Ул 24 йәшлек кенә булыуына ҡарамаҫтан, күҙ алдына ирекһеҙҙән тормошто төрлө һынауҙар аша күреп өлгөргән ир уртаһы килеп баҫа. Ғәлинур һөйләгәндәрҙән фронттың атыш тауыштарынан ғына ла тормағанына инанаһың. Унда ла тормош, әммә һуғыш шарттарында...
Хәрби хеҙмәткә тиклем Ғәлинур бер юлы ике уҡыу йортонда – Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжына һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт һәм төрки филологияһы факультетын тамамлап өлгөрә. Әрме хеҙмәте бурысын Мурманск өлкәһендә моряк булараҡ үтәй.
– Хәрби булырға бала саҡтан уҡ хыяллана инем ысынын әйткәндә, – тип серҙәрен дә сисә герой. – Һуғыш тураһында кинолар ҡарап, яҡын туғаным, полковник Тәлғәт Мусаҡаев менән аралашып ошондай теләк тыуҙы, Шуға бала саҡтан үҙемде ныҡлы итеп әҙерләй башланым, – тип бәйән итә ул.
Шуға мәктәпте тамамлағас та күп уйлап тормай, Һарытау өлкәһенә хәрби училищеға йүнәлә. Әммә Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре килеп өлгөрмәү сәбәпле был теләктән баш тартырға тура килә. Ике уҡыу йортон тамамлап, ул әрмегә юллана.
Ваҡыт үтә, ә бит егеткә бала саҡ хыялы барыбер тынғы бирмәй һәм әрме хеҙмәте тамамланмаҫ уҡ хәрби контрактҡа ҡул ҡуя ул.
Күп тә үтмәй, махсус хәрби операция башлана һәм хәрби бурыс менән ефрейтор Мусаҡаев МХО биләмәһенә юллана. Барлыҡ хәрби серҙе сисеү тыйыла, шулай ҙа, дөйөмләштереп әйткәндә, Ғәлинур унда яугирҙарҙың психологик, күңел торошо һәм тәртибе өсөн яуаплы бурыс атҡара. Ут һыҙығында
– Бурыстар төрлө, маҡсат бер – Еңеү! – ти яҡташ яугир. Кәрәк икән, дошман позицияһына йөҙ метр аралыҡта автомобиленә ултырып сығып та китә ул, кәрәк икән, “ҡоштар”ҙы ла атып төшөрә, дошманға ҡаршы ла бара...
“Ҡоштар” тигәндән үҙенең үткер күҙе менән дан тота Ғәлинур, дошмандарҙың әллә нисәмә ут яуҙырыусы аппаратын бәреп төшөрөп, хатта дәүләт наградаһына ла лайыҡ булған – уға Жуков миҙалы тапшырғандар!
Ғәлинур Ғәзинур улы бар яҡтан да бар килгән һалдат, һуғышта ла батырлыҡтар күрһәтә, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһынада белемен дә камиллашгтыра, йәмғиәт эштәренә лә өлгөрә. Мәҫәлән, “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыу маҡсатында бөтә имтихандарҙы уңышлы тапшыра, әммә конкурсҡа ҡайтып өлгөрмәй. Ни ҡылаһың, хәрби бурыстың үҙ ҡануны. Әлбиттә, уның барыһы ла алда әле, килер Еңеү һәм конкурстарға ла, башҡа ҙур эштәргә лә ваҡыт табылыр.
Ғәлинур Мусаҡаев ишле ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләгән ата-әсәһенең генә түгел, барлыҡ яҡташтарының ғорурлығы. Имен-аман, Еңеү менән әйләнеп ҡайтырға яҙһын һиңә, һалдат!
Врез: Ватан геройҙары көнө йыл һайын 9 декабрҙә билдәләнә. Был иҫтәлекле көндө 2007 йылдың февралендә РФ Президенты Владимир Путин башланғысы менән нығыталар. Ә тарихы иһә Екатерина батша дәүеренә барып тоташа.
Был байрамда беҙ ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарын ғына иҫкә алып ҡына ҡалмайбыҙ, ә Ватаныбыҙҙың хәҙерге ваҡытта йәшәгән геройҙарын да хөрмәт итәбеҙ!
Хәрби контракт төҙөргә теләүселәр 8 (927) 310- 39-33; 8 (3473) 20-61-51 һандары буйынса тулыраҡ мәғлүмәт ала ала, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).
Рәмил МАНСУРОВ.
Автор фотоһы.