Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2025, 11:45

ҠОТҠАРЫУСЫЛАРҘЫ ҠОТЛАНЫЛАР

Стәрлетамаҡта, Ҡотҡарыусылар көнө һәм шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына нигеҙ һалыныуға 35 йыл тулыу айҡанлы, ҡаланың  ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәтсәндәрен ҡотҡарыу тантанаһы булды.

ҠОТҠАРЫУСЫЛАРҘЫ ҠОТЛАНЫЛАР
ҠОТҠАРЫУСЫЛАРҘЫ ҠОТЛАНЫЛАР

Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов тантанаға йыйылыусыларҙы ҡотлап, был билдәле дата артында меңдәрсә ҡотҡарылған ғүмерҙәр, йөҙләгән ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең бөтөрөлгән эҙемтәләре һәм ғәйәт ҙур тәжрибә тора, тип билдәләне.

– Һеҙҙең еңел булмаған, әммә үтә лә мөһим  хеҙмәтегеҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ.

Ҡайҙа кисектергеһеҙ ярҙам, юғары профессионализм һәм батырлыҡ талап ителә – һеҙ һәр ваҡыт шунда, тине ҡала етәксеһе.

Ҡотлау  сәләме менән шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса  баш идаралығы начальнигы урынбаҫары  Рәмил Әйетов сығыш яһаны.

 Ул, 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡ гарнизоны республикала иң яҡшыһы тип танылды, һәм быйылғы эш күрһәткестәре лә юғары кимәлде күрһәтә, тип билдәдәне.

Ҡотлауҙарға өҫтәп, Стәрлетамаҡ гарнизоны  янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениеһына янғын һүндереү автомобиле тапшырыу тураһында  иғлан ителеүе шатлыҡлы яңылыҡ булды.

Тантана уңайынан  ҡотҡарыусыларға лайыҡлы наградалар тапшырылды, сара матур концерт номерҙары менән тамамланды.

Р.ЗАМАНОВА.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте фотолары.

 

 

ҠОТҠАРЫУСЫЛАРҘЫ ҠОТЛАНЫЛАР
ҠОТҠАРЫУСЫЛАРҘЫ ҠОТЛАНЫЛАР
Автор: Роза Сафина
Читайте нас