсөн ҙур рәхмәт, был балаларҙың үҫешә алыу мөмкинлеге – ул ата-әсәләрҙең ҡаҙанышы. Сөнки улар шөғөлләнмәһә балалар өйҙә ултырыр ине. Ә әле улар Ҡазанда, Мәскәүҙә булдылар, хатта БСК продукцияһы менән Ҡытайға ла барып еттеләр. Мин ейәнем “Ҡояш ҡалаһы” үҫеш һәм ижад үҙәгенә, “Үҙгәрештәр еле” ансамбленә йөрөүенә бик ныҡ шатмын.
Шәрипов Артемдың әсәһе Гөлнара ШӘРИПОВА:
– Беҙҙең балалар Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеүселәр. Күптән түгел Ҡытайға барғанда лайыҡлы урын алып ҡайттылар. Һәм улар бейеүҙә генә түгел, шулай уҡ футболда ла еңеүҙәр яулай.
Римма Фәйзуллина, сараны ойоштороусы:
- Иң беренсенән "Ҡайынҡай" шифаханаһы етәкселегенә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Улар ярҙамында беҙҙең балалар бушлай спорт менән шөғөллөнә башланылар, ылығып киттеләр. Аҙаҡ футбол командаһы һәм үҙебеҙҙең тренер барлыҡҡа килде.Бөтә коллектив, балалар, уларҙың ата-әсәләре ярҙамында беҙ күп нәмәгә өлгәштек. Бөгөн беҙ тик спорт сараһы үткәрергә теләгән инек, "Үҙгәрештәр еле" һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар Һәм йәштәр фестивален ойоштороусы Гүзәл Мөхәмәтшина һәм башҡалар ярҙамы менән ул ысын байрам сраһына әүерелде.
“Ҡайынҡай” шифахана-профилакторийын ойоштороусы һәм уның директоры Рауил Ғәбделхәй улы ШАФИҠОВ:
– Беҙҙең шифахана – йәшәү һәм туҡланыу менән дауалау һәм реабилитациялау кеүек хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошма булараҡ реестрға индерелгән берҙән-бер шифахана. Шифаханала бихисап дауалау процедуралары бар һәм беҙҙең пациенттар тулы күләмдә ял итә, һаулығын нығыта ала. Оҙаҡламай һыу терапияһы менән дауалау программаһын башларға ниәтләйбеҙ. Аяҡ-ҡулдары булмаған йәки аяҡ-ҡулдары хәрәкәтһеҙ булған һәм башҡа төрлө мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарыбыҙ өсөн тәғәйенләнгән бассейнда эшләүсе белемле инструкторҙар ҙа етерлек.
Гүзәл РӘМИЕВА.
София КАСЬЯНОВА, һәм Гүзәл РӘМИЕВА фотолары.