Ул Еңеү паркындағы мемориаль комплекстарға сәскәләр һалыуҙан башланды. Иҫтәлекле сарала ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, уның урынбаҫары Павел Шорохов, Стәрлетамаҡ ҡалаһының хәрби комиссары Анатолий Ревунов, ҡаланың ветерандар һәм йәмәғәт ойошмалары рәйестәре һәм вәкилдәре, студенттар, Ватанды һаҡлаусыларҙың туғандары һәм яҡындары һәм бөтә вайымһыҙ булмаған халыҡ ҡатнашты. Улар «Мәңгелек ут» мемориалына, яугир-интернационалистар стелаһына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың мемориаль комплексына сәскәләр һалды, шулай уҡ һәләк булған хәрбиҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп, хакимиәт башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов бындай сараларҙы үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне һәм геройҙар быуындарының күсәгилешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Һәр замандың үҙ геройҙары бар. Бөйөк Ватан һуғышында, Афған һәм Чечен кампанияларында һәм башҡа локаль конфликттарҙа ҡатнашыусыларҙы хөрмәтләүҙе дауам итәбеҙ, ә беҙҙең заман геройҙары – махсус хәрби операцияла дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлаусылар. Улар ысын геройҙар һәм үҫеп килеүсе быуын өсөн өлгө, - тине Эмиль Владиславович.
Ысынлап та, улар беҙҙең тыныслыҡты һаҡлағанға күктәребеҙ аяҙ, көндәребеҙ яҡты. Ғәзиздәрен юғалтҡандар алдында баш эйәбеҙ, махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын, тиҙерәк һуғыш тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
Римма ҒӘЛИМОВА.